Дринфельд Гершон Ихелевич
Гершон Ихелевич Дринфельд (29 февраль 1908 йыл — 18 август 2000 йыл) — украин совет математигы. Физика-математика фәндәре докторы.
Дринфельд Гершон Ихелевич | |
рус. Ге́ршон И́хелевич Дри́нфельд | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 29 февраль 1908 |
Тыуған урыны | Староконстантиновский район[d], Хмельницкий өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 18 август 2000 (92 йәш) |
Балалары | Дринфельд Владимир Гершонович |
Һөнәр төрө | математик, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты |
Уҡыу йорто | Физико-математический факультет Киевского университета[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Кравчук, Михаил Филиппович[d][1] |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Дринфельд Гершон Ихелевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәГершон Ихелевич Волынь губернаһы Григоровка ауылында Дринфельд Дринфельд Ихель Иосифович (? — 1927, Проскуров)[2] һәм Ита Пинхасовна ғаиләһендә тыуған. Бала сағында ғаилә Иҫке Константиновҡа күсеп килә. 1922 йылда Проскуровта (Хмельницкий ҡалаһы) ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, итекселә өйрәнсек була һәм шунда уҡ ағас бысыу эшендә эшләй 1927 йылда Халыҡ мәғарифының Киев институтына уҡырға инә, профессор М.Ф. Кравчук тарафынан фәнни эшкә йәлеп ителә. 1931 йылда институтты тамамлағандан һуң уҡытыусы һәм Г.В. Пфейффер етәкселеге аҫтында УССР ФА математика институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып ҡалдырыла[3]. 1937 йылдан — Киев аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологияһы институтында юғары математика кафедраһы мөдире[4].
1943—1945 йылдарҙа Өфө авиация институтында юғары математика кафедраһы менән етәкселек итә[5].
1945—1962 йылдарҙа Харьков дәүләт университетының[6] математик анализ кафедраһы менән етәкселек итә.
Физика-математика фәндәре кандидаты (1935), физика-математика фәндәре докторы (1941)[7].
Бер үк ваҡытта 1950 йылда ябылған Харьков математика институтының директор урынбаҫары була. 1945 йылда, һуғыш ваҡытында туҡтатылған Харьков математика йәмғиәте эштәрен яңырта, Харьков университетының механика- математика факультетында математика әҙәбиәте кабинетын ойоштора. Шулай уҡ Харьков авиация институтында (математика һәм системалы анализ кафедраһы мөдире)[8], Ауыл хужалығын механизациялау институтында, Украина политехник ситтән тороп уҡыу институтында һәм Советтар Союзы маршалы Н.И. Крылов исемендәге ракета ғәскәрҙәренең Харьков юғары хәрби команда-инженер училищеһында уҡыта. 1952—1953 йылдарҙа космополитизм менән көрәш буйынса кампаниялар барышында эҙәрлекләүгә дусар була.
Фәнни хеҙмәттәре дифференциаль тигеҙләмәләрҙең интеграль инварианттар теорияһы, ихтималлыҡ теорияһы һәм математика тарихы өлкәһендә. Бер нисә дәреслек («Вступ до вищої математики», Киев, 1932, һәм «Теория детермінантів», Киев, 1933, икеһе лә М. Ф. Кравчук менән берлектә), «Введение в математический анализ» (Харьков, 1971, И. А. Яковлев менән берлектә), «Введение в математический анализ» (Харьков, 1971, И. А. Яковлев менән берлектә), «Трансцендентность чисел π и ε» (1952), «Квадратура круга и трансцендентность числа π» (1976) һәм «Интерполирование и способ наименьших квадратов» китаптары (1984) авторы
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны — Фрида Иосифовна Луцкая-Литвак (1921—2011), филолог-классик
- Улы — Владимир Гершонович Дринфельд, математик.
- Ҡустыһы — Вольф Ихелевич Дринфельд (1912—1943), Шәкәр сәнәғәте институтын тамамлаған, Цыбулевский шәкәр заводында баш инженер урынбаҫары; фронтта һәләк була[9].
Баҫмалары
үҙгәртергә- Г. И. Дринфельд. Трансцендентность чисел π и ε. — Харьков: Издательство Харьковского государственого университета имени А. М. Горького, 1952. — 76 с.
- Г. И. Дринфельд. Математический анализ. — Харьков: Издательство Харьковского государственого университета имени А. М. Горького, 1953. — 64 с.
- Г. И. Дринфельд. Дополнения к общему курсу математического анализа. — Харьков: Издательство Харьковского государственого университета, 1958. — 118 с
- В. Н. Слепушенко, И. А. Яковлев, Г. И. Дринфельд. Аналитическая геометрия (учебное пособие для слушателей ХВКИУ). — 3-е издание. — Харьков: ХВКИУ, 1971. — 251 с.
- Г. И. Дринфельд, И. Я. Рябчикова, Р. Н. Слепушенко. Практикум по приближенным вычислениям. — Харьков: ХВКИУ, 1971. — 99 с.
- Г. И. Дринфельд, И. А. Яковлев. Введение в математический анализ. — Харьков: Харьковское высшее военное училище имени Маршала Советского Союза Н. И. Крылова, 1971. — 43 с.
- Г. И. Дринфельд. Квадратура круга и трансцендентность числа π. — Киев: Вища школа, 1976. — 83 с.
- G. I. Drinfeld. Quadratur des Kreises und Transzendenz von [pi]. Berlin: VEB Deutscher Verlag der Wissenschaften, 1980. — 138 p.
- Г. И. Дринфельд. Интерполирование и способ наименьших квадратов. — Киев: Вища школа, 1984. — 102 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ В Проскурове отец работал на шоссейном строительстве, затем каменщиком на керамическом заводе.
- ↑ Памяти Г. И. Дринфельда 2018 йыл 17 февраль архивланған.
- ↑ История кафедры высшей математики 2017 йыл 16 декабрь архивланған.
- ↑ Гордимся прошлым, строим будущее. УГАТУ 85 лет / сост. М. А. Филимонов; Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. — Уфа: РИК УГАТУ, 2017. — 379 с. ISBN 978-5-4221-1028-5.
- ↑ Гениальная математическая династия из Харькова
- ↑ Дрінфельд Гершон Іхельович 2007 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Кафедра математики и системного анализа ХАИ 2019 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ В честь него был назван сын Г. И. Дринфельда — математик Владимир (среди домашних Воля) Дринфельд.