Майсыбыҡ — ирен сәскәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы үҙгәртергә

Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияла таралған. Башҡортостанда сәнскеле майсыбыҡ үҫә. Далала, болондарҙа, ҡоро һәм ташлы битләүҙәрҙә үҫә. Ейәнсура, Көйөргәҙе райондарында осрай.

Ботаник яҙма үҙгәртергә

Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡарағусҡыл шәмәхә төҫөндә, төклө, ябай йәки төбөндә тармаҡлы, төҙ, бейеклеге 50—80 см. Тамыр яны япраҡтары оҙонса ланцет йәки ланцет формаһында, оҙон һаплы; һабаҡ япраҡтары оҙонса тар ланцет формаһында, ҡыҫҡа һаплы; ос япраҡтары ланцет, ултырма. Сәскәләре зәңгәрһыу ал төҫтә, ултырма, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, ялған суҡтарҙа. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы сәтләүек, июль—августа өлгөрә. Баллы, декоратив, мал аҙығы үҫемлеге.

Составы үҙгәртергә

Составында С, В2, Е, К витаминдары, каротиндар, алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Таксономия үҙгәртергә

  тағы 14 ғаилә (согласно Системе APG II)   тағы 80 ырыуҙан күберәк  
         
  порядок Баллыбабай сәскәлеләр     аҫ ғаилә Баллыбабайҙар    
              100-ҙән артыҡ төр
  отдел Сәскәлеләр йәки ябыҡ орлоҡлолар     ғаилә Ирен сәскәлеләр     ырыуы Майсыбыҡ  
           
  ещё 44 порядка цветковых растений (согласно Системе APG II)   тағы ла 7 аҫ ғаилә  
     

Иҫкәмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Phlomis