Домашников Борис Фёдорович

(Домашников Борис Федорович битенән йүнәлтелде)

Домашников Борис Фёдорович (5 апрель 1924 йыл20 июнь 2003 йыл) — рәссам. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1965) һәм халыҡ (1975), СССР-ҙың (1982) халыҡ рәссамы, «Почёт Билдәһе» ордены (1967) кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1977).

Борис Фёдорович Домашников
Тыуған:

5 апрель 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Иваново өлкәһе Лухский районы Кригоузово ауылы

Үлгән:

20 июнь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (79 йәш)

Үлгән урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

пейзаж

Уҡыған урыны:

Өфө театр-художество училищеһы

Стиль:

реализм

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1967
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
Исемдәре:
СССР-ҙың халыҡ рәссамы— 1982 РСФСР халыҡ рәссамы— 1974
Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Сайт:

bdomashnikov.jimdo.com

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Борис Фёдорович Домашников 1924 йылдың 5 апрелендә Иваново өлкәһенең Кригоузово ауылында тыуған. Артабанғы яҙмышы уны Башҡортостанға алып килә. 1935 йылдың мартында атаһын Өфө моторҙар эшләү заводын төҙөргә ебәрәләр.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ун ете йәш кенә була. Ябыҡ кәүҙәле, сибек кенә егетте хәрби комиссариатта доброволец итеп алыуҙан баш тарталар. Борис Федорович быны бик ауыр кисерә. Горкомхоздың оҫтаханаһында эшкә урынлаша, лозунгылар яҙа, плакаттар төшөрә. Һәр хәрефкә үҙенең күңелен, һыҙланыуҙарын, нәфрәт һәм өмөттәрен һала. Бында ул үҙенең кәрәклеген аңлай, яратҡан эше менән шөғөлләнә. Һуғыш бөткән йылды художество училищеһына уҡырға инә. Буласаҡ рәссамды оло сәнғәт юлына баҫтырыусы Өфө рәссамдары П. Лебедев, А. Тюлькин, М. Беспалова була.

«9 май», «Һалдат ҡәбере», «Атайым иҫтәлеге» тип исемләнгән картиналарының төп идеяһы — фронттан ҡайта алмаған атаһы тураһында иҫтәлекте һаҡлау.

Рәссамдың ижади емештәре бик күп, ул картиналары менән бай. Сәмәрҡәндте, Новгородты, Псковты, Дондағы Ростовты, Мәскәүҙе, Уралды, Италияны, Чехословакияны төшөргән.

Борис Домашников рәсем сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәтәре юғары баһаланған. Уға 1965 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған, ә 1975 йылда халыҡ рәссамы (1975) тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. 1982 йылда ул СССР-ҙың халыҡ рәссамы исеменә лайыҡ була. Ижадсы шулай уҡ 1967 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. Ул — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1977), Өфө ҡалаһының почётлы гражданины.

Һылтанмалар

үҙгәртергә