Дәүләтбирҙе (исем)

Викидатала элемент юҡ

Дәүләтбирҙе — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа халыҡтарҙа ла был исем бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Дәүләтбирҙе ғәрәп, башҡорт телдәрендәге бәхет, байлыҡ бирҙе һүҙҙәре ҡушып яһалған исем[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Дәүләтбирҙе — 1395 йылда үҙен бойондороҡһоҙ Ҡырымдың ханы тип иғлан иткән Таштимерҙең улдарының берһе, Ҡырым йорто хакимы. 1420—1428 йылдарҙа Жучи улусының ханы.

Фамилияла

үҙгәртергә

Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (3 август 1964 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).

Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы (24 ғинуар 1951 йыл — 2 сентябрь 2011 йыл) — композитор, педагог. 2000 йылдан Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы. Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1977).

Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (26 ғинуар 1927 йыл — 16 сентябрь 2017 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982), һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.

Дәүләтбирҙина Нәфисә Шаһиүәли ҡыҙы — Баймаҡ районының Герой-әсә исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙы.

Дәүләтбирҙина Файза Юлдыбай ҡыҙы — Баймаҡ районының Герой-әсә исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙы.

Атаһының исеме

үҙгәртергә

Танһыҡҡужина Мәҙинә Дәүләтбирҙе ҡыҙы — Баймаҡ районының Герой-әсә исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙы, 11 бала әсәһе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ