Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы

(Зөфәр Йәнекәев битенән йүнәлтелде)

Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы (4 март 1951 йыл) — рус. Еникеев Зуфар Иргалиевич — дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Юридик фәндәр докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).

Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы
Тыуған көнө

4 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, 1-се Моҡас ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

хоҡуҡ ғилеме

Эшләгән урыны

Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды

Альма-матер

Урал дәүләт юридик академияһы

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары

Салауат Юлаев ордены Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001)

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары. 2-се саҡырылыш. Алдағы рәттә һулдан беренсе — Зөфәр Йәнекәев
БАССР-ҙың ХII саҡырылыш Юғары Совет депутаттары. Зөфәр Йәнекәев үҙе етәкселек иткән комиссия ағзалары менән. Алғы рәттә уңдан икенсе

Биографияһы

үҙгәртергә

Зөфәр Ирғәли улы Йәнекәев 1951 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Моҡас ауылында тыуған.

Мәктәпте бөткәндән һуң 2 йыл Ирәндек совхозында эшсе була. 1973 йылда Свердловск юридик институтын тамамлай.

Дыуан районында (1973−1974), Салауат ҡалаһында (1974—1976) һәм Баймаҡ районында (1976−1978) прокуратура тәфтишсеһе булып эшләй. 1974 йылда Совет Армияһы сафына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Сибай ит комбинатында юрисконсульт була, унан һуң Сибай ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ участкаһы начальнигы урынбаҫары, граждандар оборонаһы штабы начальнигының ярҙамсыһы булып эшләй.

1975 йылда Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының аспирантураһына инә. «Рәсәй составындағы Башҡортостандың хоҡуҡи статусы, ХVI — XXI быуаттар» тигән темаға кандидатлыҡ, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Артабанғы эш урындары: БДУ-ның юридик факультеты уҡытыусыһы; Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында: Секретариаттың сектор мөдире, Халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе.

... «Башҡорт халҡының михнәттәр сигеп, инҡилаптарҙа көрәшеп яулаған дәүләте — Башҡортостан Республикаһы — уның именлегенең гаранты булып тора»

З.И. Йәнекәев

1995 йылдан 2014 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Закондар сығарыу Палатаһының Урындағы власть мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре комитеты рәйесе; Европа Төбәктәр Палатаһында (Европа Советы, Страсбург) Рәсәй Федерацияһы вәкиле; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһының Ҡануниәт, дәүләт төҙөлөшө һәм суд-хоҡуҡи мәсьәләләр комитеты ағзаһы, 2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйлышы — Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидаралыҡ, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте комитеты рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе вазифаһын биләй.

Ғаиләһе: ҡатыны, ике балаһы бар.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы — 200-ҙән ашыу ғилми публикация авторы.

  • Еникеев Зуфар Иргалиевич. Правовой статус Башкортостана в составе России, ХVI — XXI вв. (История и современность) : Дис. … д-ра юрид. наук : 23.00.02 : Москва, 2003 387 c. РГБ ОД, 71:04-12/12-2
  • Конституционно‑правовое развитие Башкортостана. Уфа, 2008.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001)
  • Салауат Юлаев ордены (2011)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә