Викидатала элемент юҡ

Ейәнсура — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки хәлыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимология

үҙгәртергә

Ейәнсура башҡорт исеме — ейән + сура (улан, ир бала; батыр, ҡыйыу, дуҫ) һүҙҙәре ҡушылыуҙан яһалған. Ейәнсура районының атамаһы ошо исемгә ҡайтып ҡала[1]

Фамилияла

үҙгәртергә

Ейәнсурин Ғәҙелша Дәүләт улы (1894 йыл1937 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе (1929 йыл — 1931 йыл).

Йәркәй Ейәнсурин (Ялан Йәркәй; XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башы) — Йылан улусының атаҡлы башҡорто.

Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин (1894 йылдың 27 ноябрендә, Буҫтыбай — 1937, Өфө) — совет башҡорт хәрби һәм сәйәси эшмәкәре. 1930-сы йылдарҙа репрессияға эләгә.

Ауыл, ҡала

үҙгәртергә

Ейәнсура (рус. Зиянчурино) — Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районындағы ауыл. Ейәнсура ауыл биләмәһенең үҙәге. Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан.

Ейәнсура районы — Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны — 3 342 км. Район үҙәге — Иҫәнғол ауылы, Өфөнән 337 км алыҫлыҡта.


Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы — музей. Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында урынлашҡан.

Ейәнсура таңдары (гәзит) — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Башҡортостан Республикаһының «Зианчуринские зори» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар педприятиеһы. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр сыға. 1991 йылдан алып «Зианчуринские зори» гәзите тәржемәһе булараҡ нәшер ителә, 2006 йылдың июненән — үҙ аллы гәзит.

Ейәнсура (йыр) - Ейәнсураға бағышлап яҙылған йыр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ