Долинский Даниил Маркович

Долинский Даниил Маркович (15 июль 1925 йыл2 ноябрь 2009 йыл) — журналист, шағир һәм тәржемәсе, хәрби корреспондент. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡалмыҡ АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Долинский Даниил Маркович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июль 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Кременчук, СССР
Вафат булған көнө 2 ноябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Дондағы-Ростов, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө тәржемәсе, балалар яҙыусыһы, журналист, шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Почёт Билдәһе» ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Совет Поляр түңәрәк аръяғын обороналаған өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы 

үҙгәртергә

Даниил Маркович Долинский 1925 йылдың 15 июлендә Кирмәнсек ҡалаһына йәһүд ғаиләһендә тыуған. 8 класс тамамлағандан һуң, Днепродзержинский рус драма театрына актёр булып эшләргә килә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанлыҡтан, Ҡаҙағстанға эвакуациялана. 1943 йылдың ғинуарында Долинский Эшсе-крәҫтиән ҡыҙыл Армияһы (РККА) сафына саҡырыла һәм Серпухов авиатехник училищеһына ебәрелә. Уны тамамлағас,  3-сө Украин фронтында  механик, уҡсы-радист, унан һуң хәрби корреспондент сифатында һуғыша. 1944 йылдың әрме гәзитендә уның тәүге шиғырҙары[1] баҫыла. Хәрби миҙалдар менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, Долинский Совет Армияһында хәрби журналист булып хеҙмәт итеүен дауам итә.

Тбилисиҙа һуғыштан һуңғы йылдарҙа Булат Окуджава менән бергә Окуджаваның әбейенең абажурына бағышлап «Һалам  лампа» тип аталған әҙәби түңәрәккә йөрөгән[2]. Шул формаль булмаған студент союзының күп кенә ҡатнашыусыһын КГБ ҡулға ала. Окуджава был ваҡиғаларҙан һуң Мәскәүгә ҡайта, ә Долинский ул саҡта таныш булмаған Дондағы Ростовҡа  күсеп килә. 1997 йылда, Окуджава үлгәндән һуң икенсе көнөнә Долинский яҙа: «Как под лампою «соломенной» / Мини-солнышко жило!.. / Виснул гром на ветке сломанной — / Добела её прожгло. / Время было не весеннее — / Речь кровили удила, / И на ниточке висели мы, / Прошивающей дела...».

1949 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1950 йылда армиянан демобилизацияланғандан һуң, Долинский журналист булып эшләүен дауам итә.  Ростсельмашатың күп тиражлы гәзитенең, һуңынан «Комсомолец» гәзитенең редакторы була. Заводтың күп тиражлы гәзите редакцияһында шиғыр түңәрәген етәкләй, һәм был түңәрәккә  буласаҡ шағир — палиндромик сонетикаға нигеҙ һалыусы Владимир Пальчик (Элистинский) йөрөгән.

Шиғырҙар яҙыуын дауам итә. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. 1956 йылда Ростиздат уның «Беренсе мөхәббәт» тигән беренсе шиғырҙар китабын сығара. Һуңынан уның дөйөм алғанда 35-тән  артыҡ шиғыр китабы сыға, әйтер кәрәк, Дондағы Ростовта һәм Элистала ғына түгел, хатта абруйлы «Современник» һәм «Молодая гвардия» нәшриәттәрендә баҫылып сыға.

1960 йылда «Ҡул ҡыҫышыу» тигән икенсе шиғырҙар китабы баҫылып сыҡҡандан һуң Долинский СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Долинскийҙың шиғри ижадының төп темаһы – һуғыш тураһындағы хәтер, халыҡтар дуҫлығы һәм тыныслыҡ өсөн көрәш, тормош тураһында уйланыуҙар, йәш быуын менән һөйләшеү.

Долинскийҙың әһәмиәтле әҫәрҙәренең береһе булып Емельян Пугачёв тураһындағы «Рәсәй менән һөйләшегеҙ!» һәм «Алтын теҙген» һәм уның тарафдашы ҡалмыҡ Цецен-Цеден[3] тураһындағы поэмаһын айырып күрһәтергә була.

Тәржемә өлкәһендә күп һәм уңышлы эшләй, барыһынан элек Төньяҡ Кавказ һәм Ҡалмыҡстан халыҡтары телдәренән тәржемә итә. күп кенә әҫәрҙәре Ҡайсын Кулиевтың, Давид Кугультинов, Адам Шогенцуков һ. б. шағирҙәрҙәң күп кенә әҫәрҙәре тап Даниил Долинский һәм уның мәңгелек һәм авторҙаш дуҫы Виктор Стрелков арҡаһында рус телле уҡыусыға билдәле була.

Шулай уҡ балалар өсөн «Ҡошсоҡтар-биттәр» һәм «Бөжәктәргә таныш түгел» тигән китаптар яҙған.

Әүҙем йәмәғәт-ағартыу эшен алып бара, мәктәптәрҙә, хеҙмәт коллективтарында, билдәле дон шағирәһе Елена Нестерова етәкләгән «Дон»[4] әҙәби берекмәһе ағзалары алдында сығыш яһай.

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, РСФСР Яҙыусылар союзы эше туҡталып,  уның урынына Рәсәй Яҙыусылар союзы һәм Ростов Яҙыусылары союзы барлыҡҡа килгәндән һуң, Долинский ошоноң икенсеһенә инә. Шиғыр яҙыуын  һәм тәржемә эшен дауам итә, күп кенә китап сығара.

2009 йылдың 2 ноябрендә Дондағы Ростовта вафат була.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре 

үҙгәртергә
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985[5])
  • «Почёт билдәһе» ордены (1986)
  • миҙалдар
  • Ҡалмыҡ АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)
  • 2011 йылдың 15 июлендә Долинский йәшәгән йорт стенаһына  (Ворошилов проспекты, 58-се йорт), мемориаль таҡта ҡуйылған[6].

Китаптары 

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Книга:Писатели Дона 1986|страницы=97
  2. Санкин Л. Булат Окуджава в Ростове-на-Дону // www.relga.ru. — 2013. — 5 апр.
  3. Эдуард Григорьевич Барсуков. Незабываемые встречи. Поэзия как судьба. Ростовское региональное отделение Союза российских писателей. Дата обращения: 4 декабрь 2013.
  4. Венок Елене: Сборник памяти Е. В. Нестеровой / Сост. Волошинова Любовь Феоктистовна. — Ростов н/Д: «Странник», 2008. — С. 56—57. — 80 с.
  5. Запись о награждении. ОБД «Подвиг Народа». Дата обращения: 14 октябрь 2012. Архивировано 26 октябрь 2012 года. 2014 йыл 8 ғинуар архивланған.
  6. Мирзабекова Н. «Жил поэт Даниил Долинский…» Агентство культурной информации (25 июль 2011). Дата обращения: 27 август 2011. Архивировано 26 июль 2012 года. 2012 йыл 15 июль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә