Жужанна «Жужа» Эржебет (Элизавета) Паулина Кошут (мадьярса  Kossuth Zsuzsanna „Zsuzsa“ Erzsébet Paulina, 19 февраль 1817({{padleft:1817|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1], Шаторальяуйхей[d], Боршод-Абауй-Земплен[d]29 июнь 1854({{padleft:1854|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1] (37 йәш), Нью-Йорк, Нью-Йорк) — венгр шәфҡәт туташы, 1848—1849 йылдарҙа Венгрия революцияһы героиняһы.

Жужанна Кошут
мадьярса  Kossuth Zsuzsanna
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған көнө 19 февраль 1817({{padleft:1817|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1]
Тыуған урыны Шаторальяуйхей[d], Шаторальяуйхейский яраш[d], Боршод-Абауй-Земплен[d], Венгрия
Вафат булған көнө 29 июнь 1854({{padleft:1854|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1] (37 йәш)
Вафат булған урыны Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Бер туғандары Лайош Кошут[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, медсестра
 Жужанна Кошут Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Шарбоград ҡалаһында Жужанна Кошут һыны

Жужанна Кошут 1817 йылдың 19 февралендә Шаторальяуйхей ҡалаһында тыуған. Ул Лайош Кошуттың, 1848 йылда революция лидеры һәм дәүләт эшмәкәренең һеңлеһе була.

Ағалы-һеңлеле Кошуттар 1831 йылда холера пандемияһы ваҡытында Үрге Венгрияла (хәҙер — Словакия) эшләй. Карантинда улар пациенттарҙа була. Нәҡ шул ваҡытта Жужанна һуңынан үҙенә шул тиклем кәрәк булған туташлыҡ эше оҫталығына эйә була.

1841 йылда Рудольф Месленьиға (Rudolf Meszlényi) кейәүгә сыға. Улар Лайош Кошуттың Яҡлау советы ағзалары була. 1848 йыл башында өсөнсө балаһы тыуыр алдынан тол ҡала.

Ференц Флор етәкселеге аҫтында хәрби-медицина хеҙмәтен үҙгәртеп ҡорғандан һуң уның ағаһы Лайош Кошут Жужаннаны Венгрия госпиталдәренең өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләй. Уға Венгрияла барлыҡ хәрби медицина системаһы өсөн яуаплылыҡты йөкмәтәләр, һәм ул 72 хәрби госпиталгә нигеҙ һала. Ул шулай уҡ 23 апрелдә ирекле башланғыста ҡатын-ҡыҙҙарҙы шәфҡәт туташтары булырға саҡыра һәм волонтер-шәфҡәт туташтарының эшен ойоштора. Шулай итеп, Флоренс Найтингейл Ҡырым һуғышы ваҡытында шундай уҡ эшмәкәрлек башларҙан 5-6 йыл алда хәҙерге туташлыҡ эшенә нигеҙ һалыусы була.

Венгрия ихтилалы баҫтырылғас, австриялылар уны ҡулға ала[2]. Ул азат ителә, әммә властар яғынан эҙәрлекләүҙәргә дусар була. Жужанна Кошут абруйлы ханым рәүешендә Комарно ҡәлғәһенә үтеп инә һәм камерала чех сәйәси тотҡондары менән осраша. Аҙаҡ радикаль демократ, шағир, публицист һәм сәйәси эшмәкәр Йозеф Фрич Вацлав был турала иҫкә ала[3][4]. 1851 йылда ул икенсе тапҡыр ҡулға алынғас, американдар ҡыҫыла һәм уның бер ҡасан да Венгрияға ҡайтмау шарты менән уны азат итеүгә өлгәшә. Бынан һуң ул АҠШ-ҡа күсенә. Ул Нью-йорк ҡалаһында йыл 1854 йылдың 29 июнендә 37 йәшендә үпкә ауырыуынан вафат була.

1989 йылда Венгрия почтаһы Жужанна Кошут һүрәте менән 5 форинт номиналында почта маркаһы сығара. Дизайндың авторы Андраш Суньоги[hu].

2017 йылда, Жужанна Кошуттың тыуыуына 200-йыл айҡанлы венгр форинтының иҫтәлекле тәңкәләре сығарыла. Дизайндың авторы булып рәссам Ильдико Эрёш (Erőss Ildikó) тора, ул аверсында хәрби госпиталде һәм реверсында Жужанна Кошуттың портретын һүрәтләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Kossuth Zsuzsanna, Meszlény Rudolfné // Magyar életrajzi lexikon (венг.) / под ред. K. ÁgnesBudapest: Akadémiai Kiadó, 1967.
  2. Исламов, Тофик Муслим оглы. Краткая история Венгрии : С древнейших времен до наших дней / Т. М. Исламов, А. И. Пушкаш, В. П. Шушарин; Отв. ред. Т. М. Исламов; АН СССР, Ин-т славяноведения и балканистики. — М.: Наука, 1991. — С. 204. — 606 с. — ISBN 5-02-009913-9.
  3. Frič, Josef Václav. Paměti Josefa V. Friče. — V Praze: Nákladem Českého knihkupectví a antikvariátu (Dr. Frant. Bačkovský), 1891. — Vol. IV. — P. 294. — 520 p.
  4. Богатырев Ш. Ш. Чешские связи Герцена (1850-е — 1860-е гг.) // Литературное наследство / АН СССР. Отд-ние лит. и яз.. — М.: Изд-во АН СССР, 1958. — Т. 64: Герцен в заграничных коллекциях. — С. 794. — 851 с.