Долуханян Александр Павлович

Долуханян Александр Павлович (1 июнь 1910 йыл15 ғинуар 1968 йыл) — СССР композиторы. Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1958).[4]

Долуханян Александр Павлович
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 19 май (1 июнь) 1910[2]
Тыуған урыны Тбилиси, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 15 ғинуар 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2] (57 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[2]
Үлем сәбәбе авария[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Долуханова Зара Александровна
Һөнәр төрө композитор, пианист, преподаватель музыки, музыка педагогы
Эшмәкәрлек төрө музыкаль белем[d][3], фортепианное выступление[d][3], сочинение музыки[d][3] һәм музыкальная композиция[d][3]
Эш урыны Ереванская государственная консерватория имени Комитаса[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы
П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Әүҙемлек урыны СССР[3]
Ҡатнашыусы Чемпионат Армении по шахматам[d]
Музыка ҡоралы фортепиано
Жанр Йыр
Тауыш яҙҙырыу лейблы Мелодия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный деятель искусств Армянской ССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Алекса́ндр Па́влович Долуханя́н (Долуха́нов) 1910 йылдың 1 июнендә Рәсәй империяһының Тифлис (хәҙер Тбилиси) ҡалаһында юрист ғиләһендә тыуған. «Пожар» тип аталған беренсе композицияһын 5 йәшендә яҙа.

1928 йылда Тифлис консерваторияһының Т. И. Тер-Степанова алып барған фортепиано  класын тамамлай, бер үк ваҡытта С. В. Бархударянда композиция буйынса шөғөлләнә.

1932 йылда Ленинград консерваторияһын   (С. И. Савшинскийҙың  фортепиано  класы) тамамлай, шунда уҡ аспирантурала уҡый (1932—1935). 19371939 йылдарҙа — Ереван консерваторияһының фортепиано класы уҡытыусыһы һәм камера ансамбле етәксеһе, шулай уҡ филармония солисы. Әрмәнстан буйлап бик күп фольклор экспедицияларында ҡатнаша,  200-ҙән ашыу халыҡ йырын яҙып ала. Павел Лисициан менән ансамблдә күп концерттар бирә. 

1940 йылда Мәскәүгә күсеп, Долуханян Мәскәү консерваторияһында Николай Мясковский етәкселегендә үҙенең композиторлыҡ оҫталығын арттыра. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт концерт бригадаларында даими сығыш яһай. 

Һуғыштан һуң  Александр Павлович композитор һәм  пианист булараҡ киң ижади эшмәкәрлеген йәйелдерә. Уның фортепиано менән оркестр өсөн концерттары, «Конкурс красоты» опереттаһы киң билдәле. Шуға ҡарамаҫтан, Долуханян ижадында йырҙар төп урынды биләй. Композиторҙың хәрби тематикаға яҙылған йырҙары яғымлы көйө, тәрән йөкмәткеһе һәм юғары илһөйәрлек хисе менән айырылып тора, уларҙы профессиональ ансамблдәр ҙә, һәүәҫкәрҙәр ҙә башҡара. Мәҫәлән, «У нас в подразделении» тигән йыры совет йырҙары араһында классикаға әйләнгән. Композитор рус темаларына романстар, драматик спектаклдәргә һәм радиопостановкаларға музыка яҙа. Шулай уҡ йырсы Ирма Яунзем менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә әрмән, венгр, болгар, чех, корей һәм вьетнам халыҡ йырҙарын эшкәртә һәм яҙҙыра. Советтар Союзында һәм сит  илдәрҙә (Иран, Финляндия) гастролдә була.

Долуханян йәш йырсыларға һәм авторҙарға ҙур ярҙам күрһәтә, улар уны яҡшы кеше, өлкән дуҫ һәм иптәш итеп иҫкә ала. Ҡатыны Зара Долуханованың ижади үҫешендә ҙур роль уйнай. Йырсы хәтирәләре буйынса, Александр Павлович «вокаль-технологик һорауҙарҙа бик юғары кимәлдә компетентлы, йырсылар менән эшләй белгән һәм эшләргә яратҡан кеше, өҫтәүенә, эрудит, һәр саҡ үҙенең хаҡлы булыуына ышанған  эре масштаблы музыкант» була.

Композитор 1968 йылдың 15 ғинуарында Мәскәүҙә юл-транспорт фажиғәһендә була.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • оперетта:
    • Конкурс красоты, Мәскәү оперетта театры, 1967
  • кантаталары:
    • Герои Севастополя, Н. Доризо һүҙҙәренә, 1948
    • Дорогой Ленина, И.Морозов һүҙҙәренә, 1966
  • оркестр өсөн:
    • Праздничная симфония, 1950
    • Армянское каприччио, 1952
  • фортепиано менән оркестр өсөн:
    • концерт, 1947
    • концерт, 1954
  • эстрада оркестры өсөн:
    • Танцевальная сюита, 1950
  • тауыш һәм оркестр өсөн:
    • Саят-Нова һүҙҙәренә йырҙар циклы 
  • фортепиано өсөн:
    • Детская сюита, 1955
  • скрипка өсөн, виолончель өсөн, торба өсөн пьесалар
  • А. Пушкин, Л. Украинка, В. Терян, А. Исаакян һүҙҙәренә романстар

Иң билдәле йырҙары

үҙгәртергә
  • Байкальская красота (М. Лисянский), А. В. Александров исемендәге Ҡыҙыл Армия йыр һәм бейеү ансамбле башҡ.
  • Бульвары (С. Островой),  Капитолина Лазаренко башҡ. 
  • В Ростове-на-Дону (Н. Доризо),  Юрий Ельников һәм Вячеслав Годунов башҡ.
  • Весной грустить нельзя (А. Пришелец),  Алексей Усманов башҡ.
  • Горит черноморское солнце (М. Лисянский),  Владислав Пьявко, Иван Суржиков, А. В. Александров исемендәге Ҡыҙыл Армия йыр һәм бейеү ансамбле башҡ., солист Иван Диденко 
  • Город-солдат (А. Пришелец), Ян Кратов башҡ.
  • Девушка (Л. Некрасова),  Владимир Канделаки башҡ.
  • Девушку чайкой зовут (М. Лисянский), Мөслим Магомаев башҡ.
  • Дивный город (М. Лисянский),  Юрий Гуляев башҡ.
  • Дорогим москвичам (Л. Некрасова),  Раиса Неменова һәм Иосиф Кобзон башҡ.
  • Дунай голубой (С. Смирнов),  Артур Эйзен, Владимир Нечаев, Георг Отс, Иосиф Кобзон башҡ.
  • Ереванский вечер (А. Граши),  Сергей Лемешев башҡ.
  • Если петь нам о Родине (В. Семернин), В. Попов исемендәге Ҙур балалар хоры башҡ. 
  • Застольная (Г. Регистан),  Владимир Канделаки башҡ.
  • И мы в то время будем жить (М. Лисянский), Павел Лисициан башҡ.
  • Каблучки (И. Шаферан),  Гелена Великанова башҡ.
  • Кактус (Н. Доризо),  Юрий Гуляев башҡ.
  • Колыбельная (Ю. Каменецкий), Юрий Гуляев башҡ.
  • Корабелы (М. Лисянский),  Иосиф Кобзон башҡ.
  • Ленинский век (В. Пухначёв),  Артур Эйзен башҡ.
  • Любимую землю… (М. Лисянский),  Павел Лисициан башҡ.
  • Манит сень акаций (Г. Регистан), Анатолий Соболев һәм Борис Кузнецов, Тамара Кравцова башҡ.
  • Маньяна ( Л. Ошанин), Мөслим Магомаев башҡ.
  • Морская душа (М. Лисянский),  Александр Розум башҡ.
  • Моя Родина (М. Лисянский), Павел Лисициан, Дмитрий Гнатюк башҡ.
  • На базаре (Л. Некрасова), Владимир Канделаки башҡ. 
  • Ночью лунною (Г. Регистан),  Анатолий Соболев һәм Борис Кузнецов башҡ.
  • Ой ты, рожь (А. Пришелец), Владимир Нечаев, Геннадий Каменный, Олег Анофриев, Галина Егорова, Гелена Великанова, Алибек Днишев, А. В. Александров исемендәге Ҡыҙыл Армия йыр һәм бейеү ансамбле, солист Евгений Беляев, башҡ.
  • Офицерские жёны (Е. Долматовский), Майя Кристалинская башҡ.
  • Парень хороший (Л. Некрасова), Владимир Бунчиков һәм Владимир Нечаев, А. В. Александров исемендәге Ҡыҙыл Армия йыр һәм бейеү ансамбле, солист Иван Букреев, башҡ. 
  • Первая любовь (Л. Некрасова), Сергей Лемешев башҡ.
  • Песенка почтальона (Г. Регистан), Владимир Канделаки башҡ.
  • Песня боевых друзей (Л. Некрасова), Владимир Бунчиков һәм Владимир Нечаев башҡ.
  • Песня болгарских школьников (Н. Треандо), Гелена Великанова башҡ.
  • Песня матери (А. Афиногенов),  Гелена Великанова башҡ.
  • Песня неудачника (И. Шаферан), Иван Суржиков башҡ.
  • Песня о первом пионерском отряде (С. Рунге), В. Попов исемендәге Ҙур балалар хоры башҡ. 
  • Песня о шофёре (А. Грамши),  Нина Поставничева башҡ.
  • По космосу пешком (И. Морозов), Людмила Зыкина башҡ.
  • По меньшей мере (М. Лисянский), А. В. Александров исемендәге Ҡыҙыл Армия йыр һәм бейеү ансамбле, солист Иван Букреев, башҡ.
  • Под волною (М. Лисянский), А. В. Александров исемендәге Ҡыҙыл Армия йыр һәм бейеү ансамбле, солист Иван Букреев, башҡ. 
  • Пой, солдат (Л. Некрасова),  А. В. Александров исемендәге Ҡыҙыл Армия йыр һәм бейеү ансамбле, солист Евгений Беляев, башҡ. 
  • Разиня блоха (народная), Тамара Стрелкова башҡ.
  • Рязанские мадонны (А. Поперечный), Людмила Зыкина башҡ.
  • Снова нет (Г. Ходосов),  Капитолина Лазаренко башҡ.
  • Солдатские прибаутки (Г. Ходосов),  А. В. Александров исемендәге Ҡыҙыл Армия йыр һәм бейеү ансамбле, солистар Евгений Беляев һәм Вадим Русланов, башҡ.
  • Солдатское сердце (М. Лисянский), Владимир Бунчиков башҡ.
  • Соловьиные ночи (Н. Доризо), Лариса Авдеева башҡ.
  • Твой отец (Н. Доризо), Владимир Трошин, Людмила Зыкина, Эдита Пьеха башҡ.
  • Твоя любовь (М. Лисянский), Эдуард Хиль, Эмиль Горовец башҡ.
  • Торро и торреро (Л. Ошанин),  Мөслим Магомаев башҡ.
  • Ты — любимая (Г. Ходосов),  Пётр Киричек башҡ.
  • Ты у нас одна (М. Лисянский),  А. В. Александров исемендәге Ҡыҙыл Армия йыр һәм бейеү ансамбле, солист Василий Штефуца, башҡ. 
  • У нас в подразделении (Л. Некрасова), А. В. Александров исемендәге Ҡыҙыл Армия йыр һәм бейеү ансамбле, солист Иван Букреев, башҡ.
  • Учитель (Л. Ошанин), Владимир Трошин башҡ. 
  • Что такое любовь (М. Лисянский), Клавдия Шульженко башҡ.
  • Я себя не мыслю без России (М. Лисянский),  Артур Эйзен башҡ.
  • Я себя не мыслю без России (М. Лисянский), Иосиф Кобзон башҡ.
  • Ярославская сторонка (М. Лисянский),  Владимир Бунчиков һәм Владимир Нечаев башҡ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә