Озаровская Ольга Эрастовна

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Ольга Эрастовна Озаровская (13 (25) июнь 1874 йыл12 июнь 1933 йыл) — төньяҡ халыҡ әкиәттәрен башҡарыусы, фольклор йыйыусы. Рәсәй империяһында тәүге ҡатын — дәүләт эшмәкәре.

Биографияһы үҙгәртергә

Озаровская Ольга Эрастовна Санкт-Петербургта Эраст һәм Варвара Петровна фон Озаровскийҙарҙың офицерҙар ғаиләһендә тыуа. Һуңғараҡ Ольга Эрастовна үҙе лә, ҡустыһы Юрий Эрастович та фамилияһына ҡарата «фон» приставкаһын ҡулланмайҙар. Әммә был приставка менән уларҙың өлкән ағалары Александр Эрастович фон Озаровскийҙың фамилияһы күрһәтелә. Хәйер, Забалканский проспектының 17-се йортта йәшәүселәрҙе иҫәпләүсе йорт китабында «Александр Эрастович фон Озаровский һәм Үлсәм һәм үлсә-ҙәрҙең төп палатаһында хеҙмәт итеүсе уның апаһы Ольга Эрастовна фон Озаровская» телгә алына[1].

Санкт-Петербург университетының химия факультетын тамамлай[2], 1897 йылда — Петербургта Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарының математика факультетын. 1898 йылда Үлсәм һәм үлсәүҙәрҙең төп палатаһында лаборант[3] сифатында эшкә урынлаша, Дмитрий Иванович Менделеевтың ярҙамсыһы була, уның тураһында һуңғараҡ хәтирәләр яҙа. Дмитрий Иванович Менделеев шәхсән финанс министры, буласаҡ премьер-министр граф Сергей Юльевич Виттены, император Николайға барырға һәм Үлсәм һәм үлсәүҙәр палатаһына эшкә ҡатын-ҡыҙҙы алырға указ-рөхсәткә ҡул ҡуйҙырырға күндерә.

Ошо ваҡытта Д.И. Менделеевтың уҡыусыһы һәм көрәштәше[4], кесе, һуңынан Үлсәмдәр һәм үлсәүҙәрҙең төп палатаһының өлкән инспекторы, Д.И.Менделеевҡа «Основы химии» хеҙмәтен[5] нәшер итеүҙә ярҙам итеүсе Василий Дмитриевич Сапожниковҡа (1866—1910)[6] кейәүгә сыға. Был никахта 1901 йылдың 16 майында уларҙың улдары Василько тыуа.

Ольга Эрастовна һөйләүе буйынса, улар Палатала бергә эшләгән, ял ваҡытында осрашҡандар. Василийҙың улы була, ул оҙаҡ һәм ҡаты ауырый. Ольга Эрастовна малайҙы дауаларға ярҙам итә. Сапожников улын ныҡ ярата, табиптарға һәм дрыуҙар өсөн күп аҡса сарыф итә. Менделеев алдында нисек аҡланырға белмәй, ул атылырға ҡарар итә, әммә Ольга Эрастовнаның кәңәше фажиғәне булдырмай. Василий ҡыйыулығын йыйып, Менделеевҡа үҙе килә һәм хәлде һөйләп бирә. Менделеев Василийҙы шелтәләп ала һәм язаһыҙ кешеләрсә аҡыллы ҡарар ҡабул итә.

1900 йылдар башында Озаровская үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә һәм йәмғиәттәрҙә сығыш яһай башлай. Менделеев вафат булғандан һуң ул Үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр палатаһынан китә һәм 1908 йылда Петербург театр клубы ҡарамағындағы «Кәкре көҙгө» театр-кабареһында концерт эшмәкәрлеген башлай, репертуарына әкиәттәр һәм комик хикәйәләр, шулай уҡ Ольга Эрастованың Олонецк губернаһына сәфәрендә яҙып алған өҫтәмәләр һәм мәҡәлдәр менән йырҙар инә.

Озаровскаяға уның бай һәм һығылмалы тауышы, шулай уҡ тәьҫирле мимикаһы билдәлелек килтерә.

1908 йылда Озаровскаяның «Минең репертуарым» тигән китабы сыға.

1909 йылда «Кәкре көҙгө»нән китә һәм Мәскәүгә күсә, унда Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында һәм Шанявский исемендәге Халыҡ университетында тасуири уҡыуҙар уҡыта.

1910 йылда концерт программаһы менән сығыш яһай башлай, унда рус классикаһынан тыш, халыҡ эпосы әҫәрҙәрен һәм рус әкиәттәрен: «Сказка о семи козлятах…», «Журавль и цапля», «Лиса-повитуха», «Кочет и курица», шулай уҡ йола поэзияһын, арбауҙарҙы һәм мәҡәлдәрҙе башҡара. Сәхнәгә күп ауылдарҙа булып үҙенең экспедицияларынан алып ҡайтҡан ысын крәҫтиән кейемдәрендә сыға, һәм шул тиклем таныш булып китә, хатта урындағы халыҡ уға шәхси «Московка» тигән ҡушамат таға[7].

1911 йылда Мәскәүҙә «Йәнле һүҙ студияһы»на нигеҙ һала.

19131914 йылдарҙа «Тыуған шиғриәт иртәһе» кисәләр циклын әҙерләй һәм үткәрә.

1914 йылда Озаровская «Школа чтеца» китабын баҫтыра.

1915 йылда фольклор материалы йыйыу маҡсаты менән Архангель губернаһына килә. Борис Шергин әйтеүенсә, был сәфәр ваҡытында ул Шергиндарҙың өйөнә ҡунаҡҡа бара. Шергин үҙе бер нисә йыл Ольга Эрастовна менән хатлаша[8]Степан Писахов һөйләүе буйынса[9], Озаровская Архангель крәҫтиәндәренә хөрмәт менән ҡарай һәм, грамотаһыҙ булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың әҙәбиәттәге белеменә аптырай.

Пинега йылғаһында, Великий Двор ауылында, әхирәте Прасковья Андреевна Олькинала ҡунаҡта булғанда, осраҡлы Мария Дмитриевна Кривополенова менән осраша, быға тиклем уның ижадын билдәле фольклорсы Александр Дмитриевич Григорьев тасуирлай, әммә айырым иғтибарға лайыҡ булмай. Ольга Эрастовна Кривополенованың «һөйләй» белеүенә хайран ҡалды, шунан һуң уны Мәскәүгә алып ҡайта һәм уның өсөн тотош Рәсәйҙә 60-ҡа яҡын концерт ойоштора. Концерттарҙа уның менән бергә сығыш яһай, уны бөтә сәфәрҙәрҙә оҙатып йөрөй. Кривополенова бөтә Рәсәйгә танылыуы менән тап Озаровскаяға бурыслы.

 
М. Д. Кривополенова һәм О. Э. Озаровская

1916 йылда Озаровская Кривополенованың ижады тураһында «Бабушкины старины» китабын сығара.

Совет заманында Мәскәүҙә А.С. Пушкиндың әҫәрҙәре буйынса декламацион семинар алып бара.

1920-се йылдарҙа түбәндәге очерктар яҙа: «Из дневника фольклориста» (Ненокс тураһында), «Самоходка» (Пинега ауылдарында йәйге байрамдар), «Перед портретом» (М. Д. Кривополенова иҫтәлегенә), уларҙы Архангель гәзите «Северное утро», Тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте үҙенең «Төньяҡ Двинала» йыйынтығында, «Красная нива» журналы баҫтырып сығара.

Шул уҡ ваҡытта Озаровская үҙенең төньяҡ ауыҙ-тел ижадының эҙләнеүҙәр һәм яҙмалар һөҙөмтәһе — «Пятиречие» йыйынтығын яҙа.

1929 йылда Ольга Эрастовнаның ижади эшмәкәрлегенең 30 йыллығы билдәләнә. Шул уҡ йылда Озаровскаяның Д.Менделеев тураһында «Великий химик» хәтирәләр китабы донъя күрә[10].

1931 йылда Ленинградтың «Яҙыусылар нәшриәте»ндә Озаровскаяның Рус Төньяғында йыйылған «Пятиречие» әкиәттәр йыйынтығы сыға.

Оло йәшендә һуҡырайа башлай һәм улы янына Фрунзеға күсә, 1933 йылда 59 йәшендә вафат була. 50-се йылдар аҙағында юҡ ителгән тәүге рус күскенселәренең зыяратында ерләнә. Бөтә ҡәберҙәр ҙә ер менән тиңләштерелә. Зыярат урынында имән, йүкә һәм ҡайындар менән ҡуйы сауҡалыҡ һаҡланған, «Ыссыҡ күл» кафеһы һәм кинотеатры урынлашҡан[11]

Ерләү урынын билдәләй алмау сәбәпле, уның улы Василько Васильевичтың ҡәберенә 2008 йылда Ольга Эрастовна Озаровскаяға һәйкәл ҡуйыла. Уны ҡуйыр алдынан Рәсәй ватандаштарының йәмәғәт ойошмаһы активисы Михаил Корсунский О. Э. Озаровская күмелгән тип фаразланған урындан ғибәҙәтханала изгеләндерелгән бер ус тупраҡты һибә.[12]

Шәхси танышыуҙары үҙгәртергә

Д.И. Менделеев менән дуҫлыҡтан тыш, Озаровская В.Маяковский, А. Блок, мәғариф халыҡ комиссары А. Луначарский, режиссер К. Станиславский, скульптор С. Коненков менән яҡшы таныш була. Уның дуҫтары артистар К. Игумнов, В. Качалов, И. Ильинский яҙыусылар Д. Мамин-Сибиряк, К. Чуковский, виртуоз-балалайкасы Б. Трояновский, рус аңлатмалы һүҙлегенә нигеҙ һалыусы Д. Ушаков була. Озаровская рус яҙыусы-фольклорсыһы Б. Шергин тормошонда һәм ижадында, халыҡ артистары Е. Спендиарова һәм Н. Сацҡа ҙур ярҙам күрһәтә[13].

Исемдәре үҙгәртергә

  • Дәүләт художество фәндәре академияһының ағза-корреспонденты.
  • Мәскәү дәүләт университетының Рус телен һөйөүселәр йәмғиәте ағзаһы[13].


Библиография үҙгәртергә

Шәхси архивы Санкт-Петербургта, А.С.Пушкин исемендәге Дәүләт музейында һаҡлана

  • «Бабушкины старины». Петроград, 1916 г., Москва, 1982 г.
  • «Этюды по худож. чтению», Москва, Петроград, 1923 г.
  • «Школа чтеца». Хрестоматия для художников слова и педагогов. 2-е изд., изменённое и доп. Москва, 1923 год
  • «Д. И. Менделеев. Воспоминания». Москва, 1929 год
  • «Пятиречие» Сборник сказок. Ленинград, «Academia», 1931 г., Архангельск, 1989 г.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Аркадий Файвишевич Векслер, Тамара Яковлевна Крашенинникова Очерк четвёртый. От набережной реки Фонтанки до 1-й роты и загородного проспекта. Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine // Московский проспект. Очерки истории.
  2. Е. Д. Уварова. Озаровская О. Э.. Энциклопедия «В мире цирка и эстрады»
  3. Ленинградский государственный Университет имени А. А. Жданова. Архив Д. И. Менделеева. Издательство ЛГУ им. Жданова Архивная копия от 26 ғинуар 2016 на Wayback Machine // Портал научно-технической информации ЭБ Нефть и Газ 2007
  4. Лина Забродина (Широких), Наш род. «Из глубины веков». Глава 3. «Наумова-Широких»(недоступная ссылка) // Стихи и проза России
  5. Ленинградский государственный Университет имени А. А. Жданова. Архив Д. И. Менделеева. Издательство ЛГУ им. Жданова Архивная копия от 13 февраль 2016 на Wayback Machine // Портал научно-технической информации ЭБ Нефть и Газ 2007
  6. Ленинградский государственный Университет имени А. А. Жданова. Архив Д. И. Менделеева. Издательство ЛГУ им. Жданова Архивная копия от 13 февраль 2016 на Wayback Machine // Портал научно-технической информации ЭБ Нефть и Газ 2007
  7. Илья Бражнин «Недавние были» Архивная копия от 14 октябрь 2010 на Wayback Machine
  8. Борис Шергин «Повести и рассказы. Пушкин архангелогородский» Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine
  9. Писахов С. Г. «Пушкинисты на Новой Земле» 2007 йыл 8 декабрь архивланған. Бесплатная виртуальная электронная библиотека «ВВМ»
  10. Ленинградский государственный Университет имени А. А. Жданова. Архив Д. И. Менделеева. Издательство ЛГУ им. Жданова 2016 йыл 26 ғинуар архивланған. // Портал научно-технической информации ЭБ Нефть и Газ 2007
  11. Михаил Корсунский, Без памяти доброй… Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine // Общественно-политическая газета «МСН», Бишкек, 23 августа 2005 года
  12. Михаил Корсунский Они достойны долгой памяти Архивная копия от 17 февраль 2020 на Wayback Machine // Общенациональная газета Слово Кыргызстана, 10 июля 2013 года
  13. 13,0 13,1 Михаил Корсунский, Без памяти доброй… 2016 йыл 5 март архивланған. // Общественно-политическая газета «МСН», Бишкек, 23 августа 2005 года

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә