Дәүләтбаев Тимербай Дәүләтбай улы
Дәүләтбаев Тимербай Дәүләтбай улы (рус. Давлетбаев Тимербай Давлетбаевич) (1903 йыл ― 4 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы 2-се эскадроны яугиры, ҡылыссы.
Дәүләтбаев Тимербай Дәүләтбай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1903 |
Тыуған урыны | Тыпый, Үрмәт ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы |
Вафат булған көнө | 4 август 1942 |
Ерләнгән урыны | Икенсе Тербуны |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәТимербай Дәүләтбай улы Дәүләтбаев 1903 йылда Башҡортостандың Илеш районы Тыпый ауылында тыуған[1]. Һуғыш башланғас, БАССР-ҙың Илеш районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алынған. данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, 275-се кавалерия полкының 2-се эскадронында ҡылыссы була. 1942 йылдың йәйендә Курск өлкәһендәге ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, 4 август көнө һәләк була. Башта Оло Поляна районы Икенсе Тербуны ауылы янындағы ағаслыҡта ерләнә[2], һуңғараҡ Икенсе Тербуны ауылында булдырылған Туғанлыҡ ҡәберлегенә күсерелә[1]. «Память народа» сайтында яугирҙың тыуған ауылы Тыпыйҙа йәшәгән ҡатыны Дәүләтбаева Шәмсехаят күрһәтелгән[2].
Хәтер
үҙгәртергә1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[3]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- ДАВЛЕТБАЕВ Тимербай Давлетбаевич. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Память народа. Давлетбаев Тимербай Давлетбаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)