Банат
Банат — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Банат |
Этимологияһы
үҙгәртергәБанат исеме башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда ғәрәп теленән ингән, ғәр. — ҡыҙ балалар, ҡыҙҙар; иркә ҡыҙ тигән мәғәнәне аңлата[1].
Шәхестәр
үҙгәртергәБатырова Банат Хәйрулла ҡыҙы (16 декабрь 1902 йыл — 19 июль 1970 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, сөгөлдөрсө. башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), Башҡорт АССР-ының II—IV саҡырылыш (1947—1959) Юғары Советы депутаты.
Вәлиева-Яубаҫарова Банат Хәсән ҡыҙы (1948 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Әбүләйес ауылында тыуған) — педагогик хеҙмәт ветераны, юғары категориялы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, әүҙем википедист. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса республика һәм район олимпиадалары призёрзары һәм миҙалға тамамлаусыларҙы укытып сығарҙы. Күп кенә уҡыусылары ла урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайланы. «Әбүләйестә үткән бала саҡ» китабы авторы. 2021 йылдың февралендә Башҡорт Википедияһында күрһәткән эшмәкәрлеге өсөн «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде. Рувики ойошторған «Узнай Россию. Начни с Дона» конкурстарында ике тапкыр икенсе урынды биләне. ХI Мәскәү халык-ара конференцияһында ҡатнашты. Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ҡасабаһында, әүҙем тормош алып барып, йәмәғәтселек эштәрендә ихлас ҡатнашып йәшәй.
Алсынова Банат — Өфө ҡалаһы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Башҡорт теле дәреслегендә
үҙгәртергәЭштә Банат Батырованың алтын ҡулдары ут сәсрәтер булһа, ял иткәндә ул моңло йырҙары менән күңелдәрҙе арбар ине |
.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Башҡорт исемдәре /Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. — 224 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Т. Кусимова. В мире имён 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- Т. Күсимова. Исемдәр донъяһында
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |