Урядов Иван Иванович

(Иван Иванович Урядов битенән йүнәлтелде)

Урядов Иван Иванович (14 ноябрь 1893 йыл — 20 март 1962 йыл) — рәссам. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1955) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1943).

Урядов Иван Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1893
Тыуған урыны Сызрань, Сызрань өйәҙе[d], Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1962
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Жанр пейзаж[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Иванович Урядов 1893 йылда Сызрань ҡалаһында тыуған. 1914 йылда Ҡазан ҡалаһында сәнғәт мәктәбен тамамлай[1].

Уҡыуҙы тамамлағандан һуң 1917 йылдан 1926 йылға тиклем Ырымбурҙа классик уҡытыусылар семинарияһында һынлы сәнғәттән уҡыта, Һамарҙа Волга буйы хәрби округының сәйәси бүлеге оҫтаханаһында рәсем һәм декоратив сәнғәт уҡытыусыһы, Пролетар театрының декораторы һәм Сызрань ҡалаһында Һынлы сәнғәт студияһының етәксеһе булып эшләй. 1929 йылдан Өфө ҡалаһында даими йәшәй һәм эшләй.

1926 йылдан 1950 йылға тиклем Өфө сәнғәт техникумында (артабан — театр-художество училищеһын, ә 1954 йылда — сәнғәт училищеһы) уҡыта. Һуңыраҡ Өфөлә ойошторолған Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы бүлексәһе төркөмөнә инә. 400-гә яҡын әҫәр яҙа. 40-сы йылдарҙан алып рәссам пейзаж һәм натюрморт жанрында эшләй, уларҙа уның ижадының шиғри йүнәлеше хасил була.

19421943 йылдарҙа үҙенең «Переправа Чапаевской дивизии…» тип аталған бик ҙур картинаһын яҙа, ул сюжеты менән илдең хәрби тормошо менән ауаздаш була. Картина уның 1938 йылғы эшен теүәл ҡабатлай. Һуңыраҡ картина Стәрлетамаҡ театрына, аҙаҡ Рус драма театрына тапшырыла (ул саҡта Гоголь урамында, хәҙер унда Башҡорт дәүләт филармонияһы урынлашҡан), картина шунда юҡҡа сыға, йәнәһе «ҡаҙан шартлауынан». Тик 1938 йылғы эше һәм картинаға этюдтары ғына ҡала)[2].

Республиканың сәнғәт тормошон әүҙем ойоштороусыһы була, унда ҡатнаша, Башҡортостан Рәссамдар союзы идараһының беренсе рәйесе була (1940—1941, 1944—1945 йылдар).

1937 йылдан СССР рәссамдар союзы ағзаһы. 1962 йылда Өфөлә вафат була.

Эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллекцияһында, шулай уҡ шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Төп эштәре

үҙгәртергә
  • На реке Белой, х. м., 1931.
  • Асфальтировка улицы, х. м., 1932.
  • Подготовка кадров, х. м., 1932.
  • Тубинский рудник, х. м., 1934.
  • Перед дождем, х. м., 1934.
  • Пасмурный день, х. м., 1935.
  • Девушка-башкирка, ҡағыҙ картон, 1941.
  • Нефтекачка, х. м., 1941.
  • На берегу, х. м., 1942.
  • Лысая гора, Жигули, ҡағыҙ картон, 1944.
  • Переправа Чапаевской дивизии через р. Белую у Красного Яра, х. м., 1938—1944.
  • Сумерки, х. м., 1945. Март, х. м., 1946.
  • Серый день, х. м., 1948.
  • Начало осени, х. м., 1949.
  • Осенний день, х. м., 1950—1951.
  • На реке, х. м., 1952—1953.
  • Лед прошел. х. м., 1955.
  • Река стынет, х. м., 1955.
  • Редкие гости, х. м., 1956.
  • Первая борозда, х. м., 1957.
  • «По родному Башҡортостану» (б., күмер, 1954) график биттәр серияһынан.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә
  • Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1926 йылдан 1962 йылға тиклем.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декада күргәҙмәһе, Мәскәү, 1955.
  • В. И. Лениндың тыуыуының 100- йыллығына арналған 3 зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, (үлгәндән һуң), Мәскәү, 1971.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декада күргәҙмәһе, (үлгәндән һуң), Мәскәү, Ленинград, 1969 йыл.
  • РСФСР автономиялы республикалар рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе (үлгәндән һуң), Мәскәү, 1971.
  • Бөтә союз акварелдәр күргәҙмәһе, Мәскәү, 1939. «РСФСР-ҙың өлкән быуын рәссамдарының» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Мәскәү, 1940.
  • Өлкә ара сәнғәт күргәҙмәһе, Ҡазан, 1947. Шәхси эштәр күргәҙмәһе, Өфө, 1939.
  • Шәхси эштәр күргәҙмәһе, Өфө, 1939, 1953.
  • Шәхси эштәр күргәҙмәһе (Рәссамдың 70- йыллығына, үлгәндән һуң), Өфө, 1963.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1955)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940).
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. И, 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
  • Э. П. Фенина: Башкирский государственный 'художественный музей им. М. В. Нестерова. Путеводитель. Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.
  • Журнал «Творчество», 1969, № 12 . Ю. Нехорошев: Образы Башкирии.
  • Л. В. Казанская: Вступительная статья к каталогу персональной выставки И. И. Урядова, Уфа, 1953.
  • Буклет «И. Урядов», Башкирское книжное изд., Уфа, 1969.
  • Иван Иванович Урядов: Каталог. Авт. вступ. ст. Л. В. Казанская. Уфа, 1953; Иван Иванович Урядов: Буклет. Авт. вступ. ст. В. М. Теребилова. Уфа, 1969.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Архивированная копия. Дата обращения: 25 сентябрь 2012. Архивировано 6 июнь 2012 года. 2012 йыл 6 июнь архивланған.
  2. Бельские просторы № 8 2005

Һылтанмалар

үҙгәртергә