Жәрири мәҙһәб (ғәр. المذهب الجريري‎‎, йәки жәририә (ғәр. جريرية‎; рус. Джарири́тский мазха́б) — сөнни исламда иртә хоҡуҡи мәктәптәрҙең береһе (мәҙһәб). IX быуатта нигеҙләнгән һәм X быуатта йәшәүҙән туҡтаған.

Жәрири мәҙһәб
ғәр. المذهب الجريري‎
Башҡа исемдәре:

жәририә

Дин:

ислам

Ағым:

сөнниҙәр

Нигеҙләнгән:

IX быуат

Нигеҙләүсе:

Ибн Жәрир әт-Тәбәри

Илдәр:

Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Тарҡалған:

X быуат

Ҡаршы тороусылар:

хәнбәлиҙәр

Мәҙһәбтең нигеҙ һалыусыһы-эпоним билдәле мосолман дин белгесе — фаҡиһ Ибн Жәрир әт-Тәбәри (839—923). Тәбәристандан (хәҙ. Иран) сыҡҡан фарсы кешеһе. Шулай уҡ Ибн Жәрир хәҙистәрҙе (ғилм әл-хәҙис) һәм ислам хоҡуғын (фиҡһ) яҡшы белгән.

Әт-Тәбәри мәҙһәбе хоҡуҡи мәсьәләләрҙә оҙаҡ ваҡыт әш-Шәфиғиҙең эйәрсене була, ул шәфиғи мәктәбенән бик аҙ айырыла һәм күп кенә мөһим аспекттары ошо мәҙһәбтән алынған[1].

Йәш сағында Әхмәт ибн Хәнбәлдә уҡырға теләп, Бағдадҡа сәйәхәт ҡылған (ләкин уның иҫән сағына өлгөрмәгән)[2], һуңынан ҡат-ҡат хәнбәлиҙәр менән киҫкен бәхәскә ингән[3], ә шәкерттәре хәнбәли мәҙһәбенә ҡаршы булған[4]. Әт-Тәбәри менән хәнбәлиҙәр араһындағы дошманлыҡ шул ҡәҙәр ныҡ киҫкенләшә, хатта ул 923 йылда мәрхүм булғас, йыназаны өҙөүгә юл ҡуймаҫ өсөн, йәшерен рәүештә төндә ерләнелә[2].

Уның бөтә шәкерттәре таянған жәрири мәҙһәб буйынса төп хеҙмәт булып әт-Тәбәриҙың «Шәриғәт ҡағиҙәләре тураһында гүзәл телмәрҙәр» тигән китабы тора (ғәр. «لطيف القول في أحكام شرائع الإسلام»‎)[5].

Жәрири мәҙһәб X быуатта йәшәүҙән туҡтай[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Воскресенский А. Д. Политические системы и политические культуры Востока. — Восток-Запад, 2006. — С. 221. — 687 с.
  2. 2,0 2,1 Meri J. W. Medieval Islamic Civilization. An Encyclopedia. — Routledge, 2005. — P. 791. — 1088 p. — (Routledge Encyclopedias of the Middle Ages). — ISBN 9781135456030.
  3. Прозоров С. М,. Хрестоматия по исламу. — Наука, 1994. — Т. 1. — С. 50. — 234 с.
  4. Петрушевский И. П. Ислам в Иране в VII—XV веках: курс лекций. — Издательство Ленинградского университета, 1966. — С. 141. — 398 с.
  5. Аль-Гамиди М. А. А. المرويات والاراء في النسخ من خلال تفسير ابن جرير الطبري جمعا وتخريجا ودراسة. — Мекка, 2000 (1420 г. х.). — С. 29.
  6. Ali A., Thiam I. D., Talib Y. A. The Different aspects of Islamic culture: Islam in the World today; Islam and the Muslim world today. — UNESCO Publishing, 2016. — P. 24. — 766 p. — ISBN 9789231001338.