Дәминев Дим Абдрахман улы
Дәминев Дим Абдрахман улы (21 июнь 1942 йыл — 23 апрель 1994 йыл) — рус телендә ижад иткән Башҡортостан шағиры, тәржемәсе һәм журналист, СССР Яҙыусылар (1982) һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
Дим Дәминев | |
Исеме: |
Дәминев Дим Абдрахман улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Чкалов өлкәһе, Переволоцк районы, 2-се Зубочистка ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, журналист, тәржемәсе |
Ижад йылдары: |
1966 — 1994 |
Жанр: |
шиғриәт, публицистика |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Наградалары: |
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992) |
Биографияһы
үҙгәртергәДим Абдрахман улы Дәминов (1942 йылдың 21 июнендә Чкалов өлкәһе (хәҙер Ырымбур өлкәһе) Переволоцк районының 2-се Зубочистка (Яңауыл) ауылында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Переволоцк районының Чесноковка ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Ырымбур ҡалаһы янындағы Краснохолм ауылындағы ремонт-техник станцияла эшләй. 1960—1964 йылдарҙа Ырымбур педагогия институтының филология факультетында уҡый һәм, юғары белем алғас, өлкәнең Домбаровка районында ике йыл мәктәптә балалар уҡыта.
1966 йылда журналистика хеҙмәтенә күсә, 1974 йылға тиклем Ырымбур өлкәһендә район, ҡала һәм өлкә гәзиттәрендә хәбәрсе һәм әҙәби хеҙмәткәр була. Артабан Өфөгә килеп төпләнә һәм «Вечерняя Уфа» гәзитендә эшләй: 1975—1977 йылдарҙа редакцияның бүлек мөдире, 1977—1978 йылдарҙа гәзиттең яуаплы сәркәтип урынбаҫары, һуңынан бер йыл сәркәтибе була. 1979 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан китап нәшриәтендә дауам итә: башта мөхәррир, 1981—1990 йылдарҙа баш мөхәррир вазифаларын башҡара. 1991 йылда «Истоки» гәзитенә яуаплы сәркәтип булып күсә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренәсә шунда эшләй.
Башҡортостан әҙәбиәтен һәм журналистикаһын үҫтереүгә индергән тос өлөшө һәм ижади уңыштары өсөн Дим Дәминевҡа 1992 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. Дим Абдрахман улы 1994 йылдың 23 апреленда ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Өфөлә ерләнгән.
Әҙәби эшмәкәрлеге
үҙгәртергәрус телендә ижад иткән шағир булараҡ, Дим Дәминев үҙен уҙған ХХ быуаттың 70-се йылдары башында танытты. Уның тәүге шиғырҙары 1973 йылда Силәбе ҡалаһында нәшер ителгән «К другу» атамалы коллектив йыйынтыҡта баҫыла, артабан йәш әҙиптең ижад емештәре Мәскәүҙә сыҡҡан үҙәк журналдарҙә һәм әҙәби альманахтарҙа донъя күрә. Шиғриәткә ныҡлап аяҡ баҫып килеүсенең «Ҡайтыу» («Возвращение») тип исемләнгән беренсе шиғри күстәнәсен уҡыусыларға 1978 йылда Башҡортостан китап нәшриәте еткерҙе. «Глаза природы» тигән икенсе йыйынтығы 1982 йылда нәшерләнә. Уларҙағы әҫәрҙәр Дим Дәминевтың нескә күңелле лирик шағир икәнлеген күрһәтә. Образдар табыуҙа авторға сағыу үҙенсәлелек хас. Улар форма менән йөкмәтке берҙәмлегенә бик оҫта өлгәшә, төрлө һүрәтләү сараларын уҡыусыны йәлеп итерлек итеп һәм һәр саҡ урынлы ҡуллана. Тәнҡитселәр тарафынан уның шиғриәте хаҡында йылы һүҙҙәр әйтелһә, лирика һөйөүселәр Дим Дәминевтың күп кенә шиғырҙарын ятлап ала.
1984 йылда сыҡҡан «Перекличка» тип аталған китабында әҙип-тәржемәсе Бөйөк Ватан һуғышы яландарында һәләк булған башҡорт шағирҙәре Хөсәйен Ҡунаҡбай, Бәҙрүш Моҡамай һәм Хәй Мөхәмәтйәровтың тормошо һәм ижады тураһында йылы хистәр менән яҙылған очерктарын, был авторҙарҙың рус теленә ауҙарылған әҫәрҙәрен урынлаштырған. Артабан да әҙәби тәржемә менән әүҙем шөғөлләнеп, әҙип 1988 йылда билдәле башҡорт яҙыусыһы Әкрәм Вәлиҙең уҡыусылар һөйөүен яулаған «Май ямғыры» романын, артабан Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мәжит Ғафуриҙең, Сәйфи Ҡудаштың, был маҡтаулы исемгә аҙаҡтан (2010) лайыҡ булған Абдулхаҡ Игебаевтың, шулай уҡ билдәле оло быуын шағиры Ғариф Ғүмәрҙең һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен башҡортсанан рус теленә тәржемә итә.
Бер килке башҡорт халыҡ әкиәттәре һәм йырҙарының Дим Дәминев ҡәләме аҫтынын сыҡҡан руссаға тәржемәһе 1987—2010 йылдарҙа Өфөлә рус телендә ун ике томда нәшер ителгән «Башкирское народное творчество» тигән йыйынтыҡҡа индерелгән.
Китаптары
үҙгәртергә- Возвращение: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1978. — с. (рус.)
- Глаза природы: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — с. (рус.)
- Перекличка: Очерки о жизи и творчестве башкирских воинов-фрнтовиков, 1984. — с. (рус.)
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
Әҙип тураһында
үҙгәртергә- Сафуанов С.Ғ. Дәминев Дим Абдрахман улы. Л. Н. Абдрахманова тәржемәһе. Башҡорт энциклопедияһы.
Хәтер
үҙгәртергә- Ырымбур өлкәһе Переволоцк районының Чесноковка ауылы урта мәктәбендә шағирға арналған мөйөш-музей булдырылған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сафуанов С.Ғ. Дәминев Дим Абдрахман улы. Л. Н. Абдрахманова тәржемәһе. Башҡорт энциклопедияһы. 2016 йыл 5 март архивланған.