Емеш-еләк, үҫемлектәр йыйыу кәсебе

Башҡорт халыҡ кәсептәре

Емеш-еләк, үҫемлектәр йыйыу (рус. Собирательство) — ҡырағай емеш-еләк, үлән, тамыр, бал йыйыуға нигеҙләнгән хужалыҡ эшмәкәрлегенең традицион тармағы. Башҡорттарҙа тәбиғәт һәм климат үҙенсәлектәренә, хужалыҡ итеү үҙенсәлектәренә бәйле быуындан-быуынға күсә килгән кәсеп.

Емеш-еләк, үҫемлектәр йыйыу кәсебе
Рәсем

Ашарға яраҡлы үләндәр, тамырҙар, емеш-еләк, төп аҙыҡ-түлек менән бер рәттән, этностың йәшәйешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнаған. Башҡорттар йәшелсә үҫтермәгән һәм баҡсасылыҡ менән шөғөлләнмәгән: беренсеһен — ашарға яраҡлы үләндәр йәки тамырҙар, икенсеһен ҡырағай емештәр алмаштырған. Тәбиғәт ризыҡтары аслыҡ йылдарында күп халыҡты үлемдән алып ҡалған. Емеш-еләк, үҫемлектәр йыйыу шөғөл сифатында шәжәрәләрҙә лә, башҡа халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларында ла телгә алына[1]. Мәҫәлән, башҡорттарҙың героик эпосы «Иҙеүкәй менән Мораҙым» ҡобайырҙарының береһендә: «Балдырғаны беләктәй, һарынаһы ҡурай еләктәй»[2].

П. С. Паллас һәм И. И. Лепехин тасуирлаған ҡырағай үләндәр һәм тамыр аҙыҡтарҙың күп атамалары В. В. Катаринский төҙөгән «Русса-башҡортса һүҙлек» биттәрендә сағылыш таба.

Халыҡ медицинаһы кеүек этнография өсөн мөһим өлкә халыҡтың йыйыу эшмәкәрлегенән тыш йәшәй алмаған. Атап әйткәндә, башҡорттарҙа шифалы үләндәр, уларҙың сәскәләре һәм орлоҡтары, дауалау саралары сифатында файҙаланылған айырым үҫемлектәрҙең тамырҙары, емеш-еләк һәм ҡыуаҡлыҡ емештәре, йыш ҡына ағас — быларҙың барыһы ла йыйыу арҡаһында халыҡ табиптарының ҡаҙанышына әүерелгән. Башҡорттар был өлкәлә быуаттар буйына эшләгән, үҙҙәренең календары, шифалы үләндәр һәм тамырҙар йыйылған махсус райондары һәм зоналары булған. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙа электән килгән хужалыҡ системаһы булған[1].

Тәбиғәт ризыҡтары

үҙгәртергә

Йыйылған үҫемлектәрҙе башлыса аш-һыу әҙерләүҙә, шулай уҡ халыҡ медицинаһында һәм хужалыҡта файҙаланғандар. Халыҡ, бигерәк тә бисә-сәсә һәм бала-саға, урман-ҡырға сығып, балтырған, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, һырткөпшә, сабырҡан, ҡуян ҡолаҡ, йыуа, һарына йыйған. Уларҙы сей килеш тә, бешереп тә ашағандар. Шыйыҡ аш, өйрә әҙерләгәндәр, һарынанан бутҡа бешергәндәр, бешкән килеш, бөтәү көйө йәки төйөп ашағандар. Был үҫемлек аслыҡ йылдарында күп халыҡты үлемдән алып ҡалған. Башҡорттар уны ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулын да белгән. Был турала XVII быуаттарҙа уҡ яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәр осрай[3]. С. Руденко килтергән яҙмаларҙың береһендә былай тиелә: «А жить де им, башкирцам голодно, едят де они сарану и к зиме пасут»[4]

Башҡорттар ондо һәр ваҡыт ҡәҙерләгән, етеш ғаиләләрҙә лә яҙға тиклем етмәгән, шуға күрә онға икмәк бешергәндә киптерелгән дегәнәк тамырын, яҫы япраҡлы кипкән екәнде он итеп тартҡандар һәм, бойҙай онона ҡушып, икмәк бешергәндәр[1].

Яҙ-йәй осоронда башҡорттарҙың туҡланыуында айырыуса ҡуҙғалаҡ ҙур роль уйнай. Япраҡтары һәм һабағы ҡуҙғалаҡ сәскә атҡанға тиклем аҙыҡҡа барған. Сей һәм бешкән килеш тә ашағандар. Бынан тыш, һурпа һәм бәлеш өсөн дә эслек итеп файҙаланылған. Ҡуҙғалаҡты аҙыҡ итеп ҡулланыу традицияһы әлеге ваҡытта ла һаҡлана. Еләктәрҙән дә төрлө бәлештәр, сумсалар әҙерләнгән. Дауаланыу өсөн күк мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, кейәү үләне, алтын тамыр, гөлйемеш, андыҙ кеүек махсус үҫемлектәр файҙаланылған. Бәшмәкте башҡорттар элек йыймағандар, хәҙер иһә ул да халыҡтың туҡланыу рационында ярайһы тотороҡло урын алып бара.

Еләк-емеш, үҫемлектәр башҡорттар тарафынан элек-электән йыйылған, даими ҡулланылған һәм милли кухняның формалашыуына билдәле роль уйнаған[3].

Йыйыу календары һәм шифалы үҫемлектәр

үҙгәртергә

Иртә яҙҙа йәшелсә урынына талғыр йыуа, оҫҡон йыуаһы, урман йыуаһы (айыу һуғаны), май аҙағынан балтырған, ҡымыҙлыҡ, ҡуян ҡолағы, әскелтем үлән, кесерткән, япрағы — ашау, тамыры ҡара һәм һары буяу алыу өсөн файҙаланылған, ҡуҙғалаҡ, шәкәргә бай йәш ҡамыш үренделәре йыйғандар.

Йәй көнө төнәтмә, сәй әҙерләү өсөн төрлө япраҡ, үлән (мәтрүш, һары мәтрүш, бөтнөк һ.б.), дарыу үҫемлектәре йыйыу менән шөғөлләнгәндәр.

Июль — еләк айы тип иҫәпләнгән. Ҡырағай сейә, ҡайын еләге, ер еләге, ҡыҙыл бөрлөгән, ҡурай еләге, ҡарағат, муйыл, ҡара көртмәле йыйғандар. Һарына, әтлек, майсыбыҡ, екән тамырын ашауға файҙаланғандар.

Көҙөн ҡырағай емештәр һәм һуң өлгөрөүсе еләктәр: миләш, балан, күк көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге, ҡомалаҡ, сәтләүек, һыу сәтләүеге, кесерткән йыйғандар. Кесерткән, ғәҙәттә, туҡыусылыҡта ҡулланылған. Ылыҫлы ағастарҙың ыҫмалаһын йыйғандар, тештәрҙе тәрбиәләү, төрлө яраларҙан һәм ауырыуҙарҙан дауалау өсөн файҙаланғандар[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 М. С. Муллагулов. «Архаичные способы хозяйства у башкир». — Өфө: «Китап», 2014 й. — С. 196.
  2. /«Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр». Башҡорт халыҡ ижады. V т., Өфө-2000
  3. 3,0 3,1 / Ф. С. Әминева «Башҡорт аш-һыуҙар лексикаһы» , Өфө, 2003 й.
  4. С. И. Руденко. «Быт башкир». — Ленинград: «Государственное издательство имени Ивана Фёдорова», 1925й. — С. 19.

Һылтанмалар

үҙгәртергә