Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы

башҡорт яҙыусыһы, драматург
(Ибрагим Абдуллин битенән йүнәлтелде)

Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы (20 сентябрь 1920 йыл — 9 июль 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, драматург. 1947 йылдан — КПСС, 1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) ордендары кавалеры.

Ибраһим Абдуллин
Исеме:

Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы

Тыуған көнө:

20 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Ерекле ауылы

Вафат булған көнө:

9 июль 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (84 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

драматург, прозаик

Жанр:

роман, пьеса, хикәйә, нәҫер

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1980 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1966
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ибраһим Әхмәт улы Абдуллин 1920 йылдың 20 сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Шаран районы Ерекле ауылында тыуған.

1938 йылда яҙыша башлай, 1939 йылда Өфө геологоразведка техникумын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы аҙаҡтарынаса армияла хеҙмәт итә. Сталинград фронтында ҡаты яралана. «Выстрел» офицерҙар әҙерләү юғары курсында уҡый. I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены[2], Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1966), миҙалдар менән бүләкләнгән.

1945—1952 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гаэетаһының үҙ хәбәрсеһе булып эшләй, 1947 йылда — КПСС сафына, 1949 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына.

1957 йылда Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған. 2005 йылдың 9 июлендә вафат була, Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән[3].

Әҙәби ижады

үҙгәртергә

И. Абдулин ижадының төп өлкәһе — драматургия; ул өс тиҫтәләп ҙур күләмле пьесалар авторы. Уның «Девон фонтандары», «Вәғәҙә онотолмай», «Беҙ айырылышмабыҙ», «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Гөлмәрфуга», «Бажалар», «Урман ҡыҙы», «Ялҡынһыҙ яна йөрәк», «Йөрәк менән шаярмайҙар», «Утың һүнмәһен, улым», «Бер мөхәббәт яҙмышы», «Онотолған ант», «Ә ҡайындар һаман хәтерләй», «Их, Өфө ҡыҙҙары!..», «Тиле йәшлек», «Йыр булып ҡайтырмын», «Яратам, яратам…», «Күңелдәргә пәрҙә ҡормағыҙ», «Айһылыуҙың айлы кистәре», «Беҙ китергә килмәнек» һ. б. пьесалары китаптарҙа баҫылып сыҡты һәм театрҙарҙа ҡуйылды, һуңғы йылдарҙа драматург «Тоштар оҙон булмай» пьесаһын яҙҙы. Ул шулай уҡ «Хуш, Рим», «Тол ҡатындар иламай», «Ҡош юлынан барам» романдары, повестары, хикәйәләр һәм нәҫерҙәр авторы.

 
Ибраһим Абдуллиндың ҡәбере
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә