Евграфов Алексей Романович
Евграфов Алексей Романович (24 апрель 1867 йыл — 12 ноябрь 1953 йыл) — СССР ғалимы, ветеринария фәндәре докторы, профессор[1][2]. Хеҙмәт Геройы (1924).
Евграфов Алексей Романович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 24 апрель 1867 |
Тыуған урыны |
Новгород өлкәһе, РСФСР Арзамас, Түбәнге Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 12 ноябрь 1953 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | ветеринар |
Эшмәкәрлек төрө | Ветеринария |
Эш урыны | К. И. Скрябин исемендәге Мәскәү дәүләт ветеринар медицинаһы һәм биотехнология университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | ветеринария фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлексей Романович Евграфов 1867 йылдың 24 апрелендә Новгород өлкәһенең Арзамас ҡалаһында ғаилә ветеринария врачы ғаиләһендә тыуған. 1887 йылда Ҡазан ветеринария институтына уҡырға инә һәм шул уҡ йылдың 4 декабрендә студент сыуалыштарында ҡатнашҡан өсөн институттан ҡыуыла, Пенза ҡалаһына ебәрелә[3]. 1888 йылда Дерпт ветеринария институтына уҡырға инә, уны 1892 йылда тамамлай[3]. 1892 йылдан алып — Мәскәү губернаһында земство ветеринар врачы. Ветринар врачтарҙың икенсе Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша, унда Мәскәүҙә, Омск һәм Кавказ аръяғында ветеринария институттарын булдырыу тураһында доклад һөйләй[1]. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла була, ветеринар вазифаһын биләй.
Алексей Романович 1919 йылда — Мәскәү ветеринария институтының патология һәм терапия кафедраһы мөдире, 1920 йылда — профессор, 1922 йылда — ректор. 1925—1930 йылдарҙа Һарытау ветеринария институтының ректоры һәм эске йоғошло булмаған ауырыуҙар кафедраһы профессоры булып эшләй. 1930 йылдаА. Р. Евграфов Мәскәү зооветеринария институтында мөдир, эске йоғошло булмаған ауырыуҙар кафедраһы профессоры, артабан ғүмеренең аҙағына тиклем терапия кафедраһын етәкләй[1].
Күп йылдарын, 30 йылдан ашыу, Алексей Романович Евграфов сысҡансыҡ күренеше менән аттарҙың ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын өйрәнеү проблемаларына арнай. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ғалим «Сысҡансыҡ тураһында тәғлимәт» ғилми эшен тамамлай. 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм мәҡәлә авторы булып тора, ике дәреслек һәм монография яҙа[1][3]. Алексей Романович юғары квалификациялы табиптар әҙерләй, улар араһында профессорҙар В. М. Данилевский, А Х. Шайхаманов, Б З. Иткин, А Н. Налетов һәм башҡалар бар[1].
Алексей Романович Евграфов — СССР Наркомзем Методик советының Ветеринария секцияһы рәйесе, СССР Юғары белем биреү министрлығы һәм Баш ветеринария идаралығының Ғалимдар советы ағзаһы, Мәскәүҙә һәм Һарытауҙа ветеринария юғары уҡыу йорттарын төҙөү һәм ойоштороу буйынса комиссия ағзаһы, Мәскәү ветеринария академияһы Ғалимдары советы ағзаһы[1].
1924 йылда А Р. Евграфовҡа «Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә. Ул Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә[1][2].
1953 йылдың 12 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены;
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- Миҙалдар;
- Хеҙмәт Геройы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Центр ветеринарии. Евграфов Алексей Романович(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 БСЭ. Евграфов Алексей Романович(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Евграфов Алексей Романович (1867—1953)