Зарубин Георгий Петрович
Зарубин Георгий Петрович (1928—1995) — СССР табибы, ғалим-гигиенист, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты[1].
Зарубин Георгий Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 декабрь 1928 |
Тыуған урыны | СССР |
Вафат булған көнө | 28 июль 1995 (66 йәш) или 27 июнь 1995 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Уҡыу йорто | Ҡазан дәүләт медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
100-ҙән ашыу баҫылып сыҡҡан ғилми эш, шул иҫәптән һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау һәм санитар эште ойоштороу, атап әйткәндә, тирә-яҡ мөхит гигиенаһына арналған 10 монография авторы. «Санитарные вопросы водоснабжения и канализации» монографияһы өсөн Г. П. Зарубин 1979 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының Ф. Ф. Эрисман премияһына лайыҡ була (И.П.Овчинкин менән берлектә).
Биографияһы
үҙгәртергәГеоргий Петрович Зарубин 1928 йылдың 12 декабрендә тыуа.
1953 йылда Ҡазан медицина институтын тамамлай (хәҙер Ҡазан дәүләт медицина университеты) һәм Башҡорт АССР-ында һыу ятҡылыҡтарын санитар һаҡлау буйынса инспекторы вазифаһында эшләй. 1959 йылдан 1962 йылға тиклем Мәскәү Ф. Ф. Эрисман исемендәге гигиена ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр була, һуңынан тимер юлы транспортының Бөтә Союз һыу менән тәьмин итеү һәм һыу гигиенаһы лабораторияһында эшләй. 1962 йылдан Г. П. Зарубин СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дүртенсе баш идаралыҡтың Санитар-эпидемиология станцияһының баш табибы булып эшләй һәм утыҙ йыл дауамында уның алыштырғыһыҙ етәксеһе була.
Г.П. Зарубин - Рәсәй Федерацияһы Президенты Эштәре идаралығы медицина үҙәгенең санитар-эпидемиологик хеҙмәтен ойоштороусы һәм етәксеһе, Рәсәй Федерацияһы Юғары аттестация комитетының Медицина-биология, химия һәм аграр фәндәре идаралығы начальнигы[1].
Н.А. Семашко исемендәге Мәскәү медицина стоматология институтының (хәҙер Мәскәү дәүләт медицина-стоматология университеты) гигиена кафедраһы профессоры була. Уның етәкселегендә 22 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. Күп йылдар дауамында «Гигиена и санитария» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, СССР-ҙың Юғары аттестация комиссияһының Эксперт советы ағзаһы була[2].
Г.П.Зарубин 1995 йылдың 28 июлендә вафат була. Кунцево зыяратында ерләнә[3].
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике «Почёт Билдәһе» ордены һәм миҙалдар менән наградлана; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ПАМЯТИ ГЕОРГИЯ ПЕТРОВИЧА ЗАРУБИНА . Дата обращения: 27 сентябрь 2021. Архивировано 27 сентябрь 2021 года.
- ↑ ЗАРУБИН Георгий Петрович . Дата обращения: 27 сентябрь 2021. Архивировано 27 сентябрь 2021 года.
- ↑ ЗАРУБИН Георгий Петрович (1928 – 1995) . Дата обращения: 21 ноябрь 2021. Архивировано 21 ноябрь 2021 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ПАМЯТИ ГЕОРГИЯ ПЕТРОВИЧА ЗАРУБИНА Архивная копия от 27 сентября 2021 на Wayback Machine