Добромыслов Василий Алексеевич
Добромыслов Василий Алексеевич (17 апрель 1892 йыл — 2 май 1965 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, педагог, филолог, педагогия фәндәре кандидаты, РСФСР педагогия фәндәре академияһы ағза-корреспонденты.
Добромыслов Василий Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 5 (17) апрель 1892[1] или 17 апрель 1892[1] |
Тыуған урыны | Белозерск, Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2 май 1965[1] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, филолог, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | педагогика[2], филология[2] һәм предметная и отраслевая дидактика[d][2] |
Эш урыны | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто |
Мәскәү дәүләт педагогия университеты Петербург тарих-филология институты |
Ғилми исеме | ғалим[d] |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВасилий Алексеевич Добромыслов 1892 йылда Белозерскта тыуған. 1917 йылда Петроград тарих-филология институтын тамамлай. 1918 йылдан педагогик эшмәкәрлеген башлай, Таврия губернаһының Хорлы ҡалаһында Йәмәғәт гимназияһында эшләй. Артабан Украина, Абхазия, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1938 йылдан Мәскәүгә фәнни-педагогик эшкә күсә. В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында педагогия һәм уҡытыу эше менән шөғөлләнә. 1941 йылдан 1965 йылға тиклем Педагогия фәндәре академияһының дөйөм һәм политехник белем биреү ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, унда рус телен уҡытыу методикаһы секторын етәкләй. РСФСР Педагогия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты[3].
Добромыслов балаларҙың логик фекерләү һәм телмәр үҫтереү бәйләнештәрен тикшереү буйынса әүҙем шөғөлләнә. Мәктәп педагогикаһында ул төп иғтибарҙы грамматиканы систематик уҡытыуға бирә. Рус теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың, Добромыслов фекеренсә, абстракт фекерләү күнекмәләрен, аналитик һәләттәрен, «фекер дисциплинаһын» үҫтереү кәрәк. Мөһим роль төрлө тикшереү төрҙәренә (синтаксик, морфологик, лексик), шулай уҡ үҙ аллы эшләү өсөн грамматик күнегеүҙәр һәм мәсьәләләр комплексына бирелә[4].
Добромыслов телмәр үҫтереү, грамматика, пунктуация, шулай уҡ рус теле уҡытыу методикаһы мәсьәләләре буйынса 80-дән ашыу китап һәм мәҡәлә авторы булып тора[5].
Мәскәүҙә йәшәй. 1965 йылдың 2 майында вафат була.
Библиография
үҙгәртергә- Добромыслов В. А. К вопросу о языке рабочего подростка. М., 1932;
- Добромыслов В. А. Изложения и сочинения в семилетней и средней школе. М., 1946;
- Добромыслов В. А. Учебник русского языка для ремесленных и педагогических училищ. М., 1949;
- Добромыслов В. А. Изучение грамматических определений и правил в V−VII кл. М., 1951;
- Добромыслов В. А. О развитии логического мышления учащихся V−VII кл. на занятиях по русскому языку. М., 1956;
- Добромыслов В. А. Трудные вопросы грамматики и правописания / в соавт. Вып. 1. М., 1958; Вып. 2. М., 1960;
- Добромыслов В. А. Преодолеть разрыв между обучением ивоспитанием на уроках русского языка. М., 1963;
- Добромыслов В. А. О повышении научного уровня исследованийпо методике русского языка. М., 1963.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Dobromyslov, Vasilij Aleksejevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Добромыслов Василий Алексеевич | Ученые | Главный портал МПГУ (ингл.).
- ↑ Добромыслов . 2020 йыл 4 август архивланған.
- ↑ ДОБРОМЫСЛОВ Василий Алексеевич .
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Павлов В. А., К 90-летию со дня рождения В. А. Добромыслова, Русский язык в школе, 1982, № 4.
- Российская педагогическая энциклопедия: в 2 тт. / гл. ред. В. В. Давыдов. — М.: «Большая Российская энциклопедия», Т. 1, 1993, С. 279—280.