Заводчиков Леонид Васильевич

Заводчиков Леонид Васильевич (5 июль 1933 йыл — 24 ғинуар 2006 йыл) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, таусы-ғалим. Техник фәндәр кандидаты, производство ойоштороусыһы, «Тулакүмерҙең» генераль директоры. РФ халыҡ депутаты (1990—1993).

Заводчиков Леонид Васильевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 5 июль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Вафат булған көнө 24 ғинуар 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Тула, Рәсәй
Һөнәр төрө эшҡыуар
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт тау университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Почёт ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Заводчиков Леонид Васильевич Ырымбур өлкәһе Тоцк районының Кирсановка ауылында тыуған. Мәскәү тау институтын (хәҙер — Милли тикшеренеү технология институты «МИСиС») тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген «Тулакүмер» комбинаты «Щекинкүмер» тресының 10-сы шахтаһында начальник ярҙамсыһы булып башлай.

Тау инженерынан алып күмер сығарыу буйынса эреләтелгән Тула производство берекмәһе директорына тиклем юл үтеп, бөтә үҙ тормошон ошо комбинат менән бәйләй. Л. В. Заводчикоы Тула өлкәһендә иң эре производство берекмәһен — «Тулакүмерҙе» 18 йыл етәкләй, «Новомосковскуголь» производство берекмәһе менән берләшкәндән һуң уның кеше һаны 62 мең тәшкил итә.

Техник фәндәр кандидаты, «Определение параметров крепи и упрочнения неустойчивых боковых пород, обеспечивающих устойчивость повторно используемых выработок» темаһына диссертация 1984 йылда яҡлай.[1]

1990 йылда Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаты итеп һайлана. «Ватан» фракцияһы составына һәм Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар Федерацияһы депутаттар төркөмөнә инә.

1995 йылда Тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана, ә 1996 йылда Тау фәндәре академияһы Тула төбәк бүлексәһенең президенты булып эшләй. Был вазифала эш урынында кинәт кенә вафат була.

Танылыуы

үҙгәртергә

Л. В. Заводчиковтың күмер сәнәғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө күп дәүләт һәм ведомство наградалары менән юғары баһалана, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордены, бөтә өс дәрәжәлә «Шахтер даны» билдәһе һ. б. менән бүләкләнә. 2002 йылда ул Рәсәй Президенты указы менән Почёт Ордены менән бүләкләнә[2].

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған шахтеры, күмер сәнәғәтенең Почетлы хеҙмәткәре.

Донской ҡалаһының почетлы гражданы (1993 й.)[3].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Заводчиков Леонид Васильевич (05.07.1933 — 24.01.2006 гг.). Некролог. Журнал «Уголь», 2006 г., № 2, С. 72. 2018 йыл 4 декабрь архивланған.

Заводчиков Леонид Васильевич в Большой биографической энциклопедии. 2018 йыл 4 декабрь архивланған.

Заводчиков Леонид Васильевич в книге «Сто лидеров российской промышленности».

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. [[1] Определение параметров крепи и упрочнения неустойчивых боковых пород, обеспечивающих устойчивость повторно используемых выработок, тема диссертации и автореферата по ВАК 05.15.02, кандидат технических наук Заводчиков, Леонид Васильевич].(недоступная ссылка)
  2. Указ Президента РФ от 25 января 2002 г. N 92 «О награждении государственными наградами Российской Федерации».
  3. СПИСОК ПОЧЕТНЫХ ГРАЖДАН МУНИЦИПАЛЬНОГО ОБРАЗОВАНИЯ ГОРОД ДОНСКОЙ. 2018 йыл 4 декабрь архивланған.