Елистратов Семён Андреевич

(Елистратов Семен Андреевич битенән йүнәлтелде)

Елистратов Семён Андреевич (3 май 1990 йыл) — Рәсәй шорт-трексыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). 2014 йылғы Олимпия чемпионы (эстафетала) һәм 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙалын яулаусы (1500 м дистанцияла). 2015 йылғы донъя чемпионы (1500 м дистанцияла), 2013 йылғы донъя чемпионатында көмөш миҙал яулаусы (эстафетала); күп тапҡыр Европа чемпионы; 1000 метр дистанцияла ике тапҡыр Донъя кубогы эйәһе (2014/2015 һәм 2015/2016 миҙгелдәрендә). Дуҫлыҡ ордены (2014) кавалеры.

Семён Елистратов
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Тулы исеме

Семён Андреевич Елистратов

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Клуб

Динамо Уфа

Тыуған датаһы

3 май 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (33 йәш)

Тыуған ере

Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Тренер

А. И. Максимов

[[commons:Category: Semyon Yelistratov Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Биография үҙгәртергә

Семён Андреевич Елистратов 1990 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 2007 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы составында. Башҡортостан Республикаһы өсөн сығыш яһай.

Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы 1-се Олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.

Рәсәй олимпия йыйылма командаһы составында 2010 йылда Ванкуверҙа уҙған Олимпия уйындарында ҡатнаша.

Спорт ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Олимпия чемпионы (эстафета, 2014, Сочи)
  • Олимпия уйындарында бронза миҙалын яулаусы (1500 м, 2018, Пхёнчхан)[2]
  • Донъя чемпионы (1500 м, 2015, Мәскәү)
  • Донъя чемпионатында көмөш миҙал яулаусы (эстафета, 2013, Дебрецен)
  • күп тапҡыр Европа чемпионы, Европа чемпионатының көмөш һәм бронза миҙалдарын яулаусы
  • 1000 метр дистанцияла ике тапҡыр Донъя кубогы эйәһе (2014/2015 һәм 2015/2016 миҙгелдәрендә)
  • Рәсәй чемпионы (күпбәйге, 2008)
  • Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулаусы (күпбәйге, 2007)
  • 5000 метр эстафетала (Сергей Пранкевич, Евгений Козулин, Вячеслав Кургинян, Семён Елистратов) Рәсәй рекордсыһы — 6:46.336 секунд (13 ноябрь 2009 йыл, АҠШ, Маркетт)
  • 1000 метр дистанцияла донъя рекорды эйәһе — 1:22,607 секунд (6 февраль 2016 йыл, Германия, Дрезден)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны — Юлия Елистратова (Кузьмина).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Выступал как «Олимпийский спортсмен из России»
  2. Елистратов принёс России первую медаль Олимпийских игр в Пхёнчхане. 10 февраль 2018 тикшерелгән.
  3. Указ о награждении государственными наградами чемпионов и призёров XXII Олимпийских зимних игр 2014 года. Официальный сайт Президента России (24 февраль 2014). Дата обращения: 25 февраль 2014.

Һылтанмалар үҙгәртергә