Жвачкин Сергей Анатольевич

Жвачкин Сергей Анатольевич (20 ғинуар 1957 йыл) — Рәсәй сәйәсмәне. 2012 йылдың 17 мартынан 2022 йылдың 10 майына тиклем Томск өлкәһе губернаторы. Томск өлкәһе Думаһы депутаты (1999-2007). «Востокгазпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең президенты (1999—2004). «Томскгаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры (1995—1999).

Жвачкин Сергей Анатольевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Пермь, СССР
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре
Биләгән вазифаһы Губернатор Томской области[d][1]
Уҡыу йорто Төмән дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]
Түбәнге Новгород дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Берҙәм Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Жвачкин Сергей Анатольевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Анатольевич Жвачкин 1979 йылда Төмән инженер-төҙөлөш институтының сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө факультетын тамамлай[2][3].

1979—1984 йылдарҙа тәүҙә мастер, унан прораб, баш инженеры, «Томскнефть» производство берекмәһендә «Томскнефтестрой» төҙөлөш-монтаж идаралығының 3-сө тресы начальнигы була[3][4].

1983 йылда Горький инженер-төҙөлөш институтысәнәғәт етештереүе һәм төҙөлөш ойоштороусылары факультетын тамамлай [2][3].

Стрежев КПСС ҡала комитетының инструкторы (1984–1985)[4].

1985 йылдан — Главтрубопроводстройҙың «Томскгазстрой»тресы идарасыһы урынбаҫары[4].

1985—1987 йылдарҙа «Томскнефть» производство берекмәһенең «Васюганнефть» нефть-газ табыу идаралығының начальнигы урынбаҫары була[2][3]. 1987 йылдан 1994 йылға тиклем «Томскнефть» ОАО «Томскнефтестрой» тресы идарасыһы вазифаһын биләй [2][3]. «Томскнефтестрой» тресының партком секретары (1987—1989)[4]. 1991 йылда Килдә (Германия) халыҡ хужалығы академияһын тамамлай[2][3].

1995 йылдың ғинуарынан алып «Томскгаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры була[3][5]. 1999 йылдың апреленән 2004 йылдың авгусына тиклем —«Востокгазпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты [2][3].

17-се ике мандатлы Төньяҡ һайлау округынан Томск өлкәһе Думаһының икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш депутаты (1999-2007)[2][6], «Берҙәм Рәсәй» фракцияһында тора. Иҡтисади сәйәсәт буйынса комитетта эшләй. Тәбиғәт ресурстары, нефть-газ һәм энергетика комплексы мәсьәләләре буйынса даими комиссия составына инә[3].

Сергей Жвачкин 2004 йылдың авгусында «Кубаньгазпром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһына тәғәйенләнә[7][8], ул «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлендек предприятиеһы була һәм Кубань, Ростов өлкәһе һәм Адыгей Республикаһы территорияларында эшләй[3]. Томск өлкәһенән географик алыҫлыҡ Жвачкиндың депутатлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатмай. Ул 2007 йылдың март айында депутат вәкәләтлеге тамамланғанға тиклем Томск өлкәһе Думаһының исҡтисади сәйәсәте комитетының эшендә ҡатнашыуын дауам итә[3].

2007 йылдың апрелендә «Газпром трансгаз-Кубань» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры вазифаһына тәғәйенләнә (2011 йылдың июленән — «Газпром трансгаз Краснодар»)[9][10].

Сергей Жвачкин Кубандә эшләү ваҡытында «Газпром» халыҡ-ара экспорт проекттарын тормошҡа ашыра. «Газпром трансгаз Краснодар» «Зәңгәр ағым» һәм «Көньяҡ ағым» газ үткәргесәтеренң газ операторы була[11].

1999 йылдан 2004 йылға тиклем һәм 2012 йылдың 16 февралендә — «Томь» футбол клубы президенты[11][12].

2012 йылдың 7 февралендә шул саҡта РФ Президенты Дмитрий Медведев Томск өлкә думаһына губернаторы вазифаһына Жвачкиндың кандидатураһын тәҡдим итә[13]. 15 февралдә Томск өлкәһе Думаһы Сергей Жвачкинды губернатор вазифаһында арҫлай. Уның кандидатураһы өсөн 39 депутаттан 32 депутат тауыш бирә[14]. Инаугурацияһы 17 мартта үтә[15].

2013 йылдың майынан — Томск дәүләт университетының Милли тикшеренеү попечителлек советы рәйесе[16]

2014 йылдың июленән — Томск дәүләт Милли тикшеренеү университетының күҙәтеү советы рәйесе [17][18]. Губернатор Светлый лицейының Попечителлек советы рәйесе [19].

2013 йылдың 3 октябренән 2014 йылдың 9 апреленә тиклем — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт советы президиумы ағзаһы[20][21].

 
Рәсәй Президенты
Владимир Путин менән осрашыу, 7 июль 2015 йыл


2017 йылдың 21 февралендә һайланған губернатор вазифаһына ингәнгә тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Томск өлкәһенең губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[22].

2017 йылдың 10 сентябрендә халыҡтың 60,58 % тауышын йыйып икенсе срокка губернатор итеп һайлана[23]. Инаугурация 18 сентябрҙә үтә[24].

2022 йылдың 10 майында Томск өлкәһе губернаторы посынан китеүгә ғариза яҙа[25][26] , үтенесен шул уҡ көндә Президент Владимир Путин ҡабул итә[27].

Рәсәй Инженерлыҡ академияһы академигы һәм РФ Технология фәндәре академияһы ағза-корреспонденты[3]. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы[28].

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Ер аҫты байлыҡларын үҙләштереү һәм Көнбайыш Себер нефть-газ комплексын үҫтереү өсөн » миҙалы[4] (1985)[3].
  • РФ Президентының Рәхмәт хаты (1996)[4]
  • РФ яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997)[3][4].
  • Почет ордены[4] (1999)[3].
  • РФ Хөкүмәтенең Рәхмәте (2000)[4]
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2000)[3][4].
  • Урыҫ православие сиркәүенең II һәм iii дәрәжә «Изге Мәскәү кенәзе Даниил» ордены [4] (2001, 2002)[3].
  • «Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры» алтын билдәһе (2001, 2003)[3].
  • Томск өлкәһенең почетлы гражданы (2004)[4]
  • «Рәсәй балаларҙы яҡлау эшендә ҡаҙаныштары өсөн» почетлы миҙалы (2014)[29]
  • Дуҫлыҡ ордены (2016)[30]
  • Александр Невский ордены (2022)[31].

Өйләнгән, ике ҡыҙы бар.[4]. 2017 йылға ҡарата ҡатыны Украина территорияһында күсемһеҙ милеккә эйә була ҡатынға ҡарата украина территорияһы буйынса да күсемһеҙ милек (дача йорто 277,6 кв. м, ер участкаһы 31,72 сутый)[32][33]. Жвачкин бер ҡыҙы, Анастасия, билдәле адвокат һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Павел Астаховтың улы Антон Астаховта кейәүҙә[34][35].

Мауығыуҙары

үҙгәртергә

Һунар, балыҡ тотоу[4].Оҡшаған урындарҙы фотоға төшөрөү[36].

Жвачкин, Сергей Анатольевич // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 114. — 440 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сергей АнатольевичЖвачкин // (unspecified title)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Жвачкин Сергей Анатольевич — Биография
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 Жвачкин Сергей Анатольевич
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 4,13 Томский газовик оказался самым неожиданным кандидатом на пост томского губернатора
  5. Исполнилось 11 лет, как в Томской области стала развиваться газодобывающая отрасль. Томский Обзор
  6. Жвачкин Сергей Анатольевич
  7. Ъ-Новосибирск — Сергей Жвачкин сменил компанию
  8. Ъ-Ростов-на-Дону — Гендиректора «Кубаньгазпрома» подвел страховой случай
  9. ООО «Газпром трансгаз Краснодар». Руководство. Газпром на Кубани. Дата обращения: 17 март 2012. 2013 йыл 10 март архивланған.
  10. Ъ-Новосибирск — Экс-президента «Востокгазпрома» возвращают томичам
  11. 11,0 11,1 Биография | Губернатор Томской Области 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  12. Губернатор Томской области Жвачкин стал президентом «Томи», Газета.Ru (16 февраль 2012). 16 февраль 2012 тикшерелгән.
  13. На должность губернатора Томской обл. одобрен топ-менеджер Газпрома, РБК (7 февраль 2012). 7 февраль 2012 тикшерелгән.
  14. Сергей Жвачкин утвержден на посту губернатора Томской области
  15. Сергей Жвачкин вступил в должность губернатора Томской области. — 2012-03-17. Дата обращения: 17 март 2012.
  16. Губернатор возглавил попечительский совет ТГУ (недоступная ссылка)Дата обращения: 16 марта 2017. Архивировано 23 августа 2013 года.
  17. Губернатор Жвачкин возглавил наблюдательный совет ТПУ
  18. Наблюдательный совет / Томский политехнический университет
  19. Попечительский Совет лицея 2014 йыл 25 февраль архивланған.
  20. Распоряжение Президента Российской Федерации от 03.10.2013 г. № 368-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
  21. Распоряжение Президента Российской Федерации от 09.04.2014 г. № 107-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
  22. Встреча с губернатором Томской области Сергеем Жвачкиным
  23. Жвачкин победил на выборах главы Томской области
  24. Сергей Жвачкин вступил в должность губернатора Томской области. Дата обращения: 18 сентябрь 2017. [yes Архивировано] 18 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 18 сентябрь архивланған.
  25. Губернатор Томской области объявил об отставке.
  26. Томский губернатор Жвачкин подал в отставку. Дата обращения: 10 май 2022.
  27. Путин назначил пять новых глав регионов.
  28. Жвачкин Сергей Анатольевич
  29. Астахов вручил Сергею Жвачкину медаль «За заслуги в деле защиты детей»
  30. Указ Президента Российской Федерации от 26 октября 2016 года № 572 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  31. Указ Президента Российской Федерации от 20 января 2022 года № 16 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  32. Томский губернатор в 2017г заработал в 1,6 раза больше, чем годом ранее
  33. Томский губернатор избавился от участка земли на Украине
  34. Антона Астахова, зятя губернатора Сергея Жвачкина, обвиняют в хищении 1,2 млрд рублей
  35. Зять томского губернатора и сын телеведущего пытается избежать заключения в СИЗО
  36. Увлечения губернатора томской области Сергея Анатольевича Жвачкина. Дата обращения: 21 февраль 2019. 2019 йыл 22 февраль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә