Дунай кенәзлегендәге 1848 йылғы революция
Дуна́й кенәзлегендәге 1848 йылғы революция — Валахия кенәзлегендәге һәм Молдавия кенәзлегендәге Рәсәйҙең протектораты булған элекке вассал дәүләтендәге Асман империяһындағы революцион ваҡиғалар. Милли-азатлыҡ төҫмөрөнә эйә булғанлыҡтан, «Халыҡтар яҙы» тип аталған 1848-1849 йылдарҙағы Европа революциялары киңлегендәа үтә.
Валахия һәм Молдавияла 1848 йылғы революция | |
Урындары |
Ҡалып:Флагификация/Молдавия флагы Молдавия кенәзлеге һәм Ҡалып:Флагификация/Валахия кенәзлеге Валахия кенәзлеге |
---|---|
Дата |
Молдавия: 1848 йылдың 27 марты |
Сәбәбе |
Төрөк вассалитетлығынан ҡотолорға ынтылыш; Либерализмдың таралышы;милли идея берҙәмлеге |
Төп маҡсаты |
Кенәзлектәрҙең бойондороҡһоҙлоҡ алыуы; монархтар власын сикләү; сәйәси системаны либералләштереү |
Һөҙөмтә |
Революциялар баҫтырылған кенәзлектәрҙе Рәсәй-Төрөк оккупацияһы; Балта-Лиман конвенцияһы |
Ойоштороусы |
Оппозицион либераль сәйәси хәрәкәттәр һәм ойошмалар |
Хәрәкәт итеүсе көстәр | |
Ҡаршы тороусылар | |
Һәләк булыусылар |
иҫәбе билдәһеҙ |
Яра алғандар |
иҫәбе билдәһеҙ |
Ҡулға алынғандар |
91 кеше һөргөнгә ебәрелгән |
Революциялар ике кенәзлектә лә еңеүгә өлгәшмәй, ләкин Молдавияла баш күтәреүҙәр башланыу менән үк баҫтырылһа, Валахияла иһә власть оҙаҡҡа булмаһа ла, Ваҡытлы хөкүмәт ҡулына күсә, ул урыҫ-төрөк һуғышынан һуң, 1849 йылда Балта-Лиман конвенцияһы алып ташланған эре үҙгәртеүҙәр үткәрә.
Башланғысыи
үҙгәртергәТарих башы
үҙгәртергәДунай кенәзлеге булған Валахия һәм Молдавия XVI быуатта уҡ Асман империяһының Вассал дәүләте һанала. Ә улар үҙҙәренең дәүләтселеген һаҡлап ҡалалар, ләкин уларҙың суверенитеты сикләнгән була. Оҙаҡ йылдар дауамында кенәзлектәге милли идея асман иҙеүенән ҡотолоуға йүнәлтелә. [1].
Валахия һәм Молдавияла XIX быуат баштарында ҡатмарлы ситуация барлыҡҡа килә. Йыл һайын Портта ҙур күләмдә, ҡайһы саҡ көс еткеһеҙ, яһаҡ түләнә. Элек боярҙар тарафынан һайланған кенәзлек Господары солтандың ҡуйылған кешеһенә әйләнә. Солтан уларҙы тәғәйенләү һәм бушатыу хоҡуғына эйә була. Господарь һайлау процесы төрөктәр өсөн бик тә уңайлы иҫәпләнә: урынға дәғүә иткән кеше, үҙенең ҡаршы тороусыһын еңеү өсөн, солтанға билдәле бер күләмдә аҡса түләй. Претенденттар күп булғанлыҡтан, уларҙың ҡайһыныһы күберәк түләй, шул еңгән. Идара итеү мөҙҙәте алдан билдәләнмәй, шуға күрә күпмелер ваҡыттан һуң, был урын тағы ла «вакантлы» тип иғлан ителә. Һәр господарь, власта оҙаҡ ултырмаҫын белеп, ил эсендәге һалымдарҙы тағы ла арттыра. Был һалымдарҙың бер өлөшө господарь кеҫәһенә төшһә, ә икенсе өлөшө солтанға бурысын ҡаплауға китә. Кенәзлектең һәр тарафында төрөктәр яңы ҡәлғәләр төҙөйҙәр йәки булғанын үҙгәртеп ҡоралар, бының менән улар халыҡты үҙҙәренә буйһондороп тоталар. Кенәзлек биләмәләрендә йыш ҡына Асман империяһы һәм башҡа дәүләттәр араһында һуғыш сығып тора. Шул уҡ ваҡытта, XVIII быуатта Асман империяһының хәле насарая, ә иҡтисады менән бәйле Дунай кенәзлеге иҡтисадында күтәрелеш башлана. Бөтә был факторҙар кенәзлектәргә һәм унда йәшәүсе халытарға кире йоғонто яһай.
Ҡалып:1848-1849 йылдарҙағы революция
Адрианополь тыныслыҡ килешеүенә (1829) ҡул ҡуйғандан һуң, ситуация ҡырҡа үҙгәрә. Дунай кенәзлектәре бойондороҡһоҙ дәүләт булара, де-факто таныла һәм Рәсәй яҡлауы аҫтына эләгә, ә Төркиә был дәүләттәрҙең эске эштәренә ҡыҫылыу хоҡуғын юғалта. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Валахия һәм Молдавияла администрацияны генерал Киселёв Павел Дмитриевич етәкләй.[2]. Ул етәкләгән осорҙа кенәзлектә иҡтисад көслө үҫеш ала, сәйәси һәм мәҙәни күтәрелеш күҙәтелә. Шулай уҡ реформалар ҙа үткәрелә: эске таможня үҙ көсөнән сығарыла, сауҙа иреклеге индерелә, крәҫтиән йөкләмәһе регламентлана, медицина һәм санитар хеҙмәттәре булдырыла. Дунай буйындағы Асман империяһы сигендә хеҙмәттә булғандарға карантин индерелә[2].
Эре реформалар, милли берҙәмлек идеяһы
үҙгәртергәМәҙәниәттә лә етди үҙгәрештәр күҙәтелә. Румын телен популярлаштырыу башлана. Шул йылдарҙа Румын алфавитын ҡулланып яҙылған тәүге гәзиттәр сыға башлай[3]: «Албина ромыняскэ» һәм «Курьерул ромынеск». Уларҙың тәүге һандарында кенәзлекте төрөк иҙеүенән ҡотҡарған Рәсәй данлана. Шуның менән бер мәлдә, туған телдә белем биреүсе мәктәптәр һаны арта (элек белем усаҡтарында уҡытыу грек телендә алып барылған була). Яссыла һәм кенәзлектең баш ҡалаһы Бухарестта беренсе академиялар асыла. Әммә кенәзлек элеккесә де–юре Асман империяһының хакимлығы аҫтында ҡала, һәм уның үҙаллығы сикләнгән була. Йәштәр, белем алыу өсөн, беренсе тапҡыр сит илдәргә сыға башлай. Улар Париж, Гейдельберг, Берлин һ.б. Европа ҡалаларың абруйлы университеттарына ынтылалар. Бер үк ваҡытта кенәзлек менән Трансильвания араһындағы бәйләнештәр ҙә көсәйә[1]. Уларҙы берләштереүсе фактор булып уртаҡ тарих, тел һәм дин уртаҡлығы тора. 1830 йылдарҙа уҡ Дунай кенәзлектәрендә һәм Трансильванияла йәшәүселәр үҙҙәрен «валахиҙар», «молдавандар», «трансильвандар» һәм «банаттар», тип түгел, ә «румындар» исеме аҫтында йөрөтә башлай. Был осорҙа кириллицаны латиницаға алмаштырырға маташыусы үҙҙәрен «латинизаторҙар» тип атап йөрөүселәрҙең эшмәкәрлеге әүҙемләшә. Хатта словян һәм грек сығышлы һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙы тыйыуға тиклем барып еткән осраҡтар була. Һуңғараҡ Алеку Руссо был яңылыҡтар һәм үҙгәртеүҙәр тураһында былай тип яҙа: « 1835 йылдан алып 1851 йылға тиклемге ун алты йыл эсендә Молдавия үҙенең элекке тарихындағы биш йөҙ йыллыҡтан күберәкте кисерә… ата-әсәләрҙең ҡараштары һәм уй-ниәттәре – Көнсығышҡа, беҙҙеке – Көнбайышҡа, башҡалаҙыҡы – ер һәм күккә йүнәлтелгән була. »[4].
Кенәзлектәрҙә Органик регламент индерелә, уның ярҙамында господарҙарҙың абсолют монархияһы сикләнә. Ике кенәзлектә лә Адунаря Обштяскэ парламент булдырыла. Генерал П. Д. Киселёв, үҙе үткәргән реформалар арҡаһында, крәҫтиәндәрҙең хәлен яҡшыртыуға һәм Дунай кенәзлектәрен артабан үҫтереүгә өлгәшә.
Әммә 1834 йылда П. Д. Киселёв, төрөк солтаны Мәхмүд II ике яңы господарь: Михаил Стурдзаны Молдавияға һәм Александр II Гиканы Валахияға ҡуйғанлыҡтан, кенәзлек идарасыһын вазифаһын юғалта. Уларҙың бер йыл идара иткән ваҡыты эсендә илдә түрәләрҙең баш-баштаҡлығы һәм ришәүәтлек арта. Дәүләт аппаратының ҙур өлөшө коррумпирланған була, хатта господарҙар ҙа бынан ситтә ҡалмай[1]. Кризис көсәйеү менән боярҙарҙың һәм түрәләрҙең баш-баштаҡлығы ла арта, Адунаря Обштяскэ кенәзлектәренең икеһендә лә, господарҙар йоғонтоһона эләккәнлектән, бер ни ҙә эшләй алмайҙар. Ил дә бөлгөнлөк хәленә төшә. Бындай шарттарҙа элееке тәртиптәрҙе яңыртырға теләмәгән оппозиция барлыҡҡа килә.
Оппозицион ойошмалар
үҙгәртергәИлдең сәйәси үҫешендә халыҡтың бик әҙ генә проценты – интеллигенция ғына ҡатнаша. Господарҙар һәм боярҙар үҙҙәренң байыуы тураһында ғына уйлайҙар, ә халыҡтың башҡа ҡатламдарының властҡа үтергә мөмкинлектәре булмай. Оппозиция төрлө түңәрәктәр ойоштора, улар үҙ алдына бояр һәм господарҙарҙың власын сикләүҙән алып Дунай кенәзлектәрен берләштереү һәм бөтәһенең дә ҡануниәт алдында тигеҙ хоҡуҡлы булыуына тиклемге маҡсаттар ҡуя.
1840 йылдар башына милли берҙәмлек, тигеҙлек һәм азатлыҡ идеяһы тулыһынса әҙер иҫәпләнә. В оппозицион түңәрәктәр үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Уларға алмашҡа йәштәр ойошмалары барлыҡҡа килә. Уларҙың башында Көнбайышта уҡып ҡайтҡан йәштәр тора. Революцион көстәрҙе, 1843 йылдың февралендә өс үҙәк булдырыла: 1843 йылда төҙөлгөн «Фрэцие» (үҙәге Бухареста), 1845 йылда барлыҡҡа килтерегән (үҙәге Парижда) «Париждағы румын студенттары йәмғиәте», һәм 1846 йылда нигеҙләнгән «Асоциацие патриотикэ» (үҙәге Васлуйҙа) < ref>Джувара, 330—331 б.</ref>. 1846 йылдың көҙөндә Валахия полицияһы «Асоциацие патриотикэ» эҙенә төшә. Ойошманың сере асыла һәм ул тарҡатыла, уның бик күп ағзалары сит илгә ҡаса[1]. Һәм был революция барышына кире йоғонто яһай.
«Фрэцие» ойошмаһы (девиз — «Ғәҙеллек һәм туғанлыҡ») мәҙәни-ағартыу әҙәби түңәрәге исеме аҫтында йәшертен эшләп килә[5]. Уның ағзалары урындағы халыҡты грамотаға өйрәтеү һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары менән танышыу һылтаныуы аҫтында Дунай кенәзлектәре буйлап эш итәләр. Ойошма программаһында Органик регламентты һәм крепостной правоны алып ташлау, боярҙарҙың өҫтөнлөгөн, төрөк хакимлығы аҫтындағы кенәзлектәрҙең автономияларын сикләү, Рәсәй империяһы сюзеренитетынан ҡотолау һәм буржуаз-демократик үҙгәртеүҙәр үткәреү кеүек пункттар ҡаралған була. [6]. Ойошманың рәсми үҙәге булып Бухарест һаналһа ла, уның бөтә ағзалары ла эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, Парижға китә.
Тиҙҙән студенттар йәмғиәтенә төрлө йәштәге һәм төрлө сәйәси ҡарашлы кешеләр килә башлай. Башында боярҙарҙан торған түрәләрҙе властан алып һәм ҡалыплашҡан феодаль тәртипте юҡҡа сығарыу һәм Дунай кенәзлектәрен берҙәм дәүләткә ойоштороу теләге уларҙы берләштерә. Ләкин ойошмала фекер ҡапма-ҡаршылығы ла килеп тыуа: либералдар киләсәктә конституцион монархия, ә радикалдар — республика дәүләтселеге төҙөргә уйлай. Либерал Ион Гика молдава господары Михаил Стурдзаға тәхетенә ултырырға һәм берҙәм румын дәүләтен төҙөргә тигән тәҡдим менән бара. Стурдзе тәҡдимдән баш тарта. [7]. Шулай ҙа радикалдар һәм либералдар консенсус таба, әммә берҙәм программа барыбер төҙөлмәйенсә ҡала.
Ойошманың ике өлөшө араһындағы бөтә аңлашылмаусанлыҡтар бөтөрөлә, Парижда Франциялағы 1848 йылғы февраль революцияһы башлана. Румын студент-эмигранттары француздар менән бергә урам алыштарында ҡатнаша[8] хатта королдеңТюильри һарайын алыуҙа ярҙам итәләр. Яҙ башында Дунай кенәзлектәренән килгән эмигранттар Парижда ҡорға йыйылалар, унда Молдавия һәм Валахияла буласаҡ революция мәсьәләләре тикшерелә . Был ҡорҙа ҡатнашыусылар Францияның яңы эске эштәр министрына эштәрендә ярҙам һорап мәоәжәғәт итә. Министр ни ҙә булһа эшләүҙән тыйылып тора, Рәсәй илсеһе менән әңгәмәлә Францияның румын революционерҙарына ярҙам итеүен инҡар итә.
Ваҡиғалар барышы
үҙгәртергәМолдавиялағы революцияның еңелеүе
үҙгәртергә1847 йылда Молдавия кенәзлектәрендә ике ҙур бәлә-ҡаза була: көслө ҡоролоҡ һәм илде ҡара сиңерткә баҫа. Бөтә уңыш юғала. Боярҙарға ҡаршы крәҫтиәндәрҙең локаль болалары башлана, иген менән сауҙа итеүселәр тауарҙар етешмәүе һәм Европалағы иҡтисади кризис менән риза булмайҙар[1]. Ваҡ һәм урта боярҙар килеп тыуған ситуацияла идара итеү вазифаһынан ситләштереләләр, һәм шуға ла улар «бөйөк» бояр һәм господарҙың баш-баштаҡлығына ҡаршы булалар. Был ваҡытҡа илдә бөтә ерҙә коррупция һәм ҡаҙнанан уғрылығының сәскә атыуы менән тулыһынса риза булмау күренештәре күҙәтелә[1].
Франциялағы был ваҡиғаларҙан һуң Валахия һәм Молдавия эмигранттары тыуған иленә әйләнеп ҡайта башлай. Молдавия господары уларҙы сик аша үткәрмәҫкә ҡуша, шуға 1848 йылдың 27 мартында Яссының «Петербург» ҡунаҡханаһындағы[1] ҡор улар ҡатнашлығынан тыш үтә. Ҡорҙа төрлө ҡатлам кешеләре ҡатнаша: боярҙарҙан алып кәсепселәргә тиклем бөтәһе 1 000 кеше. Ҡорҙа шулай уҡ «Петиция-прокламация» төҙөлә һәм Василе Александри етәкселегендәге комитет булдырыла, ул прокламацияны господарға тапшырырға тейеш була. Документ Органик регламентты тоторға һәм законды боҙмаҫҡа саҡыра, бынан ары цензураны, тән язаларын, эҙәрлекләүҙәрҙе бөтөрөү, шәхес иркенә гарантия индереүҙе һәм хөкүмәттең яуаплылығын арттырыуҙы, мәктәптәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙы һәм милли гвардия булдырыуҙы, сәйәси тотҡондарҙы азат итеүҙе, крәҫтиәндәрҙең хәлен яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота [9]. Бөтәһе 35 пункт. «Петиция-прокламация», беренсе сиратта, буржуаз-демократик үҙгәрештәр үткәреү юлы менән господарҙың баш-баштаҡлығына ҡаршы йүнәлтелгән була. Уның сикләнгәнлеге, кенәзлеккә урыҫ ғәскәрҙәренең баҫып инең ҡурҡынысы янағанын аңлата.
Михаил Стурдза, петиция тапшырылғандан һуң, көтөлмәгәнлектән һәм ҡаушауҙан 33 пунктты ҡабул итә, әммә тиҙҙән үҙен ҡулға ала һәм шунда уҡ күпләп һаҡ аҫтына алыуҙар башлана. Ул арала ҡорҙа ҡатнашыусылар «Петербург» ҡунуҡханаһы янында баррикада төҙөйҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәренә уны штурм менән алырға тура килә. Бер кем дә һәләк булмай. Революционерҙарҙың күбеһе - шул урында уҡ, ҡайһы берҙәре – үҙ өйҙәрендә ҡулға алына, әммә бер өлөшө ҡасып китеп өлгөрә. Шул уҡ кисте Струдзе ҡалала йәшәүселәргә ҡайтан тәртип урынлаштырылыуын иғлан итә. Господарь һәм юғары урын биләгән түрәләрҙең Яссыла үткән съезға мөнәсәбәте халыҡта, беренсе сиратта, крәҫтиәндәрҙә, кире ҡараш тыуҙыра. Струдзе популярлығын һәм халыҡтың ышанысын юғалта.[10].
Яссыла стабиллек урынлаша, ләкин бөтә кенәзлек буйынса бөтә ауылдарҙа «сәйәси эпидемия» башлана. Крәҫтиәндәр бояр ерҙәрен бүлешергә баҙнат итә. Бояр утарҙарында һәм хатта Струдзеның үҙ биләмәләрендә ауыл кешеләре барщинаға сығыуҙан баш тарта.
Рәсәй һәм Асман империялары был ваҡиғаларҙы тыныс ҡына күҙәтә алмай, шуға күрә Яссыға үҙҙәренең вәкилдәре булған комиссарҙары Рәсәйҙән - Дюгамель Александр Осипович, Төркиәнән Тәлғәт әфәнде ебәрелә. Май айында Молдавия господары Рәсәй императорына үҙ дәүләтенә ғәскәр индереүен һорап мөрәжәғәт итә. Әммә Николай I был үтенесте үтәргә теләмәй. Уның урынына, июнь айында команда башлығы исеменән, урыҫ армияһының береһендәге Герценцвейг Молдавия – Рәсәй сиген үтеүҙе һорай, Дюгамель быны үҙе башҡара. 12 000 урыҫ һалдаты[11] Император тарафынан рөхсәт булмаһа ла, Молдавия кенәзлегенә баҫып инә һәм крәҫтиәндәрҙең бөтә болаларын баҫтыра[12]. Николай I, бөтә Европа буйынса Герценцвейг армияһы сығыштары арҡаһында протестар башланырына борсолғанлыҡтан, бындай баш-баштаҡлыҡ менән ҡәнәғәт булмай. Ул арала, Герценвейг император ихтыярын боҙҙом тип, үҙ-үҙенә ҡул һала[13]. Ғәскәрҙәре кире ҡайтырға бойороҡ ала, был турала Николай I ошолай тип билдәлә: «Бәхеткә, беҙҙең ғәскәрҙәр, әгәр ҙә төрөктәр үҙҙәре был турала һорамаһа йәки үҙҙәре уны аша үтмәһә, Прут йылғаһын үтмәне һәм, бик тә кәрәк булмаһа, һис ҡасан да үтмәҫтәр»[14].
Шулай ҙа йәй аҙағына урыҫ ғәскәрҙәре Молдавияны баҫып ала һәм Венгрия менән Трансильвания сиктәрен ябып ҡуя. Молдавия кенәзлектәрендәге 1848 йылғы революция шулай тамамлана. Күп кенә сәйәсмәндәр һәм революционерҙар сит илгә ҡасып китә һәм эмиграцияла молдова халҡының азатлыҡ өсөн көрәше тураһында хеҙмәттәр баҫтырып сығаралар. Когэлничану Михаилдың еңелгән ыңғайы черновсылар тураһында яҙылған «Молдавия милли партияһына теләктәр»[1] хеҙмәтен айырып күрһәтергә була. Әммә Молдавияның юғары ҡатлам мәҙәниле кешеләренең ҡайһы берҙәре революцияны үҙ итмәй. Мәҫәлән, Георге Асаки революцияны ла, ул тыуҙырған либераль йүнәлештәрҙе лә бөтөнләй ҡабул итмәй.
Валахияла революцияның еңелеүе
үҙгәртергәХалыҡ сыуалыштары
үҙгәртергәМолдавияла революция еңелгәндән һуң, уның артынса уҡ Валахияла революцион ваҡиғалар башланып китә. «Фрэцие» йәмғиәте эш планын һәм программаһын ентекле эшкәртә. Бөтә пункттарҙа ла фекер уртаҡлығы булмай. Ультрарадикал ҡарашлы Николай Бэлческу армия ярҙамы менән крәҫтиәндәрҙең ер мәсьәләһен хәл итергә саҡыра. Властар менән уртаҡ тел табыу яҡлы булған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төркөмө быға ҡаршы сыға[15]. Һәҙәмтәлә, төрлө төркөмдәр араһындағы килешеүгә нигеҙләнгән программа төҙөлә. У 21 пункттан тороп, Валахияның Асман империяһы составында автономиялы булыуын күҙаллай, рангтарҙы һәм титулдарҙы алып ташлау, һүҙ иреклеге, һалым түләүҙең яңы системаһын индереүҙе, милли гвардия төҙөүҙе, түләүһеҙ белем алыуҙы, Учредитель йыйылышҡа тура һайлауҙар үткәреүҙе, господарь вазифаһын юҡҡа сығарыуҙы һәм президент вазифаһын индереүҙе, барщинаны алып ташлауҙы һәм бояр ерҙәрен крәҫтиәндәргә бүлеп биреүҙе талап итә[16]. Документ идеаль була. Унда күп кенә һорауҙар хәл ителмәһә лә, уның ыңғай яҡтары күп.
Йәйен бер юлы дүрт урында һөжүм башлау планлаштырыла, ләкин был ниәт полиция арҡаһында тормошҡа ашмай. Валахияның көнбайышындағы Излаз ауылында 9 июнь көнө «Фрэцие» ағзаһы Элиаде-Радулеску йыйылған крәҫтиәндәр һәм һалдаттар ротаһы алдында, тантаналы рәүештә,тарихта Ислазс прокламацияһы тип аталған манифесын уҡый[1][12]. Урындағы священник Раду Шапкэ уның тәҡдимен хуплай һәм халыҡты барщинанан ҡотҡаруын һорап, Аллаға мәрәжәғәт итә. Элиаде-Радулеску бында булғандарҙың барыһын да революцияның уңышына инандыра.
10 июндә Бухарестҡа яҡын-тирәләге ауылдарҙан кешеләр йыйыла ,һәм улар господарь һарайына ҡарай юлланалар, ғәскәрҙәр һәм полиция уларҙың юлын быуырға йыйынмай. Һарайға тик халыҡ вәкилдәре генә инә һәм Ислазс прокламацияһына ҡултамға ҡуйыуҙы талап итә. 11 июндә господарь Георгий III Дмитрий Бибеску ҡултамғаһын ҡуя , һәм документ ил Конституцияһына әйләнә. Консерватив митрополит Неофит етәкләгән Ваҡытлы хөкүмәт булдырыла[12].. 13 июндә Георгий Бибеску тәхеттән баш тарта һәм Австрияға сығып китә. Революция легаль төҫөн юғалта.
14 июндә Ваҡытлы хөкүмәт беренсе декреттарын баҫып сығара, унда Валахияның дәүләт флағы итеп Румыния Флагы алына, ҡатлам дәрәжәләре, цензура, үлем язаһы бөтөрөлә, милли гвардия булдырыла. Азатлыҡ Яланы тип үҙгәртелгән Филарет яланында, 15 июндә Бухарестың 30 000 кешеһе йыйыла. Улар Конституция ҡабул итеү айҡанлы тантаналы байрам үткәрә. Матбуғатта эшләүселәр хатта типографиянан станок алып киләләр, шул яланда уҡ революцион шиғырҙар баҫтырылып сыға.
Ләкин офицерҙарҙың бер өлөшөнөң ярҙамын күргән боярҙар Ваҡытлы хөкүмәтте ҡулға алалар. Шулай итеп дәүләт түңкәрелеше ойошторола. Әммә Анна Ипэтеску һәм Тома Георгиу етәкселегендәге ҡала халҡы быға ҡаршы сыға[1], һалдаттар халыҡты атыуҙан баш тарта һәм власть тағы Ваҡытлы хөкүмәт ҡулына күсә. 28 июндә ваҡиғалар тағы ҡырҡыулаша. Кемдер урыҫ ғәскәрҙәре Валахияға һөжүм итергә һәм революцияны баҫтырырға йыйына, тигән ялған хәбәр тарата. Ул ваҡытта урыҫ ғәскәре Молдавиялағы сыуалыштарҙы баҫтырып, Рәсәйгә ҡайтырға йыйынған була. Ваҡытлы хөкүмәт министрҙары был хәбәргә ышанып, Карпат тауҙарына йәшеренә. Бухарест бары тик хөкүмәт башлығы Неофит һәм боярҙар ғына тороп ҡала. Киләһе көндө, 29 июндә, килеп тыуған мәлде файҙаланып, Неофит ҡала буйлап «фетнәсе хөкүмәттең» тауҙарға ҡасыуы һәм хәҙер илдә «тәртип урынлаштырылыуы» хаҡында иғландар йәбештертә. Ваҡытлы хөкүмәт депутаттары шунда уҡ кенәзлеккә әйләнеп ҡайта һәм үҙҙәренең элекке эштәренә тотона[17].
Йәйен илдә эре үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Дәүләт эшмәкәрлеге өлкәләренең бөтәһе лә тиерлек үҙгәртелә.Валахияның үҙ армияһы булдырыла. Нисек кенә тырышһалар ҙа, барщинаны бөтөрә алмайҙар. Деутаттар крәҫтиәндәргә тағы 3 ай (йәғни ауыл хужалығы эштәре тамамланға ҡәҙәр) түҙеп тороуҙарын һорап, мөрәжәғәт итә.
Революцион кенәзлек өсөн тышҡы сәйәсәт ситуацияһы ла маҡтанырлыҡ булмай. Молдавия менән берләшеү уйы тормошҡа ашмай. Асман империяһына элекке господарь Бибескунан тороп ҡалған бурысты ҡаплар өсөн, ҙур күләмдәге яһаҡ ебәрелә. Революционерҙарҙың тышҡы сәйәсәттә бойондороҡһоҙлыҡ алыу өсөн Рәсәй менән Асман империяһын талаштырыу идеяһы уңышһыҙ тамамлана. Төрөк солтаныВалахияны баҫып алыр өсөн, кенәзлектең тулыһынса юҡҡа сыҡҡанын көтһә, Рәсәй императоры иһә Европаның халыҡ-ара сәйәсәттә йоғонтоһо ҙур булған бойондороҡһоҙ дәүләттәре араһында проваслав халҡы ихтыярын баҫтырыусы булып күренгеһе килмәй. Шуға ла урыҫ ғәскәрҙәре лә, төрөк ғәскәрҙәре лә Валахия сиген үтергә ҡабаланмай[1].
Урыҫ-төрөк интервенцияһы
үҙгәртергә1848 йылдың 19 июлендә Рәсәй императорының үтенесе буйынса, [1], солтан Валахияға 20 000 һалдат ебәрергә баҙнат итә. Ваҡытлы хөкүмәттең ҡаршы сығыуына ҡарамаҫтан, төрөк ғәскәрҙәре Дунайҙы уңышлы аша сығалар. Төрөктәрҙең талаптары буйынса, Ваҡытлы хөкүмәт үҙ хоҡуҡтарынан ваз кисә. Кенәзлек конституцияһы бик ныҡ ҡыҫҡартыла һәм ҡаралыр өсөн Истанбулға ебәрелә. Килеп тыуған ситуацияла Валахияның сикләнгән революцион көстәре лә Асман империяһы менән тыныс мөнәсәбәттә булырға саҡыра, быға яуап итеп, киҫкен фекерле кешеләре (радикалдар) баҫҡынсыларға ҡаршы ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе яҡлап сыға. 9 августа аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ер бүлеү эштәрен ҡарай. Властар крәҫтиәндәр һәм помещиктар араһында фекер уртаҡлығы табыуҙы хуп күрә. Икенсе берәүҙәре крәҫтиәндәрҙең талаптарын иҫәпкә алыуға ҡырҡа ҡаршы сығалар. Һөҙөмтәлә, бөтәһе лә элекке хәлдә ҡала. Һәм крәҫтиәндәр революцияға булған ышыныстарын юғалталар. Боярҙар революцияның ҡабатланыуын булдырмаҫ һәм киләсәктә ерҙәрҙе бүлешеү өсөн,солтанға Сөләймән паша вазифаһына тәүәккәлерәк кешене ҡуйыуҙарын үтенеп, мөрәжәғәт итә [1]. 19 августа кенәзлеккә Кечеджизада Мәхмүд Әмин Фуад паша килә. Ул үҙе менән Валахияла торған төрөк ғәскәренә өҫтәмә көстәр алып килә. Халыҡ быға яуа,п итеп үҙәк майҙанда йыйыла һәм асыҡтан-асыҡ күрһәтеп, Органик регламенттың күсермәһен һәм боярҙарҙың урындағы китабын яндыра[1]. 13 сентябрҙә төрөк армияһы Бухарестҡа яҡын килә Ирекмәндәр Бухарестың көньяғынаныраҡ, Дунай тәңгәлендә, ҡаршылыҡ күрһәтеп маташалар[18]. Көстәрҙең берҙәм булмауы арҡаһында, уларҙың башланғысы ҡыйратыла, бынан һуң Бухарест халҡы юлды һаҡсылар отряды ярҙамында кәртәләргә маташып ҡарай. Алыш башлана. Төрөктәрҙең атлы ғәскәре халыҡ төркөмөн йырып үтә, бик күп кеше һәләк була. Дялул Спирий районында Павел Зэгэнеску етәкселегендәге янғын һүндереү һалдаттарынан торған рота һәм Валахия армияһының 3-сө йәйәүлелер полкы оҙаҡ ҡына ҡаршылыҡ күрһәтә.Төрөктәрҙең яҡшы әҙерлекле һәм һан яғынан күпкә өҫтөн ғәскәрҙәре ҡаршы тороусыларҙы еңеүгә өлгәшә[1]һәм кисен Бухаресты тулыһынса баҫып ала. Фуад паша шунда уҡ митрополит Неофитҡа үҙ миссияһын еткерә. Уның һүҙҙәре буйынса, Төркиә бөтә Европа менән берлектә «коммунизм рухындағы» революцияға ҡаршы көрәш алып бара, уның менән килгән армия Валахияла законды яҡлаясаҡ, тәртип булдырасаҡ һәм Рәсәй мәнфәғәтен яҡлаясаҡ. Төрөк революцияһынан һуң, Фуад пашаның бойороғо буйынса 91 революционер илдән ҡыуыла [18].
15 сентябрҙә Валахияға урыҫ армияһы инә. Ғәскәр башының һүҙҙәре буйынса, төрөктәр уларҙы «тәҡдирҙәренә буйһонған ҡиәфәттә» ҡаршы алалар. Урыҫтарға етди ҡаршылыҡ күрһәтелмәй, шуға күрә улар Валахияла тороп ҡалалар һәм күрше Венгер короллегендә хәлдәрҙең ҡырҡыулашыуын көтәләр. Төрөктәрҙе власҡа яҡын ебәрмәүҙе урыҫтар үҙҙәренә маҡсаты итеп ҡуя. Ниндәйҙер ваҡытҡа революцион власть Олтенияла һаҡланып килә, әммә тиҙҙән власть әһелдәре Трансильванияға ҡасып китә һәм Венгрияла 1848—1849 йылдарҙа үткән революцияла ҡатнаша.
Революция һөҙөмтәләре
үҙгәртергәҠалып:Шулай уҡ ҡарарға 1849 йылдың 1 майында Асман һәм Рәсәй империялары Балта-Лиман конвенцияһына ҡул ҡуя. Ул Органик статуттың үҙ көсөнә индерә һәм Дунай кенәзлектәренең автономияһын сикләй. Ошо мәлдән господарь һалым йыйыусы итеп кенә ҡалдырыла, уның хоҡуҡтары ҡыҫҡартыла. Валахияла Барбу I Дмитрий Штирбей һәм, Молдавия кенәзлегенән Гика, Григорий йөҙөндәге реакцион көстәр ҡуҙғала, у рыҫ-төрөк һөйләшеүҙәрендә Дунай кенәзлектәрен «тәртип» «урынлашҡанға ҡәҙәр» унда ҡалырға килешеләр йыйыла[19]. Дөйөм йыйылыш үткәреү туҡтатыла, ә урыҫ-төрөк комитеттары элекке Органик регламентты ҡайианан ҡарап сығырға тейеш булалар [20].
Сит илгә киткән революционерҙарүҙ эшмәкәрлектәре буйынса йомғаҡ яһайҙар һәм һөҙөмтә сығаралар. Хәҙер уларҙың маҡсаты халыҡ азатлығы түгел, ә кенәзлектәрҙе берҙәм дәүләткә ойоштороу була. Сит илдәге эмигранттар ойошмаһы икегә бүленә: даими реформалар ярҙамында румын дәүләтен үҙгәртертеү һәм төҙөү яҡлылар һәм йәшәп килеүсе сәйәси режимға ҡаршы ҡапыл күтәрелгән дөйөм халыҡ ихтилалы яҡлылар. Революционерҙерҙың берҙән-бер ҡыҫҡа ваҡытлы берҙәмлеге кенәзлектәрҙең иркен сикләү һәм уларҙың күпселегенең Төркиә менән Рәсәй ҡулы аҫтына эләгеү перспективаһы икәнлегендә була. Шуға ҡарамаҫтан, ике илдә лә феодаль ҡоролошҡа һәс боярлыҡ системаһына күҙгә күренгән зыян килтерелә.
Кенәзлектәрҙең үҫешендә ауыл хужалығы мөһим роль уйнауын дауам итә, ләкин киләһе ун йыллыҡта иҡтисадта һәм сәнәғәттә ярайһы уҡ уңыштар күҙәтелә. 1848 йылдан 1866 йылға тиклем кенәзлектә 3 000 эре предприятие барлыҡҡа килә[19].
Һуңыраҡ 1861 йылда, Дунай кенәзлектәре Валахия һәм Молдавияның Берләшкән кенәзлектәре тип иғлан ителә[1][19].Революцияның ҡайһы бер идеологтары һәм ҡатнашыусылары дәүләттә идара итеүсе урын биләй. Александру Иоан Куза бер үк ваҡытта тиерлек абруйлы йыйылыш тарафынан Дунай кенәзлектәренең господары итеп һайлана. 1878 Берләшкән кенәзлектәр үҙаллы дәүләт булып китә, ә 1881 йылда Румыния Короллегенә әйләнә[19]. Һөҙөмтәлә, революционерҙар һәм халыҡ ынтылған маҡсаттар тормошҡа аша. Халыҡ-ара сәйәсәттә революция ҙур мәғәнәгә эйә була. Рәсәй һәм Асман империялары Дунай кеәзлктәрендә ваҡиғаларға ҡәтғи мөнәсәбәттәрен белдереп, унда үҙ ғәскәрҙәрен индерәләр һәм бер нисә йыл кенәзлектәрҙе үҙҙәренә буйһондороп тоталар. Был Европа илдәрендә уларҙың эшмәкәрлегенә, бигерәк тә Рәсәйҙең баш-баштаҡлыығна ҡарата кире мөнәсәбәт тыуҙыра. Кенәзлектәрҙәге урыҫ интервенцияһы урыҫ-француз һәм урыҫ-британ мөнәсәбәттәреең ҡырҡыулашыуына килтерә, һәм аҙаҡ ул Ҡырым һуғышы башланыуға сәбәп була. Француз-валаш һәм француз-молдава мөнәсәбәттәре яҡшыра һәм бынан һуңғы тиҫтә йылдар буйынса улар дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡлап ҡала. Дунай кенәзлектәрендә француз мәҙәниәте һәм французс теле киң таралыш ала, аҙаҡ был Объединённое княжество Валахия һәм Молдавия Берләшкән кенәзлектәре мәҙәниәтенә лә йоғонто яһай[21].
Революция, барыһынан да бигерәк, Бессарабияла молдавандар йәшәгән урындарҙа ихтилал күтәрелеүенән ҡурҡҡан Рәсәй империяһына ныҡ тәьҫир итә [19]. Кенәзлектәрҙә Рәсәйҙең әһәмиәте үҫә, ул эске сәйәсәткә йоғонто яһау өсөн яңы легаль мөмкинлектәр ала. Был Рәсәй власын на Балҡан ярымутрауында йәйелдереүҙең уңышы булаref name="laviss" />, әммә Ҡырым һуғышында еңелгәндән һуң, Рәсәй империяһы кенәзлектәр өҫтөнән булған протекторат хоҡуғын юғалта. Күрше Трансильванияла панрумынизм тулҡынында, ситуация үҙ төйәктәренең Валахия һәм Молдавия менән берлектә Румыния составына инеүен теләгән урындағы румындарҙың баш күтәреүе арҡаһында ҡатмарлашып китә[1]. Һуңғараҡ улар бында ҡасып килгән валаш революционерҙары тарафынан яҡлау табалар.
Шулай уҡ ҡарарға
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 Ожог И. А., Шаров И. М. Румын тарихы буйынса кыҫҡа лекциялар курсы.. — Кишинёв, 1992.
- ↑ 2,0 2,1 Гросул В. Я. Дунай кенәзлегендә һәм Рәсәйҙә реформалар ( XIX быуаттың 20-30 – сы йылдары). — Мәскәү, 1966.
- ↑ Гиуреску, 134 б.
- ↑ Джапаридзе Э. А. Дунай кенәзлектәрендә ижтимағи-сәйәси хәрәкәт (1848 йылғы революция алды тарихынан). — Мәскәү, 1991. — С. 63.
- ↑ Фрунзетти, 16 б.
- ↑ Джапаридзе Э. А. Дунай кенәзлектәрендә ижтимағи-сәйәси хәрәкәт (1848 йылғы революция алды тарихы). — Мәскәү, 1991. — С. 149.
- ↑ Джапаридзе Э. А.. Дунай кенәзлектәрендәге ижтимағи-сәйәси хәрәкәт (1848 йылғы революция алды тарихынан). — Мәскәү, 1991. — С. 159.
- ↑ Джувара, 331 б.
- ↑ Anul 1848 in Principatele Romane. — Bucuresti, 1902. — Т. V. — С. 176-179.
- ↑ Ghervas, Stella [Гервас Стелла Петровна]. Réinventer la tradition. Alexandre Stourdza et l'Europe de la Sainte-Alliance. — Paris: Honoré Champion, 2008. — С. 180. — ISBN 978-2-7453-1669-1.
- ↑ Бөтә донъя тарихы. Энциклопедия. — 1961. — Т. 6.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Румыния // Ҙур совет энциклопедияһы.
- ↑ Щербатов А. П. Генерал-фельдмаршал кенәз Паскевич. Уның тормошо һәм эшмәкәрлеге. — Санкт-Петербург, 1899. — Т. 6. — С. 228, 229, 231.
- ↑ Румыния тарихы. 1848—1917. — Москва, 1971. — С. 57.
- ↑ 1830—1856 йылдарҙа Балканда халыҡ-ара мөнәсәбәт. — Мәскәү, 1990. — С. 210.
- ↑ 1830—1856 йылдарҙа Балканда халыҡ-ара мөнәсәбәт. — Мәскәү, 1990. — С. 219—220.
- ↑ Гиуреску, 136 б.
- ↑ 18,0 18,1 Гиуреску, 13 б.7
- ↑ 19,0 19,1 19,2 19,3 19,4 10 томлыҡ Бөтә донъя тарихы / Смирнов Н. А.. — Мәскәү: Социаль-иҡтисади әҙәбиәт нәшриәте, 1959. — Т. VI. — 830 с.
- ↑ Лависс Э., Рамбо А. Революциялар һәм милли һуғыштыр. 1848—1870 // XIX быуат тарихы. — Мәскәү, 1938.
- ↑ Тарихи белешмә . GoRomania.ru. Дата обращения: 26 февраль 2009. Архивировано 30 ғинуар 2012 года. 2009 йыл 2 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәРус телендә
үҙгәртергә- Березняков Н. В. 1848—1849 йылдарҙа Дунай кенәзлектәрендәге революцион һәм милли-азатлыҡ хәрәкәттәре. — Кишинёв, 1955.
- Водовозов В. В., —. 1848 йылдағы революция // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Румын телендә
үҙгәртергә- Neagu Djuvara. Între Orient şi Occident. Ţările române la începutul epocii moderne. — Bucharest, 1995.
- Ion Frunzetti. Pictorul revoluţionar C.Rosenthal. — Bucharest, 1955.
- Constantin C. Giurescu. Istoria Bucureştilor. Din cele mai vechi timpuri pînă în zilele noastre. — Bucharest, 1966.
- Liviu Maior. 1848-1849: Români şi unguri în revoluţie. — Bucharest, 1998.
Инглиз телендә
үҙгәртергә- Hitchins K. The Romanians, 1774—1866. — USA: Oxford University Press, 1996.
- Viorel Achim. The Roma in Romanian History. — Budapest, 2004.
- W. S. Cooke, B. R. Grüner. The Ottoman Empire and Its Tributary States (Excepting Egypt). — Amsterdam, 1968.
- John Ashley Soames Grenville. Europe Reshaped, 1848-1878. — Oxford, 1999.
- Ignác Romsics, Béla K. Király. Geopolitics in the Danube Region: Hungarian Reconciliation Efforts, 1848-1998. — Budapest, 1998.
- L. S. Stavrianos. The Balkans Since 1453. — London, 2000.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Mihail Kogălniceanu Dezrobirea ţiganilor, ştergerea privilegiilor boiereşti, emanciparea ţăranilor. — 1891. (рум.)