Зәкәрийә
Зәкәрийә ибн Азан (ғәр. زكريا) — израиль халҡына ебәрелгән Ислам пәйғәмбәре. Библиялағы рухани Захария бер тип һанала. Ҡөрьән 7 тапҡыр телгә алынған. Яхъя (Иоанн Креститель) пәйғәмбәрҙең атаһы.
Зәкәрийә | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | Б. э. т. I быуат |
Тыуған урыны | Хеврон[d], Хеврон[d], Западный берег реки Иордан[d], Фәләстин Дәүләте |
Вафат булған көнө | I быуат |
Вафат булған урыны | Иерусалим, Римская Палестина[d] |
Хәләл ефете | Праведная Елисавета[d] |
Балалары | Иоанн Креститель[d] |
Нәҫеле | Аарон[d], коэны[d] һәм Племя Левия[d] |
Һөнәр төрө | рухани |
Статус канонизации | святой[d] |
Праздник святого | 5 сентябрь |
Сәләмәтлек торошо | селективный мутизм[d][1] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Евангелие от Луки[d] |
Изображается на | Annunciation to Zacharias[d] |
Зәкәрийә Викимилектә |
Пәйғәмбәрлек эшмәкәрлеге
үҙгәртергәУның тулы исеме: Зәкәрийә ибн Азан ибн Мүслим ибн Садун.Зәкәрийә пәйғәмбәр ваҡытында Әл-Ҡудс (Иерусалим) ҡорамында тәүлек әйләнәһенә ғибәҙәттәр ҡылына. Был ҡорам хеҙмәткәрҙәре Һарун затынан була. Шул осорҙа Израилдә пәйғәмбәр булмаған, исраил улдары Аллаһы тәғәләнән пәйғәмбәр ебәреүҙе ялбарып, көн-төн уҡынған, һәм Аллаһ Зәкәрийәне пәйғәмбәр итеп тәғәйенләгән. Зәкәрийә иман юлына өндәгән, тик бик күптәр уны инҡар иткән, һанламаған.Мәрйәм Инәнең улы Ғайса пәйғәмбәр тыуғандан һуң Бәни Исраил (Израиль) халҡы Зәкәрийәнең өйөнә баҫып инеп, уны Мәрйәм менән зина ҡылыуҙа ғәйепләп, үлтерәләр.
Мәрйәмде тәрбиәләү
үҙгәртергәЗәкәрийә Бәни Исраилдең бик тәҡүә һәм зирәк аҡыллы кешеһе булған. Ул буласаҡ пәйғәмбәр әсәһе Мәрйәмде бәләкәй сағында тәрбиәгә йәрәбә буйынса ала. Уның ярҙамында Мәрйәм Тәүратты өйрәнә. Зәкәрийә Мәрйәмдең әсәһе яғынан яҡын апаһының ире була. Шул рәүешле Яхья пәйғәмбәр менән Ғайса пәйғәмбәр туған булып сыға.
Зәкәрийә Мәрйәм менән булған бик күп тылсымлы нәмәләргә шаһит була. Мәҫәлән, йәй көнө уның табынында - ҡышҡы , ә ҡышҡыһын йәйге емештәр күрә. Ҡайҙан алдың тигән һорауға Мәрйәм, Аллаһы тәғәлә ебәрҙе, тип яуаплай торған булған (Коран, 3: 37).
Яхъяның тыуыуы
үҙгәртергә100 йәшендә Зәкәрийәнең балалары булмаған һәм ул Аллаһы тәғәләнән тоҡом биреүҙе һорап ғибәҙәт ҡыла торған булған(Коран, 3: 38). Бер мәл Зәкәрийә михрабта Аллаһы тәғәләгә ғибәҙәт ҡылған ваҡытында уға фәрештәләр килеп уның Яхья тигән пәйғәмбәр улы тыуасағын хәбәр итә. Зәкәрийә быға ышанмай һәм берәй кирәмәт биреүҙе һорай. Аллаһ уны өс көнгә телһеҙ итә.
Шунын һуң Зәкәрийәнең Яхъя улы тыуа. Яхъя пәйғәмбәр Ғайса пәйғәмбәрҙән ярты йыл алда тыуа һәм уға халҡы араһында вәғәздәр һөйләргә ярҙам итә.
Зәкәрийә Ҡөрьәндә
үҙгәртергә- Баһаламалар: 6:85, 19:2, 19:7-8, 21:90
- Бала теләүе: 3:38, 19:3-6, 21:89
- Теләге ҡабул булғаны: 3:39-40, 19:7-9, 21:90
- Өс көнгә телдән яҙыуы: 3:41, 19:10-11
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Пиотровский М.Б. Закарийа // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 74.
- Али-заде, А. А. Харун // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ҡалып:ЭИ/2
- В. Heller. Islamische Jesaja-Legende, Islamische Zacharija-Legende. — MGWJ. 1936, — p.53.
Был ислам шәхесе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- ↑ Лука 20 // Εὐαγγέλιον κατὰ Λουκάν — 0085.