Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы

Ҡ. Дәүләткилдеев әҫәре

Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы — башҡорт совет рәссамы, 1937 йылдан СССР Художниктар союзы ағзаһы, башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалған Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы әҫәре[1].

Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы
Рәсем
Урын Уҫманғәле һәм Белорет районы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән 1928 йыл
Эшләүсе Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиәскәр улы
Ҡасим Дәүләткилдеев. Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы

Рәссамдың биографияһынан

үҙгәртергә

Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһы Күгел ауылында (хәҙерге Благовар районы) донъяға килгән. Йәшләй етем ҡалып, Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. Петербургта Юғары художество-сәнәғәт училищеһын тамамлап, Художество академияһына уҡырға инә, әммә уны тамамлай алмай.

1917 йылда Өфөгә ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса (1947 йылғаса) Өфөлә йәшәй. Ҡайтыу менән, Өфө художество түңәрәгендә әүҙем эшләй, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Октябрь революцияһынан һуң Өфөлә революцион Рәсәй рәссамдары берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе була. М. В. Нестеров Өфө художество музейы ойошторолғас, Ҡ. Дәүләткилдеев унда эшләп ала һәм ғүмеренең ахырынаса музей менән бәйләнешен өҙмәй.

1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асыла, һәм Ҡ. Дәүләткилдеев унда эшләй башлай, ул башҡорттарҙан беренсе рәсем сәнғәте уҡытыусыһы була.

20-се һәм 30-сы йылдарҙа ул халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу маҡсаты менән республика буйлап экспедицияларҙа йөрөй. Шул сәфәрҙәренең береһендә, 1928 йылда, ул Белорет, Учалы райондарында булып китә.

Рәсемдең тарихы

үҙгәртергә
 
Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ — Мәрйәмдең комсомол билеты
 
Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ — М. Йомағолова ғаиләһе, ейәндәре менән

1928 йылдың йәйендә рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдеев, Юлий Блюменталь, Александр Тюлькин республика буйлап ижади сәфәргә сығалар. Улар Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Белорет районының) Инйәр ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан Уҫманғәле ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшәләр. Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. Ҡасим Дәүләткилдеевтең «Башҡорт йортоноң болдоро» тигән әҫәре тап ошо йортҡа ҡарап яҙылған да инде.

Ҡасим Дәүләткилдеев бер нисә портрет әҫәре лә яҙа. Шулар араһында — «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте[2]. Ул юғары сәнғәт кимәлендә ижад ителгәнлеге менән айырылып тора. Әҫәр 1929 йылдың башында Мәскәүҙәге Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелә. Шулай уҡ 1929 йылда АҠШ-та Сан-Диегола «Милли төбәктәр рәссамдары» тип аталған Бөтә донъя күргәҙмәһенә Юлий Блюменталь, Василий Сыромятников, Александр Тюлькин, Ҡасим Дәүләткилдеевтең әҫәрҙәре ҡатнаша. Улар араһында «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һәм «Һунарсы башҡорт» әҫәрҙәре була.

Әҫәрҙең героиняһы — ошо ауыл ҡыҙы, Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы. Уларҙың ғаиләһе хәлле йәшәгән, малды күп тотҡан. Тау-ташлы, урманлы Инйәр төбәгендә бесән эшләү еңелдән түгел, шуға ата-әсәһе һуңлап ҡына ҡайта торған булған, ә ҡыҙыҡай өйҙә донъя көтөп ҡалған. Ул саҡта Мәрйәмгә 12 генә йәш булған.

Мәрйәмдәрҙең өйөнә ике кеше килеп инә, улар башҡортса һөйләшәләр. Оҙон, ҡаҡсаһы Дәүләткилдеев була ла инде. Өйҙә яңғыҙ ғына ултырған ҡыҙҙың ҡурҡып төшкәнен күреп, шаяртып һөйләшә, тынысландыра.

Рәссам баҫалҡы, инсафлы, һөйкөмлө, өркәк кенә ҡыҙҙың портретын эшләргә була. Көн буйына ҡуҙғалмай ултырырға мәжбүр булған ҡыҙ һуңынан, атай-әсәйем ҡайтып, өй эштәрем эшләнмәй ҡалғанына асыуланыр инде, тип ҡурҡып бөттөм, тип иҫләй торған була[3].

Һүрәттәге шул тиклем тәбиғи матурлыҡҡа эйә, тартынсаҡ, иманлы, шул уҡ ваҡытта эске рухи көскә эйә икәне күренеп торған ҡыҙ бала, Инйәр-ҡатай йортондағы яҫтыҡ-ҡаралды, килен бирнәһе, көнкүреш әйберҙәре фонында һынландырылып, шул осор тарихында мәңгеләштереп ҡалдырылған. Был — шул осор башҡорт ҡыҙҙары образы ла, ҡатай көнкүрешенең бер сатҡыһы ла булып һүрәтләнеп ҡалған.

Һүрәткә рәссам датаны ла яҙып ҡуйған: «2.9.28 г.»

Героиняның артабанғы яҙмышы

Мәрйәмде йәшләй генә Береш ауылы егете Мирсәйет Сәлмән улы Мостафинға кейәүгә бирәләр. Йәш ғаилә, йорт һалырға урын эҙләп, Инйәр йылғаһының аръяғына сыға һәм йорт һала. Бындағы урынды оҡшатып, башҡалар ҙа күсенә башлай, һәм Берештамаҡ ауылы барлыҡҡа килә.

Һуғыш башланып китә. Мирсәйет, уның ауылдашы Баһауетдин бергә һуғышҡа китәләр. Берәйһе һәләк булып ҡалһа, дуҫының ғаиләһен ташламаҫҡа, тип һүҙ ҡуйышалар. Мирсәйет һәләк була. Дуҫы, вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, иҫән-имен ҡайтҡас, уның ғаиләһен ташламай, Мәрйәмгә өйләнеп, ике ҡатын менән йәшәй. Совет осоро булһа ла, уларға хакимиәт яғынан дәғүә белдереүсе булмай.

Биш балалы әсә Мәрйәм Йомағол ҡыҙы леспромхозда эшләй, бик эшһөйәр була, олоғайғас та һыбай сығып китә ине, тип хәтерләйҙәр ауылында уның хаҡында.

Бына шулай, башлап йорт һалып инеп, ғаиләһе менән Берештамаҡ ауылына нигеҙ һалған, күп бала үҫтереп, яҡшы хеҙмәте менән ихтирам яулап, ябай, әммә абруйлы тормош юлы үткән был тарихи һүрәт героиняһы Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Илдар Шәрипов. Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы. — «Тамаша», 2014, № 4

Һылтанмалар

үҙгәртергә