Ибраһим Ғәзи

яҙыусы һәм журналист
(Ибраһим Минғәзиев битенән йүнәлтелде)

Ибраһим Ғәзи (шулай уҡ Ибрай; төп исеме һәм фимилияһы Ибраһим Зарифулла улы Минғәзиев; 4 февраль 1907 йыл 20 февраль 1971 йыл) — СССР яҙыусыһы, тәржемәсе һәм журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969).

Ибраһим Ғәзи
Зат ир-ат
Тыуған көнө 4 февраль 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Большие Кармалы[d], Богородская волость[d], Тетюшский уезд[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 февраль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
 Ибраһим Ғәзи Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ибраһим Зарифулла улы Минғәзиев (ижади псевдонимдары Ибраһим Ғәзи, Ибрай) 1907 йылдың 4 февралендә Рәсәй империяһы Ҡазан губернаһының Кама тамағы өйәҙе Иҫке Ҡарамалы[1] ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1919 йылдан 1924 йылға тиклем Тәтеш балалар йортонда тәрбиәләнә һәм хеҙмәт мәктәбендә уҡый. 1924 йылдан 1926 йылға тиклем — Ҡазан партия мәктәбе студенты.

1920-се йылдарҙа төрлө гәзиттәргә мәҡәләләр яҙа, 1926 йылдан комсомол активисы, 1927 йылда Коммунистар партияһы сафына инә, 1931 йылға тиклем комсомол эшендә була. 1933—1938 йылдарҙа — Татар дәүләт нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт секторы мөдире. 1934 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына.

1930-сы йылдарҙа повестар һәм хикәйәләр яҙа башлай, тиҙҙән ниндәйҙер кимәлдә танылыу ала. Уның әҫәрҙәре ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәрҙең көнкүрешенә арнала, «Бармаҡ» (1930), «Көмөш һыулы Нурминкә» (1931), «Бригадир ҡыҙ» (1932), «Катя Сорокина» (1938—1939) хикәйәләре шул заман йәштәренең тормошона арнала; автор аҙаҡ «Алмағастар сәскә ата» (1951) әҫәрендә лә шул темаға әйләнеп ҡайта. 1931—1942 йылдарҙа Татар АССР-ының Яҙыусылар союзында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, насар күреү сәбәпле, уны фронтҡа алырға теләмәһәләр ҙә, ул 1943 йылда үҙ ирке менән фронтҡа китә. Һуғыштан ҡайтҡас, хәрби темаға бер нисә повесть яҙа: «Улар өсәү ине» (1945, совет разведчиктары тураһында), «Беҙ осрашырбыҙ әле» (1947). 1955 йылда уның нефтселәр тормошона арналған «Ғади кешеләр» романы баҫылып сыға (урыҫ теленә 1957 йылда «За городом, за Казанью» исеме аҫтында баҫыла). 1967—1971 йылдарҙа Ғәзи Татар АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе була, 1970—1971 йылдарҙа — РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. Өс орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 1969 йылда Ғабдулла Туҡай исемендәге премияға лайыҡ була.

«Онотолмаҫ йылдар» автобиографик роман-трилогияһы өҫтөндә автор 1949 йылдан алып 1969 йылға тиклем эшләй. Был әҫәр 1950—1975 йылдарҙа урыҫ телендә «Хлеб, винтовка и любовь» исеме аҫтында баҫыла. Тап ошо романы өсөн Ғәзи Ибраһим Татар АССР-ының Дәүләт премияһын алыуға өлгәшә. Ғәзи Ибраһим тәржемәсе булараҡ та таныла. М. Е. Салтыков-Щедрин, А. П. Чехов, М. Горький, Ги де Мопассан һәм башҡа урыҫ һәм сит ил яҙыусылары әҫәрҙәрен тәржемә итә.

  • С. Сафуанов. Ибраhим Ғази. Яҙыусы тураһында китап. Ҡазан, 1968, 168 бит. (тат.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2018)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. хәҙер Татарстан Республикаһының Кама тамағы районы Оло Ҡарамалы ауылы

Һылтанмалар

үҙгәртергә