Башҡорттарҙа һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ кәсептәре
Һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ кәсептәре (рус. Охотничьи и рыболовные промыслы у башкир) — башҡорттарҙың хужалыҡ итеүҙең боронғо алымдары[1].
Башҡорттарҙа һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ кәсептәре |
Һунарсылыҡ тарихы
үҙгәртергәБашҡорттарҙа һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ нигеҙҙәре тәүтормош-община ҡоролошо замандарынан уҡ килә. Уларҙың Булғар ханлығына, татар-монгол урҙаһына, Мәскәү батшалығына яһаҡты ҡиммәтле йәнлек тиреләре менән түләгәне билдәле. Был һунарсылыҡ кәсебе үҫешкән булыуына дәлил булып тора. Тире өсөн ҡондоҙ, ҡама, һыуһар, төлкө, кеш, аҫ, шәшке, йәтсә, тейен, һеләүһен, бүре, айыу, ҡуян кеүек йәнлектәргә һунар иткәндәр. Бөләкәйерәк кейектәрҙе ҡуян, төлкө, шәшке, кеште тоҙаҡ, ҡапҡан менән тотҡандар, айыу, бүреләрҙе махсус соҡорҙар ҡаҙып, тәпкеләр ҡороп аулағандар. Һунар ҡоралдары булып һөңгө, суҡмар хеҙмәт иткән. Махсус өйрәтелгән һунар ҡоштары — бөркөт, ҡарсыға менән дә аулғандар[2].
Бер ҙә суҡмар йөкмәмәй ;
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә... [3] |
Ит өсөн ҡыр ҡаҙҙары, ҡыр өйрәктәре, һуйыр, ҡор, ағуна, сел кеүек ҡыр ҡоштары ауланған. Уларҙы һунар ҡоштар ярҙамында ла тотҡандар, уҡ йәки мылтыҡ менән дә атҡандар. Шулай уҡ махсус япмалар (әүен) ҡулланғандар.
Торнаға, бөркөткә, ҡарғаға, аҡҡошҡа, ҡарсығаға, ябалаҡҡа, өкөгә һунар итеү тыйылған. Йыртҡыс йәнлектәрҙең итен ашамағандар. Дарыу өсөн бурһыҡ Һәм айыу ите, майы файҙаланылған.
Ҡоралай, мышы, ҡуяндан итле ризыҡтар әҙерләнгән. Ҡош итенән төрлө бәлештәр бешергәндәр, ә поход шарттарында ағасҡа ҡаҙап, утта ҡыҙҙырғандар. Юлда йөрөгәндә, һунарҙа булғанда ҡыр кәзәләрен ергә күмгәндәр һәм өҫтөнә ут яғып бешергәндәр[2].
Балыҡсылыҡ
үҙгәртергәБалыҡсылыҡ менән дә башҡорттар борондан шөғөлләнә.
Был кәсептең боронғолоғон балыҡтарға ҡағылышлы халыҡ ижады әҫәрҙәре иҫбатлай. «Урал батыр» эпосында балыҡтар тураһында юлдар бар:
Күлдә ятҡан балығы Ялтүш, сабаҡ, суртаны. Бергә йөҙөп уйнайҙар, Бер-береһенә теймәйҙәр[3] |
Балыҡ образы халыҡ йырҙарында ла киң файҙаланыла.
Ағиҙелкәй һыуы, ай, тәрән һыу,
Аҡ сабаҡтар уны буйламай. Аҡ сабаҡтар кеүек йәшәү ҡайҙа Донъя ҡайғыларын уйламай; |
Һыуҙа балыҡ йөҙәлер,
Балыҡсыны һиҙәлер. Аҡ балыҡтай йөҙөп килһәң, Әрнеүҙәрем төҙәлер. |
Әкиәттәрҙә лә балыҡтар һәм балыҡсылыҡ тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр һәм миҫалдар осратырға мөмкин. Мәҫәлән, «Тырышҡан табыр» тигән әкиәттә аталары улдарына шундай әмер бирә: «Етәүегеҙ ете балыҡ булып таралып китегеҙ!»
Мәҡәлдәрҙә балыҡ һәм балыҡсылыҡҡа бәйле фекерҙәр: «Балыҡ тотҡан туҡ булыр, аяҡ быуыны ныҡ булыр».(Балыҡсы йәйәүләп бик оҙон юл үтә, тимәк, шуның менән аяҡ быуынын ныгыта). Балыҡ тотоуҙың файҙаһы тураһында: «Суртан сыраҡсыны күрмәҫ», «Һыуына күрә балығы, ауылына күрә халығы». Балыҡсының роле, балыҡсылыҡ кәсебенең әһәмиәте тураһында боронғо ҡобайырҙарҙың береһендә: «Иҙел менән Яйыҡтың билен быуған балыҡсы».
Балыҡтар тураһында бик күп йомаҡтар сығарылған. Улар башлыса балалар араһында тыуған һәм таралған.
Боронғо ырым-ышаныуҙар
үҙгәртергә«Балыҡ, ҡап-ҡап, яр башында ялтырап ят!» Ҡармаҡ һабын (ҡыуалды), ауҙы аша атларға ярамай, юғиһә балыҡ тотолмай. Тотолған тәүге балыҡты: «Ата-әсәңде табып ят!» — тип ярға һуғыу ғәҙәте лә бар. Эләккән балыҡты һанау ҙа тыйылған.
Балыҡҡа бәйле һынамыштар ҙа бар.
Яҙ көнө балыҡ тотҡанда алабуға менән юрыш (ёрш) күберәк тотолһа — бойҙай, арпа, арыш уңыр".
Балыҡтарҙы ҡаҡлағандар, киптергәндәр, бешергәндәр, ыҫлағандар, ҡыҙҙырғандар[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- / Ф. С. Әминева «Башҡорт аш-һыуҙар лексикаһы» , Өфө, 2003 й.
- Башҡорт халыҡ ижады. Мәктәп китапханаһы. «Урал батыр». — Өфө: «Информреклама», 2005 й. — С. 117.
- М. С. Муллагулов. «Архаичные способы хозяйства у башкир». — Өфө: «Китап», 2014 й. — С. 196.