Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы

(Диккат Буракаев битенән йүнәлтелде)

Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы (30 декабрь 1932 йыл1981 йыл) — ғалим-геолог, журналист, балалар яҙыусыһы. 1957—1981 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Геология институты ғилми хеҙмәткәре. 1970 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979)

Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 30 декабрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (91 йәш)
Тыуған урыны Көйөргәҙе районы
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Диҡҡәт Насретдин улы Бураҡаев 1932 йылдың 30 декабрендә Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районының Үрге Мотал ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа.

Таймаҫ урта мәктәбендә уҡый, 1952 йылда Өфө ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбен (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) көмөш миҙалға тамамлай.

1957 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабанғы хеҙмәт юлы СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Геология институты менән бәйле. Өлкән лаборанттан алып өлкән ғилми хеҙмәткәргә тиклем баҫҡыстарҙы үтә. Башҡортостандың түбәнге карбон ҡатламдарында нефть, ташкүмер ятҡылыҡтарын өйрәнә. Геологик терминдарҙың башҡортсаға тәржемәһе буйынса эш алып бара. Терминология комиссияһы ағзаһы була. Тәбиғәтте һаҡлау, айырыуса ер аҫты һыуҙарын бысратмау, сүплектәрҙең эшкәртелмәүе тураһында мәҡәләләр менән сығыш яһай. Ерҙе рациональ файҙаланыу буйынса эшләгән геологтарҙы райондарға беркетергә кәрәк тигән тәҡдим менән мәҡәлә яҙа. Геологияға ҡағылышы булған археология, география, топонимика, астроноия менән дә ҡыҙыҡһына.

1967 йылда «геология-минералогия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжәгә эйә була.

Докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй, әммә яҡлап өлгөрмәй.

1981 йылда Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Китаптары

үҙгәртергә
  • Нефть тураһында очерктар. — Өфө, 1965.
  • Серҙәр донъяһына сәйәхәт. — Өфө, 1971.
  • Аждаһа күле. — Өфө, 1974.
  • Буракаев, Дикат Насретдинович. Путешествие в страну чудес : Науч.-попул. очерки. [Для сред. и ст. шк. возраста] / Диккат Буракаев; [Предисл. Р. Шакура. - Уфа : Башк. кн. изд-во, 1983. - 232 с. : ил.; 16 см. Башк. Геология NL Баш 20/207

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә