HTML

Бөтә донъя селтәрендә документтар өсөн стандартлаштырылған маркировкалау теле (Интернет)

HyperText Markup Language (HTML) — веб-биттәр яһай торған, билдәләр һалыу теле. Веб-биттәрҙе күбеһенсә веб-браузер ярҙамында ҡарап була, мәҫәлән, Internet Explorer. HTML ярҙамында веб-биттә ошондай эштәр башҡарып була: текст яҙыу, һылтанмалар яһау, һүрәттәр ҡуйыу, видео һәм аудио файлдарҙы индереү һәм башҡалар.

HTML ярҙамында ошо әйтеп кителгән операцияларҙы махсус тегтар менән билдәләйҙәр. HTML ярҙамында веб-биткә тағы ла мета-мәғлүмәттәр өҫтәп була. Улар веб-бит тураһында мәғлүмәт һаҡлай; мәҫәлән, веб-битте яһаған автор тураһында. Мета-мәғлүмәт веб-браузер ярҙамында күрһәтелмәй.

HTML кодҡа Cascading Style Sheets (CSS) һәм JavaScript индерелә ала. CSS веб-биттең браузерҙа күрһәтелеүен тасуирлай; мәҫәлән, фон төҫөн, шрифт төрө һ.б., JavaScript веб-биткә яңы фунциялар өҫтәй, һәм веб-битте интерактивлыҡ менән тәьмин итә.

World Wide Wed Consortium (W3C) — Бөтә Донья Интернет Селтәре Консорциумы — HTMLды стандартлаштыра һәм яңы төрҙәрен ғәмәлгә керетә. HTMLдың бер-нисә версиялары бар. Әлеге ваҡытта HTML 4.01 стандарлаштырылған, һәм бөтә кешеләргә ошо версияны ҡулланыу тәҡдим ителә. Яңы версияһы, HTML 5, бер-нисә йылдан стандартлаштырыласаҡ. W3C бынан тыш XHTML стандартын үҫтерә. Ул HTMLға оҡшаған, тағы бер билдә һалыу теле, әммә уны яҙыу тәртибе ҡатыраҡ.[1]

Тарихы үҙгәртергә

HTMLды фәнни һәм техник документтар менән алмашыу өсөн Тим Бернерс-Ли (Tim Berners-Lee) CERNда эшләп сығарған (19911992-се йылдарҙа).

Версиялары:

  • HTML 2.0 — 1995 йыл, ноябрь
  • HTML 3.0 — 1995 йыл
  • HTML 3.2 — 1997 йыл, ғинуар
  • HTML 4.01 — 1999 йыл, 24 декабрь (стандартлаштырылған)
  • HTML 5 — эшләнә.

Тег үҙгәртергә

HTMLда махсус берәмектәр ҡулланыла, ошо берәмектәр программалау телендә «тег» тип атала. Тегтар браузерға веб-бит нисек күрһәтелеүен тасуирлайҙар.

Тег стандартлаштырылған тәртиптә яҙыла. Ул ошо тамғалар эсендә урынлаша: < һәм >, мәҫәлән, <p> — абзац тегы. Тегтар эсендә өҫтәмә атрибут булыуы мөмкин, атрибуттар тегтың үҙенсәлектәрен үҙгәртә; мәҫәлән, <p align=”center”>. Был align атрибуты — абзацты тигеҙләтә торған атрубут, ә center — атрибутты урта һыҙыҡ буйлап тигеҙләтә.

Тегтар ике төрлө була: парһыҙ һәм парлы.

Парһыҙ тегтар:

<br/>

— икенсе юлға төшөү;

<img src=”img.gif” alt=”Альтернатив текст”/>

— рәсем беркетеү, src — файл юлын күрһәтеүсе мотлаҡ атрибут, alt — рәсемгә сысҡанды йүнәлткәндә килеп сыға торған альтернатив текст;

<meta http-equiv="Content-Type" content="text/html; charset=UTF-8"/>

— браузерға биттең хәрефтәре юникод ярҙамында кодланған тип хәбәр итеүсе мета-тег.

Парлы тегтар асыусы һәм ябыусы тегтан тора. Асыусы тег (<tag> — бындай тег юҡ, миҫал ғына), браузерға был эстәге булекте формматлаштырыу башланды тип хәбәр итә, ябыусы тег (</tag>) форматлаштырыу бөттө тип хәбәр итә. Ошо тегтарҙың ҡайһы бер өлгөләре:

<title>Башлыҡ</title>
<p>текст<p/>

“<p>” — асыусы тег, ”</p>” — ябыусы тег;

<a href=”http://www.google.ru/”>Google</a>

<a href=” http://www.google.ru/”> — веб-биткә һылтанма тегы башы, href=” http://www.google.ru/” — һылтанма сайт адресы.

HTML документ яһау үҙгәртергә

HTML документтың киңәйеүе .html йәки .htm була. HTML документ яһауҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ. Иң ябай ысул — тексты форматлаштырмаған текст мөхәррире (редакторы) ярҙамында яһау (мәсәлән, Блокнот). Иң ябай HTML документ яһау өсөн текст мөхәррирендә аҫтағы листингты яҙырға кәрәк.

<head>
<title>Башлыҡ</title>
<meta http-equiv="Content-Type" content="text/html; charset=UTF-8"/>
</head>
<body>
<h2 style="color:gray">Ҡарға</h2>
<p>Ҡара ҡарға ҡарҙан бара</p>
<img src="http://flamber.ru/files/photos/1226658649/1232969305_f.jpg" alt="Ҡарға" width="100px" height="80px"/>
</body>

Артабан ошо тексты UTF-8 кодировкаһында һаҡларға, ә унан һуң ошо файлдың киңәйеүен .html-ға (йәки .htm) үҙгәртеп һаҡларға, шунан браузер менән асырға.

HTML документтар төҙөү өсөн бик күп ҡеүәтле программалар бар. Шуларҙың береһе, бушлай күсереп ала торғаны, Microsoft Visual Web Developer 2010 Express.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә