Зайнагов Ғәзим Ғәрәф улы
Зайнагов Ғәзим Ғәрәф улы (1911 йыл — 15 февраль 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты[1][2][3].
Зайнагов Ғәзим Ғәрәф улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1911 |
Тыуған урыны | Ҡараҡашлы, Дүртөйлө ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, СССР |
Вафат булған көнө | 15 февраль 1945 |
Вафат булған урыны | Польша |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәЗайнагов Ғәзим Ғәрәф улы 1911 йылда Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Дүртөйлө ауыл Советы Ҡараҡашлы ауылында тыуған[1][4]. Ҡыҙыл Армияға 1943 йылда Шаран район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында ат ҡараусы, мина килтереп тороусы, элемтә бүлеге командиры була[2].
1944 йылдың 10 июнендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 19.09.1943, Приказ №: 25/н, 10.06.1944, 60 гв. кп 16 гв. кд), 1945 йылдың 14 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 18.01.1945, Приказ №: 4/н, 14.02.1945, 60 гв. кп 16 гв. кд) менән бүләкләнә[1][2].
1945 йылдың 15 февралендә яуҙа һәләк була, Польшаның Ще́цинский воеводствоһы Арнсвальде районы, Райхенбах ауылында ерләнгән[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.02.1945).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Память народа. Зайнагов Газим Гарапович 2021 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Шаймуратовцы. ЗАЙНАГОВ Газим Гарапович
- ↑ Зайнагов Газим 2021 йыл 28 июнь архивланған.
- ↑ Газим Гарапович Зайнагов 2021 йыл 28 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Память народа. Зайнагов Газим Гарапович 2021 йыл 13 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ЗАЙНАГОВ Газим Гарапович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Зайнагов Газим 2021 йыл 28 июнь архивланған.