Белозерск

Рәсәйҙәге ҡала

Белозерск[3]Рәсәй ҡалаһы Вологда өлкәһе Беозерский муниципаль районының административ үҙәге. Белозерск Аҡ күл ярында урынлашҡан. Халҡы — 8580 кеше (2020).

Белозерск
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Белозерск
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Белозерский район[d][1] һәм Городское поселение город Белозерск[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение город Белозерск[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 8786 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 130 метр
Туғандаш ҡала Шиен[d]
Почта индексы 161200
Иң тәүге яҙма ваҡыты 862
Рәсми сайт gorodbelozersk.ru
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Белозерска[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Belozersk[d]
Урындағы телефон коды 81756
Карта
 Белозерск Викимилектә

Боронғо исеме (XVIII быуат тамамланғансы) — Белоозеро.I

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы үҙгәртергә

Сәғәт бүлкәте үҙгәртергә

 

Белозерск ҡалаһы, шулай уҡ бөтә Вологда өлкәһехалыҡ-ара стандарттар буйынса Moscow Time Zone (MSK/MSD) сәғәт бүлкәтенә ҡарай (MSK/MSD). Бөтә донъя координациялы ваҡыттың сағыштырмаса күсеүе UTC буйынса +3:00 сәғәт (msk) тәшкил итә.

Климаты үҙгәртергә

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса температура, °C −11,1 −10,1 −5,1 1,5 9,1 14,9 17,2 14,3 9 2,7 −5,5 −9,7 2,3
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen

Тарих үҙгәртергә

 
герб, 1781
 
герб, 1970
Файл:Часовня на месте где был основан Белозерск 1909.jpg
Белозерск нигеҙләнгән урындағы ағас сиркәү фото С. М. Прокудина-Горского, 1909

Белозерск — Боронғо рустың һәм Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаларының береһе.

Повесть временных лет һәм Белоозеро үҙгәртергә

«Повесть временных лет» йылъяҙмаһына ярашлы, Белоозеро ҡалаһы (вепс. V Valged jär'') чуд(фин) (самоназва. vepsä) — боронғо вепс ҡәбиләләренең баш ҡалаһы. Риүәйәт буйынса, славян (новгород словендары һәм кривичтар) ҡәбиләләре һәм чуд (чудь, весь һәм меря) ҡәбиләләре берлектә Рюрикты, урыҫ кенәздәренең династияһына нигеҙ һалыусы Рюриковичты Новгородҡа, кенәзлеккә саҡыра, уның бер ағаһы — кенәз Синеус Белоозерола тәхеткә ултыра.

Ҡаланың археологик тарихы үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта Белоозероның Шексна йылғаһының көньяҡ ярында X быуат башында урынлашыуы һәм xiv быуат урталарына тиклем унда тороуы раҫланған (аҙаҡ был урында Крохино ауылы урынлашҡан). XII — xiii быуат башында ҡаланың Шексна йылғаһының һул яҡ ярындағы дөйөм майҙаны ун өс гектар ерҙе биләгән. Йылғаның икея ярында ла торған ҡала майҙаны 54 гектарҙан кәм булмаған һәм ул Төньяҡ-Көнсығыш Руста[4] эре ҡала булған.

Белоозеро 1238 йылдан алып — бойондороҡһоҙ Белозерский кенәзлегенең үҙәге була (быға тиклем ул 150 йыл самаһы Ростов-Суздаль кенәзлеге составына ҡараған була, шулай уҡ сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге булған. Бында табылған ҡурғаш тауар пломбалары һаны буйынса (19) Белоозеро Руста алтынсы урынды биләй, Дрогичин, Бөйөк Новгород, Ратминский биләмәһе Дубна, Борковский утрауҙары Рязандағы Борковский утрауҙары һәм Псковтан[5] тыш.

1363—1364 йылдарҙа Белозерск яңы урында — 17 километр көнбайыштараҡ — бөгөнгө үҙенең урынын биләй. Был осор ҡаланың сәскә атҡан дәүере булған мәл.

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

 
Богоявление сиркәүе. Белозерск.

Муниципаль берәмек үҙгәртергә

Иҫкәрмә үҙгәртергә

 
Белозерск ҡалаһы район МБ картаһында
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Суперанская А. В. Словарь географических названий. — М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, 2013. — 208 с. — С. 21: Белозе́рск, -а [не Белозёрск] (Вологод. обл.).
  4. С. Д. Захаров Исследования средневекового Белоозера // Археологические открытия. 1991—2004 гг. Европейская Россия / отв. ред. Макаров Н. А..
  5. Крымов Е. Ю., Белецкий С. В. «Таможня домонгольского времени на Верхневолжье» 2020 йыл 28 октябрь архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә