Дэли, дагэл (монг. дээл) — Үҙәк Азияның монгол һәм төрки халыҡтарының традицион кейеме; ғәҙәттә, мамыҡтан, ебәктән йәки барсанан (парча) эшләнә., ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ирҙәр ҙә кейә.

Дэли
Рәсем
 Дэли Викимилектә
Урта быуат кейемдәре

Дэли — башҡа монгол булмаған халыҡтар өсөн дә ылыҡтырғыс күркәм кейем. Донъяға билдәле «Звездные войны» фильмы персонажы Амидала королеваһының кейәүҙәге монгол ҡатын-ҡыҙ кейеме менән экранға сығыуы быға дәлил булып тора.

Дэли — монголдарҙың күсмә йәшәү рәүешен сағылдырған һәм төрлө тәбиғәт шарттарында кейә торған уңайлы күлдәк. Монголияла халх, бурәт, барга, торгуд һәм башҡа этник төркөмдәр йәшәй. Төҫтәр сиратлашыуы, биҙәү орнаменты һәм дизайны кейем хужаһының ниндәй этник төркөм менән бәйле булыуы хаҡында һөйләй.[1]

Дэли бай тарихҡа эйә. Ғалимдар әйтеүенсә, ул Хуннну дәүерендә барлыҡҡа килгән. Ҡытай мәҙәниәтселәре һәм тикшеренеүселәре билдәләүенсә, ҡытайҙар монгол дэлиын 2000 йыл элек үҙләштергән, Мысырҙан килтерелгән ҡиммәтле туҡымаларҙы ҡулланғандар. 1252 йылда Монгол империяһының Хубилай ханы Юань дэли тураһында закон ҡабул иткән. Был закон дизайн, төҫ һәм орнамент, шулай уҡ дворяндар һәм ябай монголдар өсөн туҡымаларҙың айырмаһын билдәләгән. Ул ваҡытта Монголия хандары аҡ туҡыманан тегелгән дэли кейгән, сөнки аҡ — бәхет төҫө һәм бөйөклөктө аңлата Дэли менән бәйле бик күп легендалар һәм традицион ғөрөф-ғәҙәттәр бар. Бала тәүге тапҡыр дэли кейгән саҡта, өлкәндәр шиғри формала өгөт-нәсихәт уҡый һәм уның дэли кейеү өсөн лайыҡлы кеше булып үҫеүен теләй.[1]

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Дэли ултырма яғалы, тубыҡҡа тиклем еткән оҙон халат йәки кафтан; дэгэлдең беселеү формаһы ирҙәр өсөн дә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә бер төрлө; әммә ҡайһы берҙә ирҙәр дэгелдәренең еңдәре киңерәк була. Дэгэлдең ике сабыуы һулдан уңға . 5 6 эләктергес менән түбәндәгесә урынлаша: : береһе ҡултыҡ аҫтында, өсәүһе яурынында, ҡалғандары яғала.[2] Дэгэл ғәҙәттә кәүҙәне күп тапҡыр уратылған киң ебәк билбау менән кейелә. Билбау өҫтәмә йылылыҡ өсөн дә, әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн дә хеҙмәт итә, сөнки билбау менән дэгэл араһындағы арауыҡ ярайһы уҡ һыйҙырышлы кеҫә барлыҡҡа килтерә (дэгэлдә кеҫәләр ҡаралмаған). Ирҙәр ғәҙәттә билбауҙы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда бер аҙ бушағыраҡ бәйләй. Дэгэлдың билбауы, кәпәс менән бер рәттән, кейеп йөрөүсенең етеш тормош күрһәткестәренең береһе булып иҫәпләнгән. Һалҡын һәм эҫе миҙгелдәр, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, көндәлек һәм байрам көндәре өсөн дэлиҙар бар. Дэгэл кейеү әле лә ауыл ерендә таралған; ҡалаларҙа башлыса өлкән быуын йәки традицион байрамдар уңайынан кейелә. Дэгэл тантаналы осраҡтар өсөн сағыштырмаса ҡиммәтерәк материалдарҙан эшләнә. Уларҙы Наадам (бойондороҡһоҙлоҡ фестивале), Цагаан сара (Ай календары буйынса Яңы йыл) һәм башҡа Монголия байрамдары, фестивалдәре һәм тантаналары ваҡытында кейәләр.[1]

Төбәк төрҙәре

үҙгәртергә

Төрлө монгол халыҡтарында һәм ырыуҙарында дэгэл фасонындағы айырмалар башлыса биҙәлештә: мәҫәлән, халха-монголдарҙа дэгэлдең ҡайтармаһы түңәрәкләнгән, бүрәттәрҙә мөйөш формаһында. Башҡа төрҙәре чахаровтарҙа, узумчиновтарҙа һәм торгоуттарҙа осрай. Туй, байрам, көндәлек кейем өсөн дэгэл бар: тантаналы сараларға ебәктән, ябайҙары мамыҡтан һәм башҡа арзан материалдарҙан тегелә.. Хәҙерге ваҡытта ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат дэгелдәре бер-береһенән бер ни менән дә айырылмай тиерлек. Ҡышҡы дэгэлдәр бер нисә ҡат туҡыманан тора, һәм улар йәйгеһенән оҙонораҡ.[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Майдар Сосорбарм. История монгольского дэли. Дата обращения: 21 февраль 2024.
  2. 2,0 2,1 Андреева Р. П, 160-161-се б.б.
  • Андреева Р. П. Дэли, дээл // Энциклопедия моды. — СПб.: Литера, 1997. — С. 160—161. — ISBN 5-86617-030-2

Һылтанмалар

үҙгәртергә