Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ
2015 йылға Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ, был өлкәне ныҡ үҫтергән илдәр менән сағыштырғанда, яралғы хәлендә тора.
Рәсәйҙә ҡануниәт кимәлендә лә, башҡарма кимәлдә лә социаль эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтелмәй.
Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡтың тарихи тамырҙары көслө, хәҙерге заманда ла бер нисә сағыу проект бар, ләкин улар уңышлылыҡ, күләмлелек, булған тәжрибәнең киң таратылыуы менән маҡтана алмай.
Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй баҙарында инфраструктураны үҫтереүсе, теория нигеҙен хасил итеүсе һәм таратыусы, закондарға лоббилыҡ итеүсе, социаль эшҡыуарлыҡ идеяларын финанслаусы һәм дәртләндереүсе шәхси көслө ҡатнашыусылар бар.
Система ҡатнашыусылары тырышлығы менән социаль эшҡыуарлыҡ идеялары закондар сығарыусы һәм башҡарма властарға, бизнес берләшмәләренә, тотош йәмғиәткә һәм социаль эшҡыуар булырҙай кешеләргә еткерелә; һөҙөмтәлә, яйлап ошо өлкә хасил була, уның структуралары барлыҡҡа килә.
Теоретик нигеҙ
үҙгәртергәЭксперттар һәм фәнни берләшмә Рәсәйҙә теге йәки был эшмәкәрлек төрөн социаль эшҡыуарлыҡҡа индереү буйынса уртаҡ фекергә килә алмай[1].
Бер яҡтан билдәләнеүенсә, сит илдәрҙә булған «сериялы» проекттарҙың күпселеге, мәҫәлән, берәҙәктәрҙе торлаҡ һәм эш менән тәьмин итеү өлкәһендәге эшмәкәрлек, Рәсәйҙә әлегә юҡ, экология өлкәһендәге проекттар ҙа әҙ һ.б.[1]
Икенсе яҡтан, «классик» социаль эшҡыуарлыҡ проекттарының көнүҙәклеге шик аҫтына алына.
Мәҫәлән, Бангладештағы микрофинанслау менән шөғөлләнеүсе Grameen банкы кеүек ойошмаларҙың эшмәкәрлеген хупламаусылар бар.
Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй төбәктәрендә микрофинанслау әҙме-күпме таралыу таба.
Бынан тыш, белгестәр билдәләүенсә, Рәсәйҙәге «социаль эшҡыуарҙар» үҙҙәренең социаль эшҡыуар булыуын да белмәй[1]. Күптәр социаль йүнселлекте хәйриәлек тип аңлай.
Шулай итеп, 2015 йылға Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ теорияһы формалашмаған һәм тейешле таралыу тапмаған[1]. Был өлкәләге ҡайһы бер теортетик эшләнмәләр сит ил тәжрибәһенең күсермәһе булып тора, Рәсәйҙә ғәмәлгә ингән кейстар тормошсанлығын һәм күләмлелеген, ғилми дөйөмләштереүгә һәм ҡулланыуға яраҡлылығын һаман күрһәтә алмай.
Хоҡуҡи көйләү
үҙгәртергә2015 йылға РФ Ҡануниәтендә социаль эшҡыуарлыҡ тураһында дөйөм хоҡуҡи бүлек юҡ[1], социаль эшҡыуарлыҡтың бөтә мәсьәләләрен көйләрлек, социаль эшҡыуарҙар өсөн һалымдарҙы кәметә торған ҡануниәт базаһы ла юҡ.
2015 йыл башына социаль эшҡыуарлыҡтың тәүге һәм берҙән-бер ҡануни билдәләмәһе Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының «2013 йылда бюджеттарына федераль бюджеттан Рәсәй Федерацияһы субъекттарының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығына дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә субсидиялар биреүгә Рәсәй Федерацияһы субъекттарын конкурслы һайлап алыу үткәреүҙе ойоштороу тураһында» 2013 йылдың 24 апрелендәге 220-се бойороғонда барлыҡҡа килде (министрлыҡтың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты һәм конкуренцияны үҫтереү департаменты директоры Наталья Ларионова социаль эшҡыуарлыҡ тураһындағы норма авторҙарының береһе булды), ләкин ул министрлыҡ тарафынан күрһәтелгән йүнәлештә ярҙам алыусыларға ҡарата ғына ҡулланыла[2][3]:
|
Ошо билдәләмәгә һылтанып, эксперттар социаль эшҡыуарлыҡ терминологияһының камилһыҙлығын, шулай уҡ уға ғәмәлдә ҡануниәт ярҙамы юҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала[1].
Һалым льготалары алыу өсөн Рәсәйҙең социаль эшҡыуарҙары ғәҙәттә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың төрлө формаларын ҡуллана, ә коммерция ойошмалары дөйөм нигеҙҙә эшләүсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәбенә инә[1].
2013 йылдың сентябрендә Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты «РФ халҡын социаль хеҙмәтләндереү нигеҙҙәре тураһында» закон проектын икенсе уҡыуға төҙәтмәләр әҙерләне, улар федераль ҡануниәткә «социаль эшҡыуар» һәм «социаль эшҡыуарлыҡ» терминдарын индереүҙе күҙҙә тота ине, ләкин улар ҡабул ителмәне[3].
Яңы ынтылыш 2014 йылдың 16 октябрендә яһалды: Федераль Йыйылыштың юғарғы һәм түбәнге палаталары парламентарийҙары төркөмө тарафынан Дәүләт Думаһына социаль эшҡыуарлыҡ һәм уға булышлыҡ итеү формалары тураһында закон проекты тәҡдим ителде, әлегә ул ҡабул ителмәгән[4][3].
Дәүләт һәм төбәк ярҙамы
үҙгәртергәРәсәйҙә федераль һәм төбәк кимәлдәрендә социаль эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү ынтылыштары күҙәтелһә лә, дөйөм алғанда финанслау етерлек түгел һәм бик тар йүнәлештә генә тормошҡа ашырыла; бындай эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге лә һорау аҫтында ҡала.
Социаль эшҡыуарҙарға система ярҙамы төбәк властары, Социаль өлкә инновациялары үҙәктәре (РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының 2013 йылдың 24 апрелендәге 220-се бойороғо буйынса ойошторолғандар һәм федераль бюджет субсидиялары иҫәбенә финансланалар[5]) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 23 авгусындағы «Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү тураһында» 713-сө Ҡарары буйынса бирелә торған субсидиялар аша күрһәтелә[1].
Атап әйткәндә, 2011—2013 йылдарға Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү сараларына йәмғеһе 880 миллион һум бюджет аҡсаһы бүленде, шуның 600 миллионы — төбәк бюджеттарына субсидиялар өсөн, 132 миллионы — социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға туранан-тура субсидиялауға, 100 миллионы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың социаль йүнәлештәге хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға бирелде[1].
2014 йылдың авгусына Стратегик инициативалар агентствоһы һәм Иҡтисади үҫеш министрлығы булышлығы менән 12 социаль өлкәгә инновациялар һалыу үҙәге эшләй башланы, ләкин 2015 йылға уларҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәләре махсус баҫмаларҙа киң яҡтыртыу тапманы[6].
2015 йыл бюджетына социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһенә шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итеү проекттарын субсидиялауға 160 миллион һум һалынған[3].
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ҡала проекттары эксперттар тарафынан уңышлы тип табылды.
Ярославль өлкәһендә «Социаль партнерлыҡ үҙәге» Ярославль төбәк йәмәғәт ойошмаһы (http://www.csp-yar.ru 2018 йыл 1 ноябрь архивланған.) ойошторолдо. Уның бурыстарының береһе — төбәктә уңайлы норматив база булдырыу юлы менән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн ҡулай шарттар тыуҙырыу, власть менән йәмғиәттең аралашыу майҙансыҡтары эшен әүҙемләштереү, был ойошмалар өсөн махсус ваҡытлы матбуғат саралары асыу, шулай уҡ Ярославль өлкәһендәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың үҙҙәренә ярҙам күрһәтеү[1].
Череповецта ҡала мэрияһы тарафынан Северсталь менән берлектә «Ҡала үҫеше агентлығы» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы (agr-city.ru) ойошторолдо, уның эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе — социаль эшҡыуарлыҡҡа финанс, мөлкәт, мәғлүмәт-консультация һәм бизнес-ағартыу ярҙамы күрһәтеү. 2012 йылдың майында «Ҡала үҫеше агентствоһы» «Беҙҙең киләсәк» фонды менән килешеү төҙөнө, уға ярашлы, Череповец Волгоград өлкәһе территорияһында Фондтың төбәк партнеры булып китте[1].
Ғәмәлиәт
үҙгәртергәКүҙәтеү
үҙгәртергәРәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ, тарихи тамырҙары көслө булһа ла[7], 2015 йылға үҫешмәгән, уның ҡанундары буйынса эш иткән йүнселдәр бик аҙ[1]. Ул айырым башланғыстарҙа ғына күренеп ҡала, ә киң күләм ала алмай.
Стратегик инициативалар агентствоһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2014 йылға Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ менән теге йәки был дәрәжәлә компанияларҙың 1%-ы ғына шөғөлләнгән[8], Европала был күрһәткес — 25 % самаһы[1].
Инфраструктура проекттары
үҙгәртергәРәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡты киңәйтеү, таратыу һәм уға ярҙам итеү буйынса төп эште Вәһит Әләкбәровтың «Беҙҙең киләсәк» фонды алып бара[1]. Ул нигеҙҙә финанс (заемдар, гранттар биреү, капиталда ҡатнашыу) һәм консультациялау (тура консультациялар, уҡытыу, тәжрибә алмашыуҙа, башҡа ойошмалар менән мөнәсәбәттәр ҡороуҙа булышлыҡ итеү, социаль эшҡыуарҙар һәм предприятиелар берләшмәләрен төҙөү) ярҙамын күрһәтә[1]. Фонд аяҡҡа баҫҡан бизнесҡа — 10 миллион һумдан алып, яңы башлағандарға 500 мең һумғаса ете йылға тиклем мөҙҙәт менән процентһыҙ заемдар бирә[1]. Йыл һайын Фонд Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һәм таратыуға индергән өлөш өсөн «Яҡшылыҡ импульсы» премияһын тапшыра, «Социаль эшҡыуар» проекттарына конкурс үткәрә. Фонд ике тематик портал алып бара: «Яңы бизнес: социаль эшҡыуарлыҡ» (nb-forum.ru 2015 йыл 15 май архивланған.) Рәсәйҙәге һәм донъялағы социаль предприятиелар һәм эшҡыуарҙар эшмәкәрлеген яҡтырта, «Социаль идеялар банкы» порталы (bank.nb-forum.ru(недоступная ссылка)), социаль предприятиеларҙың тормошҡа ашҡан йә башҡарыуға әҙер идеялары тураһындағы мәғлүмәттән тора[1]. Әләкбәров фонды Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ темаһына тикшеренеүҙәрҙе башлаусы, ғилми һәм ижтимағи бәхәстәр ойоштороусы, тейешле закондар проекттарын үткәртеүҙе хәстәрләүсе лә булып тора.
«Йәштәрҙең ҡаҙаныштары» (урыҫ. «Достижения молодых») төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы эшҡыуарҙарҙы уҡытыу буйынса махсус программаларҙы, шул иҫәптән «Социаль эшҡыуарлыҡ» программаһын да тормошҡа ашыра. Ул 15—18 йәшлектәргә тәғәйенләнгән (sep.ja-russia.ru 2016 йыл 22 октябрь архивланған.), шулай уҡ социаль эшҡыуарҙар өсөн оҫталыҡ кластары ойоштора[1].
«Үҙгәрештәргә табан» (урыҫ. «Навстречу переменам») хәйриәлек фонды (reachforchange.org/russia 2015 йыл 8 май архивланған.) конкурс нигеҙендә балалар һәм үҫмерҙәр тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттарға булышлыҡ итә. Унда теләгән бер кеше ҡатнаша ала, ә проекттарға ошондай талаптар ҡуйыла: социаль һөҙөмтәләрҙең булыуы, киң таратыла алыу, финанс тотороҡлолоғо, оҙайлы үҫеш мөмкинлеге[1]. Еңгән проекттар финанс ярҙамы ала, шул иҫәптән проект инициаторына аяҡҡа баҫып киткәнсе эш хаҡы түләй, шулай уҡ Фонд партнерҙарының консультацияларын һәм уҡытыуын ойоштора[1].
Донъя социаль эшҡыуарҙарына булышлыҡ итеүсе иң билдәле «Ашока» фонды (АҠШ) әлегә Рәсәйҙә берәү менән дә эш иткәне юҡ, ләкин Рәсәй социаль эшҡыуарҙары уның менән рәсми сайт (ashoka.org) аша бәйләнешкә инә ала[1]. Фонд социаль эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы күрһәтә, тренингтар үткәрә, проекттарын тарата һәм мәғлүмәт алмашыуҙы дәртләндерә[1].
Олег Дерипасканың Русал компанияһы Красноярскиҙа Рәсәйҙәге тәүге Социаль өлкә инновациялары үҙәген асты. Уның эшмәкәрлеге әүҙем эшҡыуарҙарҙы, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар етәкселәрен социаль эшҡыуарлыҡ проекттары аша төбәктәрҙең социаль проблемаларын хәл итеүгә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән[8]. 2010 йылда компания «РУСАЛ территорияһы» тигән программа иғлан итте, уның сиктәрендә 150 миллион һумлыҡ инвестиция менән 50 проект тормошҡа ашырылды.
Социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам микрофинанслау ойошмалары аша ла күрһәтелә. 2002 йылдан алып илдә Рәсәй микрофинанслау үҙәге (РМҮ) эшләй, ул «Грамин» ижади лабораторияһы, Yunus Centre һәм Yunus Social Business аша уртаҡ проекттар ойоштора[8].
Социаль эшҡыуарлыҡҡа банктар ҙа иғтибар бирә, улар был өлкәлә тикшеренеүҙәр алып бара һәм махсус программалар тәҡдим итә[1].
Мәҫәлән, «Уралсиб» банкы 2015 йылға үҙенең кредит продуктын тәҡдим итте, Рәсәй ТЕРӘГЕ һәм «Беҙҙең киләсәк» фондының берлектәге проектында ҡатнашты[9][1]. Был проекттар буйынса кредит ставкалары РФ Үҙәк банкының рефинанслау ставкаһына яҡын[9][1]. Өҫтәүенә, финансистар юридик һәм бухгалтер консультациялары бирергә, тренингтарҙа ҡатнаштырырға һәм тәжрибәле эшҡыуар ярҙамын тәьмин итергә лә әҙер[1].
Ҡайһы бер банктар, мәҫәлән, «МСП Банк» (Внешэкономбанк) асыҡ акционерҙар йәмғиәте, 2015 йылға социаль эшҡыуарҙарға махсус продукт тәҡдим итмәһә лә, байтаҡ проекттар, шул иҫәптән социаль эшҡыуарлыҡ проекттары буйынса, түбән ставкалы кредит тәҡдим итә[1].
Социаль эшҡыуарлыҡ проекттары
үҙгәртергәТарихи проекттар
үҙгәртергәРәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡтың тарихи миҫалдарының береһе — XIX быуат аҙағында эшкә мәжбүр итеү йорттарының эш яратыу йорттарына әүерелеүе, атап әйткәндә, Кронштадттағы Эш яратыу йорто[10].
Хәҙерге проекттар
үҙгәртергәХәҙерге заман социаль эшҡыуарлығының сағыу бер миҫалы — 2005 йылда асылған «Ғүмер төймәһе» проекты, ул Рәсәйҙә тәүге медицина сигнализацияһы системаһын (оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға йәһәт ярҙам саҡырыу мөмкинлеген) индерҙе[11][12][2]. Уны эйәләре бер нисә тапҡыр алмашынды. Дәүләт заказдары ярҙамында 2017 йылға килемле эшләй башлау планлаштырыла[13].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 1,26 Социальное предпринимательство в России 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.). МСП Банк (2013). Проверено 25 апреля 2015.
- ↑ 2,0 2,1 Приказ Министерства экономического развития РФ от 24 апреля 2013 г.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Дарья Лебедева. Бизнес и закон 2015 йыл 28 апрель архивланған. (рус.). Частный кореспондент (15 декабря 2014). Проверено 26 апреля 2015.
- ↑ О внесении изменений в Федеральный закон «О развитии малого и среднего предпринимательства в Российской Федерации» 2018 йыл 24 октябрь архивланған. (рус.) (16 октября 2014). Проверено 26 апреля 2015.
- ↑ Приказ Минэкономразвития России № 220 от 24.04.2013 г. «Об организации проведения конкурсного отбора субъектов Российской Федерации, бюджетам которых в 2013 году предоставляются субсидии из федерального бюджета на государственную поддержку малого и среднего предпринимательства субъектами Российской Федерации» 2015 йыл 18 июль архивланған. (рус.). Минэкономразвития России (24 апреля 2013). Проверено 2 мая 2015.
- ↑ Николай Николаев. Тернистый путь (рус.). Российская газета (19 августа 2014). Проверено 25 апреля 2015.
- ↑ Социальное предпринимательство в России и в мире: практика и исследование / отв.ред. А. А. Московская; Нац. исслед. ун-т «Высшая школа экономики». — М.: Издательский дом Высшей школы экономики, 2011. — 284, [4] с. — 600 экз.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Социальное предпринимательство: всё только начинается 2015 йыл 27 апрель архивланған. (рус.). Бизнес России. Проверено 25 апреля 2015.
- ↑ 9,0 9,1 Программа поддержки социального предпринимательства 2015 йыл 18 май архивланған. (рус.). ОПОРА-Созидание. Проверено 25 апреля 2015.
- ↑ Я. С. Гришина СОЦИАЛЬНОЕ ПРЕДПРИНИМАТЕЛЬСТВО КАК ИННОВАЦИОННО-ПРАВОВАЯ ОСНОВА ОБЕСПЕЧЕНИЯ ИМУЩЕСТВЕННЫХ ПОТРЕБНОСТЕЙ (рус.) // ВЕСТНИК НИЖЕГОРОДСКОГО УНИВЕРСИТЕТА ИМ. Н. И. ЛОБАЧЕВСКОГО. — № № 3-2 / 2013.
- ↑ «ФРИИ вложил 45 миллионов рублей в проект „Кнопка жизни“».
- ↑ Кнопка жизни Подробнее: http://i.rbc.ru/organization/item/knopka_zhizni 2014 йыл 8 июнь архивланған. (рус.). РБК. Проверено 25 апреля 2015.
- ↑ Владислав Мещеряков. Фонд, созданный по инициативе Путина, вложил 45 млн руб. 2014 йыл 16 июль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Гайдаровский форум 2015: Панельная дискуссия. Социально ответственное инвестирование: миф или реальность?.