Мартьянова Екатерина Евдокимовна

(Екатерина Мартьянова битенән йүнәлтелде)

Мартьянова Екатерина Евдокимовна (3 ғинуар 1917 йыл — 5 ғинуар 2007 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Мордовия АССР-ы Дубёнский районының КПСС-тың XXI съезы исемендәге колхоздың звеньевойы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1965).

Мартьянова Екатерина Евдокимовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 3 ғинуар 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Мордовская автономная область[d], СССР
Вафат булған көнө 5 ғинуар 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (100 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Алтын Йондоҙ» миҙалы ВДНХ-ның бронза миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Екатерина Евдокимовна Мартьянова 1917 йылдың 3 ғинуарында Мордовия АССР-ы (хәҙер Мордва Республикаһы) Дубёнский районының Ардатово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс белем алғандан һуң, 14 йәшендә урындағы колхозда хеҙмәт юлын башлай. 1934 йылда кейәүгә сыға һәм өйҙәре янғандан һуң, улар Свердловск ҡалаһына даими йәшәргә күсенә.

1941 йылда иренең фронтта һәләк булыуы тураһында хәбәр алғас, Екатерина ике ҡыҙы менән тыуған ауылына ҡайта һәм колхозда эшләүен дауам итә. 1950 йылда ул 18 кешенән торған техник культуралар үҫтереү звеноһын етәкләй. 1960 йыл йомғаҡтары буйынса звено үҙе үҫтергән киндерҙең һәр бер гектарынан 10 центнер сүс 160 центнерға тиклем картуф, 162 центнер сөгөлдөр уңышы ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 24 декабрендәге Указына ярашлы ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм уңыш йыйғанда рекордлы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Елена Евдокимовна Мартьяноваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Колхозда эшләүен дауам итә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. 1967 йыл да ул етәкләгән звено гектарынан 220 центнер картуф, 176 центнер шәкәр сөгөлдөрө һәм 9,5 центнер киндер сүсе жыеп ала. 1972 йылда хаҡлы ялға сыға[1].

Мордовия АССР-ы Юғары Советы, Дубенский район Советы һәм Ардата ауыл Советы депутаты итеп һайлана.

Екатерина Евдокимовна Мартьянова тыуған ауылында йәшәй. 2007 йылдың 5 ғинуарында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (23.12.1965)
  • Ленин ордены (23.12.1965)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (23.12.1965)
  • башҡа миҙалдар.
  • Район үҙәге Дубенкала Екатерина Евдокимовнаның бюсы Дан аллеяһында урынлаштырылған[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройҙарыы — Мордовияла тыуғандар. — Саранск, 1976.

Һылтанмалар

үҙгәртергә