Зейналова Ирада Автандиловна

Ирада Автандиловна Зейналова ( 20 февраль 1972 йыл, Мәскәү) — Рәсәй журналисы, корреспондент, телевидение алып барыусы. НТВ (2016 йылдан) телеканалында «Аҙна йомғаҡтары» программаһы авторы һәм уны алып барыусы. НТВ телекомпанияһының Мәғлүмәттәр дирекцияһы мәғлүмәт-күңел асыу программаларының баш художество етәксеһе.

Зейналова Ирада Автандиловна
рус. Ирада Автандиловна Зейналова
әзерб. İradə Aftandil qızı Zeynalova
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 февраль 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Бер туғандары Зейналова, Светлана Автандиловна[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, репортёр, алып барыусы, игрок в интеллектуальные игры
Уҡыу йорто К. Э. Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университеты[d]
Ҡатнашыусы Что? Где? Когда?[d]
Дәүләт  Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 9576
 Зейналова Ирада Автандиловна Викимилектә

Элек «Беренсе канал»да (2012—2016) «Ваҡыт» программаһының йәкшәмбе сығарылышын алып барған[1], Бөйөк Британияла (Лондон)[2] һәм Израиль (Тель-Авив)[3] «Беренсе канал» ААЙ корреспондентлыҡ бюроһы мөдире була. Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, журналист Светлана Зейналованың өлкән апаһы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Ирада Зейналова 1972 йылдың 20 февралендә Мәскәүҙә ҡатнаш ғаиләлә тыуа: атаһы Автандил Исабалиевич — әзербайжан, әсәһе Галина Алексеевна — урыҫ. Светлана Зейналованың (1977) өлкән апаһы. Ирада ҡараштары һәм тәрбиәһе буйынса күберәк азербайжан, Светлана — урыҫ[4].

Мәскәүҙең 61-се мәктәбендә уҡый[5].

1995 йылда К.Э.Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетында уҡый. Һөнәре — онтаҡ материалдар һәм иретеүҙәрҙе юғары тиҙлектәге ҡатырыу юлы менән алынған һаҡлағыс ҡаплауҙар инжернер-технологы[6]. Юғары уҡыу йортон тамамлау менән стажировканы АҠШ-та үтә[7].

1997 йылдан телевидениела. Тәүҙә (РТР) «Хәбәрҙәр» программаһында мөхәррир, шулай уҡ инглиз теленән тәржемәсе булып эшләй[8]. Голландия бригадаһы тәржемәсеһе сифатында «Хәбәрҙәр» өсөн ньюсрум төҙөүҙә ҡатнаша[7].

2000 йылдан алып 2003 йылға тиклем — «Хәбәрҙәр»[9] һәм «Аҙна хәбәрҙәре»[10] программаһы корреспонденты. 2002 йылдың октябрендә террористик акттар көндәрендә Дубровкала эшләй[11]. «Рәсәй» телеканалынан 2003 йылдың апрелендә китә[12].

2003 йылдан алып 2016 йылға тиклем «Беренсе канал»да эшләй[5]. Башта, 2003 йылдан 2007 йылға тиклем — «Яңылыҡтар», «Ваҡыты» һәм «Башҡа яңылыҡтар» мәғлүмәти программаларҙа хәбәрсе булып эшләй[13]. 2004 йылдың февралендә[14] һәм 2010 йылдың мартында[15] Мәскәү метроһында шартлау көнөндә, 2004 йылда Бесланда террористик акт көндәрендә[16], 2005 йылдың 25 майында[17] Мәскәү энергия селтәрҙәрендә авария көндәрендә, шулай уҡ 2006 йылда Германияла футбол буйынса чемпионаттың финал уйындарынан репортаждар алып бара[18].

«Беренсе канал» бригадаһы составында 2006 йылда Италияның Турин ҡалаһында Ҡышҡы олимпия уйындарында[19], 2012 йылда Лондонда Йәйге олимпия уйындарында[20] һәм 2014 йылда Сочи [21] уйындарында эшләй.

«Иң яҡшы репортер» номинацияһында «Йөҙҙәр» категорияһында «ТЭФИ-2006» телевизион премияһы лауреаты («Олимпиаданың алтын мизгелләре» тапшырыуҙар циклы өсөн»)[22]; II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә (2006)[23].

2007 йылдан 2010 йылға тиклем Бөйөк Британияла Лондонда — «Беренсе канал» ААЙ бюроһы мөдире[24]. 2010—2011 йылдарҙа ҡабаттан Мәскәүҙә эшләй[25].

2011 йылдың мартынан 2012 йылдың июленә тиклем — Израилдә Тель-Авив ҡалаһында «Беренсе канал» ААЙ бюроһы мөдире[26].

9 сентябрь 2012 йылдың 2016 йылдың 10 июленә тиклем[27] — «Ваҡыт» телепрограммаһының йәкшәмбе сығарылышын алып бара[28].

2012 йылдың 7 декабренән йыл һайын үтә торған «Дмитрий Медведев менән һөйләшеүҙәр»ҙә ҡатнаша (2012—2015 йылдарҙа — «Беренсе канал» журналисы булараҡ[29], 2016 йылдан — НТВ хеҙмәткәре булараҡ[30]).

2014 йылдың июлендә терегә ҡаҙаҡланған малай тураһында ялған таратыуҙа ҡатнаша[31]. Шул уҡ йылдың 21 декабрендә, Ирада Зейналова «Ваҡыт» тапшырыуы эфирында «журналистарҙың был фәжиғә тураһында дәлилдәре булмаған һәм юҡ, тик был Славянскта тамуҡтан ҡасҡан ысын ҡатын-ҡыҙҙың ысын хикәйәһе», тип белдерә[32][33][34].

2014 йылдың авгусында Украина көнсығышында һуғышы һәм Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы буйынса позицияһы өсөн Украина тарафынан санкция исемлегенә индерелә[35].

2015 йылдың 18 декабрендә КВН Юғары лигаһының финалында Мурманск йыйылмаһын сәләмләүҙә ҡатнаша. 2016 йылдың 1 октябрендә уның ҡатнашлығында Максим Галкиндың «МаксимМаксим» күңел асыу программаһы күрһәтелә, был уның «Беренсе каналда» һуңғы сығышы була[36].

2016 йылдың ноябрендә алып барыусының «Беренсе канал»дан НТВ телеканалына күсеүе тураһында билдәле була[37][38][39]. 2016 йылдың 4 декабренән ул был каналда « Ирада Зейналова менән аҙна йомғаҡтары» йәкшәмбе мәғлүмәти-аналитик программа алып бара башлай[40]. Студияла тапшырыуҙар алып барыуҙан тыш, Ирада Зейналова үҙ программаһы өсөн репортаждар әҙерләй, шулай уҡ аҙнаның төп ваҡиғаларына ҡағылышлы кешеләрҙән интервью ала[41][42].

Сергей Колыванов һәм Егор Малоземов менән бергә 2017 йылдың 21 июлендә «Владимир Путин менән балаларса булмаған һөйләшеү» программаһын алып бара[43].

Беренсе ире — журналист Алексей Самолетов[44], улы Тимур[45]. 2015 йылдың октябрендә ире менән айырылыша[46], уларҙың никахы 20 йыл дауам итә[47].

Икенсе ире — хәрби корреспондент Александр Евстигнеев, шулай уҡ «Беренсе канал»да эшләй (2007 йылдың апреленән 2017 йылдың декабренә тиклем)[48], хәҙер Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компаниясһының «Рәсәй-1» каналында эшләй. Туйҙары 2016 йылдың 16 декабрендә туйы үтә[49][50].

Зейналованың ике туған ағаһы Исабала Муса Оглы Санкт-Петербург дәүләт аграр университетының юридик факультетының элекке деканы була. Ришүәт өсөн ҡулға алына һәм 2017 йылда 8 йылға хөкөм ителә[51].

       

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2014 йылдың 22 апреле) — «Ҡырым Республикаһында ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа юғары профессионаллек һәм объективлыҡ өсөн» (бүләкләү тураһында указ иғлан ителмәй)[52][53].
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2006 йылдың 27 ноябре) — «Ватан телерадиотапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн»[54].
  • «Рәсәйҙең алтын ҡәләме» премияһы (2018)[55].
  • Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2021) —«Ватан телерадиотапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн»[56].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Телесюжет о «распятом мальчике»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Арефьев, Егор. Ирада Зейналова ушла из «Воскресного времени». Комсомольская правда (24 август 2016). — Телевизор. Дата обращения: 26 сентябрь 2016.
  2. Спецкор Первого канала в Лондоне Ирада Зейналова: «Кому нужен Лондон без шпионов?» Комсомольская правда (17 апрель 2009).
  3. Ирада Зейналова — Лица — Первый канал
  4. Афанасьева, Елена. Разное телевидение сестёр Зейналовых. Радиостанция «Эхо Москвы» (14 август 2011). — Телехранитель. Дата обращения: 25 август 2016.
  5. 5,0 5,1 Ирада Зейналова – телеведущая воскресных «Итогов недели» на НТВ, журналист. Биография, Статьи, Фото, Видео - Свободная Пресса.
  6. Воскресное бремя. Огонёк (10 сентябрь 2012).
  7. 7,0 7,1 Извольте объясниться. Сколько языков знают телеведущие? МК-Бульвар (23 март 2011).
  8. Ирада Зейналова. Сноб.
  9. Александра Маринина: "Каменской рано иметь детей". Vesti.ru.
  10. Трагедия в Осетии. Осталась только надежда. Еще один прерванный полет. Вести недели. 2014 йыл 6 июль архивланған.
  11. Ирада Зейналова: Уже знаю, как кони ходят. Лениздат.ру.
  12. Учиться планировать семью нужно еще в школе. Vesti.ru.
  13. НОВОСТИ, ОТЛИЧНЫЕ ОТ ДРУГИХ… Ежедневный журнал. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  14. В Москве на станции «Автозаводская» продолжается расследование взрыва (видеосюжет). Первый канал.
  15. На станции метро «Лубянка» следователи обнаружили тело одной из террористок-смертниц. Первый канал.
  16. Проверка на страсти. Телеканалы вспоминают уроки «Норд-Оста». Кавказский узел.
  17. В Москве ликвидируют крупнейшую аварию в энергосистеме. Первый канал.
  18. Италия доказала, что еe футбол - лучший в мире. Первый канал.
  19. Олимпийцы в камере. В Турин наши журналистки поедут без кошельков.
  20. Ирада Зейналова: «Я говорила себе, что у меня муж герой и я должна ему соответствовать». Интервью с ведущей программы «Время».
  21. Как тележурналисты болели за наших на Олимпиаде в Сочи. Половину февраля вся страна смотрела трансляции из олимпийского города, о победах и поражениях мы узнавали не без помощи корреспондентов.
  22. Сергей Брилев награждён ТЭФИ. Вести.ру (23 ноябрь 2006).
  23. Указ Президента Российской Федерации от 27 ноября 2006 г. № 1316 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2011 йыл 16 июль архивланған.
  24. Ирада Зейналова ломает стереотипы. Дни.ру (26 декабрь 2012).
  25. Лидер легендарной группы «U2» дал эксклюзивное интервью Первому каналу. Первый канал (7 август 2010).
  26. Женщины Сектора Газа все чаще идут служить в полицию. Первый канал (26 июнь 2012).
  27. «Первый канал» нашел замену Ираде Зейналовой в итоговой программе «Время».
  28. Вести «Воскресное Время» на Первом канале будет Ирада Зейналова. РИА НОВОСТИ (4 сентябрь 2012).
  29. Дмитрий Медведев: "Конца света не будет, будет Новый год". Разговор с Дмитрием Медведевым. Коммерсантъ (7 декабрь 2012).
  30. Дмитрий Медведев даст интервью российским телеканалам 15 декабря. Коммерсантъ (8 декабрь 2016).
  31. ТВ, леденящее душу. Всё показанное по телевизору — правда, а правда — всё показанное по телевизору. Новая газета (17 июль 2014).
  32. Ирада Зейналова переходит с Первого канала на НТВ. Русская служба Би-би-си (2 ноябрь 2016). Дата обращения: 26 март 2017.
  33. Журналисты Первого отвечают на обвинения во лжи в связи с сюжетом про убийство ребёнка в Славянске Первый канал, 21.12.2014
  34. Виктория Макаренко. Ржавые гвозди // Новая газета. — 2015. — № 74 (15 июля). (Тикшерелеү көнө: 26 март 2017)
  35. Власти Украины опубликовали список невъездных российских журналистов. Росбалт (28 август 2014).
  36. Итак, она звалась Ирада. Телепрограмма (2 ноябрь 2016).
  37. Телеведущая Ирада Зейналова переходит с Первого канала на НТВ. РИА Новости (2 ноябрь 2016).
  38. Ирада Зейналова станет ведущей итоговой программы НТВ. Lenta.ru (2 ноябрь 2016). — ТВ и радио. Дата обращения: 4 ноябрь 2016.
  39. Ирада Зейналова ушла с Первого канала. Комсомольская правда (2 ноябрь 2016).
  40. С 4 декабря на НТВ — «Итоги недели» с Ирадой Зейналовой и «Правда с Александром Гурновым». НТВ (21 ноябрь 2016). — Новости. Дата обращения: 21 ноябрь 2016.
  41. Пропагандисты на ТВ взаимозаменямы: Ирада Зейналова теперь встает со стульчика. Московский комсомолец (8 декабрь 2016).
  42. Илья Пономарёв нюх потерял? Собеседник (15 декабрь 2016).
  43. В Сочи прошла «детская» прямая линия Путина. Чем опасен Навальный, президент РФ объяснил на примере Украины. NEWSru.com (21 июль 2017). — В России. Дата обращения: 23 июль 2017.
  44. Ирада Зейналова: «Женщине в репортаже делать нечего».Московский комсомолец(11 декабря 2006).
  45. Ирада Зейналова: "На работе я могу заставить железо гнуться, но в быту тряпка невероятная". Антенна-Телесемь(11 февраля 2013).
  46. Телеведущая Зейналова разводится.Дни.ру(28 октября 2015).
  47. Сын Ирады Зейналовой: «Я люблю обоих родителей. Мамина свадьба — это её выбор».Life.ru(2 сентября 2016).
  48. Александр Евстигнеев. Первый канал.
  49. Алёшина, Елена.Зейналова вышла замуж за Евстигнеева.Дни.ру(16 декабря 2016).— Шоу-бизнес.Дата обращения: 17 декабря 2016.
  50. Веткина, Антонина.Ирада Зейналова вышла замуж в синем.Комсомольская правда(17 декабря 2016).— Телевизор.Дата обращения: 17 декабря 2016.
  51. Брату известной телеведущей Ирады Зейналовой дали восемь лет за взятку в 400 тысяч рублей. Дата обращения: 26 июня 2021.
  52. Владимир Путин наградил более 300 работников СМИ за «объективное освещение событий в Крыму»
  53. Путин наградил 300 журналистов «за объективность при освещении событий в Крыму»
  54. Указ Президента Российской Федерации от 27 ноября 2006 г. № 1316 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Президент России, официальный сайт (27 ноябрь 2006).
  55. Пять журналистов получили награды "Золотое перо".
  56. Михаил Мишустин вручил премии Правительства за 2021 год в области средств массовой информации. Правительство Российской Федерации (13 ғинуар 2022).

Һылтанмалар

үҙгәртергә