Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы
Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы (30 декабрь 1932 йыл — 1981 йыл) — ғалим-геолог, журналист, балалар яҙыусыһы. 1957—1981 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Геология институты ғилми хеҙмәткәре. 1970 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979)
Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 30 декабрь 1932 (91 йәш) |
Тыуған урыны | Көйөргәҙе районы |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре кандидаты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәДиҡҡәт Насретдин улы Бураҡаев 1932 йылдың 30 декабрендә Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районының Үрге Мотал ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа.
Таймаҫ урта мәктәбендә уҡый, 1952 йылда Өфө ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбен (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) көмөш миҙалға тамамлай.
1957 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабанғы хеҙмәт юлы СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Геология институты менән бәйле. Өлкән лаборанттан алып өлкән ғилми хеҙмәткәргә тиклем баҫҡыстарҙы үтә. Башҡортостандың түбәнге карбон ҡатламдарында нефть, ташкүмер ятҡылыҡтарын өйрәнә. Геологик терминдарҙың башҡортсаға тәржемәһе буйынса эш алып бара. Терминология комиссияһы ағзаһы була. Тәбиғәтте һаҡлау, айырыуса ер аҫты һыуҙарын бысратмау, сүплектәрҙең эшкәртелмәүе тураһында мәҡәләләр менән сығыш яһай. Ерҙе рациональ файҙаланыу буйынса эшләгән геологтарҙы райондарға беркетергә кәрәк тигән тәҡдим менән мәҡәлә яҙа. Геологияға ҡағылышы булған археология, география, топонимика, астроноия менән дә ҡыҙыҡһына.
1967 йылда «геология-минералогия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжәгә эйә була.
Докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй, әммә яҡлап өлгөрмәй.
1981 йылда Өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Китаптары
үҙгәртергә- Нефть тураһында очерктар. — Өфө, 1965.
- Серҙәр донъяһына сәйәхәт. — Өфө, 1971.
- Аждаһа күле. — Өфө, 1974.
- Буракаев, Дикат Насретдинович. Путешествие в страну чудес : Науч.-попул. очерки. [Для сред. и ст. шк. возраста] / Диккат Буракаев; [Предисл. Р. Шакура. - Уфа : Башк. кн. изд-во, 1983. - 232 с. : ил.; 16 см. Башк. Геология NL Баш 20/207
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979)
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны — Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27 март 1943) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре һәм эшҡыуар. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2002)
- Улы — Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы, Илгизәр Диҡҡәт (12.07.1957) — прозаик, тәржемәсе, дәреслектәр авторы. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Бураҡаева Гөлназ Диҡҡәт ҡыҙы (1969) — Өфө музыка-педагогия училищеһын тамамлай, музыка уҡытыусыһы. «Халыҡ-күңеле хазина» — башҡорт мәктәптәре өсөн музыканан программаһын эшләүҙә авторҙаш.
- Бураҡаева Гөлнур Диҡҡәт ҡыҙы (1972) — Өфө сәнғәт институтының (хәҙер академия) театр һәм кино режиссерҙары факультетын тамамлай. «Йәйләү» программаһы авторҙарының береһе. «Тормош һабаҡтары» дәреслеге программаһы буйынса видеофильмдар эшләүҙә ҡатнаша. Хикәйәләр яҙа.
- Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы (1973) — М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын (1990—1995) һәм Госкино ҡарамағындағы сценарист курсын (1998—2000 йыл) тамамлай. Эш урындары: 1995—2015 — «Башҡортостан» киностудияһы мөхәррире. 2015—2016 — Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының әҙәби бүлеге мөдире. Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Киноматографистар союздарының ағзаһы. Баҫылған китаптары: «Хыялый япраҡ» (З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2005 йыл), «Бураҡаевтар ижады» («Самрау-медиа» нәшриәте, 2016 йыл), тәржемәләр китаптары. Яҙыусы, драматург, сценарист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре.
- Бураҡаева Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы (1982) — Өфө сәнғәт училищеһының рәссамдар бүлеген, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын, 2015 йылда Санкт-Петербург кино һәм телевидение институтының кино һәм телевидение режиссураһы факультетын тамамлай. Кинорежиссёр, сценарист, рәссам, йәмәғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Р. Шәкүр. Ҡанатлы юл. // Совет Башҡортостаны. 1983, 9 ғинуар.