Зайцева Ольга Алексеевна
Зайцева Ольга Алексеевна (тыуған 16 май 1978, Мәскәү, СССР)[1] — рәсәй биатлонсыһы, эстафетала ике тапҡыр Олимпия чемпионы (2006 һәм 2010), өс тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһының күп йыллыҡ лидеры. Ольга Зайцеваның иҫәбендә 8 донъя чемпионатының миҙалы, донъя кубогының 75 миҙалы, шул иҫәптән, 13 шәхси һәм 16 команда ярышында еңеү, шулай уҡ бәләкәй гәлсәр глобус масс-стартта (2005).[2]
Зайцева Ольга Алексеевна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
![]() |
Тыуған көнө | 16 май 1978 (42 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, Мәскәү ҡалаһы |
Һөнәр төрө | биатлонист |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d] |
Спорт командаһы ағзаһы | Центральный спортивный клуб армии[d] |
Ауырлығы | 64 килограмм |
Спорт төрө | Биатлон |
Ҡатнашыусы | 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d], 2006 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d], 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары, Зимние Олимпийские игры 2002[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2010 — масс-старт (женщины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2006 — эстафета (женщины)[d] һәм Биатлон на зимних Олимпийских играх 2010 — эстафета (женщины)[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге | 169 сантиметр |
Фолловерҙар һаны | 19 111 |
![]() |
2015 йылдың ғинуарынан — биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. 2017 йылдың декабрендә МОК тарафынан дисквалификацияланған[3].
БиографияһыҮҙгәртергә
Ольга Зайцева Мәскәүҙә, 1978 йылдың 16 майында тыуған. Атаһы — Алексей Николаевич Зайцев граждандар авиацияһында летчик, әсәһе — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Александра Дмитриевна Зайцева[4]. Зайцева дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған сағында уҡ 1987 йылдан алып саңғы менән мауыға башлай. 1991 йылда, өлкән апаһынан үрнәк алып, Мәскәү 43-сө балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбендә башта тренер С. В. Нестерова ҡулы аҫтында, артабан тренер Е. В. Чукедова етәкселегендә саңғы менән шөғөлләнә башлай.
Биатлонға эләгеүе осраҡлы була[4]. Мәктәп командаһы биатлонсылары өсөн спортсылар етмәй, һәм мәктәптең биатлон командаһы тренеры Зайцеваға биатлонда үҙ көсөн һынап ҡарарға тәҡдим итә. Ике аҙна эсендә ул атыуға өйрәнә һәм ярыштарҙа сығыш яһай, тәүҙә Красногорскиҙа, ә һуңынан Пермдағы Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһында ҡатнаша. 1994 йылда биатлонға тулыһынса күсә.
1993 йылда 8-се кластан һуң Зайцева Мәскәү профессиональ белем һәм спорт колледжына уҡырға инә. 1992—1994 йылдарҙа биатлон буйынса Рәсәй ярыштарнда ҡатнаша, шулай итеп Зайцева Ольга Алексеевнаның спорт карьераһы ныҡлап башланып китә.
Спорт ҡаҙаныштарыҮҙгәртергә
- Ике тапҡыр Олимпия чемпионы эстафетала (2006, 2010).
- Ванкуверҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы масс-стартта көмөш призер (2010).
- Өс тапҡыр донъя чемпионы: эстафетала (2005, 2009) һәм масс-стартта (2009).
- Джонъя чемпионаттарының 2 көмөш һәм өс бронза миҙалы.
- Донъя Кубогында дөйөм зачётта — 4 урын 2005 йыл, шулай уҡ — Донъя бәләкәй кубогында масс-стартта (миҙгел 2004/2005)
- Донъя Кубогында 13 тапҡыр шәхси ярыштарҙа еңеүсе.
ҺөҙөмтәләреҮҙгәртергә
Ibu кубогы (Европа)Үҙгәртергә
Миҙгел | ОЗ | ИГЗ | СЗ | ГПЗ |
---|---|---|---|---|
2000/2001 | ? | ? | ||
2004/2005 | 24-мин | 12-я | 28-я | |
2007/2008 | 67-мин | 26-мин | 79-я |
Донъя кубогыҮҙгәртергә
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә
- Дуҫлыҡ ордены (2010 йылдың 5 мартында) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн 2010 йылда Ванкуверҙағы xxi олимпиада уйындарында еңеүе өсөн.
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» I дәрәжә ордендың миҙалы(24 февраль, 2014 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, 2014 йыл сочи ҡалаһында XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн.
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә ордендың миҙалы(22 февраль, 2007 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[5].
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә ордендың миҙалы (2003 йылдың 17 ғинуары) — физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[6].
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005)
- Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999)
- Рәсәйҙең спорт мастеры (1995)
- Рәсәй спорт мастерына кандидат (1992)
ТренерҙарыҮҙгәртергә
- Беренсе тренерҙары — С. В Нестерова, Е. В. Чукедова, А. И. Суслова.
- Шәхси тренеры — Оксана Рочева.
- Йыйылма командаһы тренерҙары: Вольфганг Пихлер — өлкән тренер, Павел Ростовцев — уҡсылар әҙерләү, Николай Загурский — КНГ төркөм етәксеһе.
ИҫкәрмәҮҙгәртергә
- ↑ Ольга Зайцева — самая известная российская биатлонистка нашего времени (рус.). Российская газета.
- ↑ Ольга Зайцева.
- ↑ МОК пожизненно дисквалифицировал биатлонистку Ольгу Зайцеву
- ↑ 4,0 4,1 Биография Ольги Зайцевой (рус.) (HTML). Официальный сайт Ольги Зайцевой. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 март 2013. 12 март 2013 тикшерелгән. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Zaytseva» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Указ Президента Российской Федерации от 22 февраля 2007 года № 204(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 января 2003 года № 43(недоступная ссылка)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Рәсми сайтында (недоступная ссылка с 28-09-2016 (1665
дня))
- Ольга Зайцева сайта «Яңылыҡтар биатлон»
- Профиль спортсмена на сайте Национальной информационной сети «Спортивная Россия»
- Профиль на www.biastat.com
- Профиль на www.biathlon.com
- Зайцева, Ольга — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Вячеслав Кубицкий. Беги, Зайка, беги! (документальный фильм). ООО «Студия „Единственный дубль“», постпродакшн: студия «Акцент». (2010). Проверено 3 декабря 2011.