Изотова Галина Сергеевна
Изотова Галина Сергеевна (3 май 1960 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты (2007 йылдан), «„Кредит гарантиялары агентлығы“ банкка ҡарамаған депозит-кредит ойошмаһы» АЙ идара рәйесе" (рус. АО «Небанковская депозитно-кредитная организации "Агентство кредитных гарантий"»). Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Изотова Галина Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 май 1960 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Череповец, Вологда өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто |
Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре кандидаты[d] |
Әүҙемлек урыны | Мәскәү |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Изотова Галина Сергеевна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәГалина Сергеевна Изотова 1960 йылдың 3 майында РСФСР-ҙың Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында тыуған.
1977 йылдан алып 1997 йылға тиклем банк сфераһында эшләй, шул иҫәптән 1992—1997 йылдарҙа Череповецтағы АКБ «Соколбанк» Идаралағы рәйесе була[1].
1983 йылда Н. А. Вознесенский исемендәге Ленинград иҡтисади-финанс институтын тамамлай[1].
1997 йылдан алып 2007 йылға тиклем Вологда өлкәһенең финанс департаментында хеҙмәт итә, хөкүмәт ағзаһы һәм өлкә губернаторының беренсе урынбаҫары вазифаларын башҡара[2].
2001 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай[1]. «Төбәк бюджет системаһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ысулдары» (рус. «Методы обеспечения безопасности бюджетной системы региона») темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2006 йылда Төньяҡ-Көнбайыш федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1].
2007 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана. Федерация эштәре һәм Дәүләт думаһының төбәк сәйәсәте буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары була[1].
Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ күрһәтә. 2010 йылда Социаль эшҡыуарлыҡ сфераһында төбәк проекттар конкурсының эскперт советына керә[3]. 2012 йылдың ноябрендә «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды менән берлектә Түбәнге Новгород ҡалаһында Изотова «Социаль эшҡыуарлыҡ — Волга буйы федераль округында социаль мәсьәләләрҙе сисеү маҡсатындағы иҡстисади эшмәкәрлектең айырым төрө» (рус. «Социальное предпринимательство — особый вид экономической деятельности в целях решения социальных задач в ПФО») түңәрәк өҫтәл ултырышын ойоштора. Уның маҡсаты булып Волга буйының төбәктәренең, хужалыҡ итеүсе субъектарының, бизнес-элиталарҙың, йәмәғәттең иғтибарын социаль эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтеү булып торған[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Изотова Галина Сергеевна . Дата обращения: 29 май 2015.
- ↑ Коптюбенко Д., Рубин М., Забавина Ю. Агентство кредитных гарантий может возглавить экс-банкир Галина Изотова . РБК (6 май 2014). Дата обращения: 29 май 2015. 2015 йыл 30 май архивланған.
- ↑ Изотова Галина Сергеевна . «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды. Дата обращения: 29 май 2015.
- ↑ Аппарат приволжского полпреда поддержит проекты социального предпринимательства в регионах ПФО (15 ноябрь 2012). Дата обращения: 30 май 2015.