Зурков Павел Эдуардович

совет ғалимы

Зурков Павел Эдуардович (5 (18) ноябрь 1906, Харьков3 май 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (61 йәш), Магнитогорск, Силәбе өлкәһе) — тау эше өлкәһендә совет ғалимы, техник фәндәре докторы (1958), профессор (1959)[1].

Зурков Павел Эдуардович
рус. Павел Эдуардович Зурков
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 (18) ноябрь 1906
Тыуған урыны Харьков, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 май 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Магнитогорск
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы, тракторсы
Эшмәкәрлек төрө тау эше
Эш урыны Урал дәүләт тау университеты
Кривой Рог милли университеты[d]
Уҡыу йорто Урал дәүләт тау университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] (1958)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Асыҡ ысул менән ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү, быраулау һәм шартлатыу эштәре, тау-шартлау сейсмикаһы тураһында 200-ҙән ашыу баҫма хеҙмәт авторы. Уралда асыҡ тау эшкәртеү үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Биографияһы

үҙгәртергә

1906 йылдың 5(18) ноябрендә Харьков ҡалаһында эшсе-слесарь ғаиләһендә тыуған[2].

1918 йылда башланғыс мәктәптең өс класын тамамлай. Урта хәлле крәҫтиәндә 13 йыл батрак булып, китап баҫыу эше өйрәнсеге, Смоленск ауылында слесарь өйрәнсеге булып эшләй.

1923—1924 йылдарҙа Бийскта шәхси оҫтаханала эшләй, бер үк ваҡытта киске мәктәптә уҡый. 1924—1927 йылдарҙа Бийск профессиональ-техник мәктәптә уҡыуын дауам итә, тракторсы-монтер һөнәре ала. 1927 йылда комсомол ҡала комитеты уны Томск дәүләт университетына уҡырға ебәрә. 1929 йылда Себер технология институтына (Томск) күсерелә, ә 1931 йылда Свердловск тау институтына күсә. Уҡыу менән бер үк ваҡытта Кривой Рог шахталарында, «Уралуголь» комбинатында һәм Магнитогорск руднигында эшләй[2].

1933 йылда Свердловск тау институтын «тау инженеры» һөнәре буйынса тамамлай һәм шунда уҡ уҡыу йорттары баш идаралығы (ГУУЗ) тарафынан Турин тау техникумы уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1934 йылда Свердловск тау институты аспирантураһына уҡырға инә. 1939 йылда «Анализ условий применения тупиковых, спиральных заездов и наклонных подъёмников большой производительности» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1939—1941 йылдарҙа Свердловск тау институтында ассистент, мәғдән ятҡылыҡтарын эшкәртеү кафедраһы доценты булып эшләй. 1942—1943 йылдарҙа «Тагилстрой» тау бүлегендә эшләй һәм бер үк ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Түбәнге Тагилға эвакуацияланған Кривой Рог тау-мәғдән институтының тау эше кафедраһы доценты, мөдире була. Артабан уҡыу йорттары баш идаралығы тарафынан 1944 йылда Түбәнге Тагил индустриаль институтына уның кафедраларының береһенә мөдир һәм тау-металлургия факультеты деканы итеп күсерелә.

1947 йылда Магнитогорск ҡалаһына Магнитогорск тау-металлургия институтына эшкә ебәрелә, ғүмеренең аҙағына тиклем шунда эшләй. 1958 йылда СССР Фәндәр академияһының Тау эше институтында «Основные вопросы открытой разработки полезных руд сложного состава» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм 1959 йылда профессор ғилми дәрәжәһендә раҫлана.

1968 йылдың 3 майында Магнитогорск ҡалаһында вафат була һәм шунда ерләнә[3].

1961 йылда Зурков Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, 1962 йылда у4а «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» исеме бирелә[2].

Пермь крайының Дәүләт архивында П. Э. Зурковҡа ҡағылышлы документтар бар[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Зурков Павло Едуардович // Професори КГРІ-КТУ / Кривий Ріг: Видавничий дім КНУ, 2012. — 190 с. — С. 68. ISBN 978-966-2775-04-4(укр.)
  • Зурков, Павел Эдуардович // Энциклопедия Криворожья. В 2 т. Т. 1. А—К : [укр.] / сост. В. Ф. Бухтияров. — Кривой Рог : Явва, 2005. — С. 480.

Һылтанмалар

үҙгәртергә