Блас Армандо Джунта Родригес (6 сентябрь 1963 йыл, Буэнос-Айрес) — Аргентина футболсыһы, ярым һаксы, уйынсы карьераһы тамамланғандан һуң — тренер.

Футбол
Футбол
Блас Джунта
Информация
Тулы исеме Блас Армандо Джунта Родригес
Ҡушаматы йомортҡа
Тыуа 6 сентябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2][3] (60 йәш)
Буэнос-Айрес, Аргентина
Гражданлығы
Буйы 180 см
Клубы
Клубы Аргентина Бока Хуниорс
Карьера
Халыҡ-ара миҙалдары
Америка Кубогы
Алтын Чили 1991

Биографияһы үҙгәртергә

Джунта Блас үҙенең спорт карьераһын «Сан — Лоренсо де Альмагро» клубында башлай, 1983 һәм 1984 йылдарҙа, шулай уҡ 1986—1988 йылдарҙа ла унда уйнай. Ул осор команда өсөн финанс проблемаларына бай була, шунлыҡтан «Сан — Лоренсо де Альмагро» уйынсыларын «камбоджиецтар» тип атап йөрөткәндәр. Джунта Блас карьераһының күп өлөшөн «Бока Хуниорс» клубында үткәрә. Был клуб өсөн ул 200-гә яҡын уйында уйнай, шул осорҙа, 1989 йылда, Либертадорес Суперкубогының эйәһе була, шулай уҡ 1990 йылда Көньяҡ Америка Рекопу, 1992 йылда Либертадорес Суперкубогының эйәһе була һәм 1992 йылда Апертурала еңеү яулай. «Бока Хуниорс» клубы һөйәрмәндәре командаға «йомортҡа» (исп. huevo) тигән ҡушамат биргән була. Джунта Блас сит илдәрҙә: Испания һәм Мексикала уйнай.

1991 йылда Джунта Блас Аргентина йыйылма командаһы составында Америка Кубогында еңеп сыға.

Яджунта Блас «Атлетико Сан-Мигель» командаһының тренеры сифатында дебют яһай. 2005 йылда «Альмиранте Браун» клубының тренеры булып, унда һигеҙ йыл дауамында эшләй һәм команданы ике тапҡыр Пример В Насьоналгә алып килтереп, еңеү яулата.

2013 йылдың ноябрендә Джунта Блас Нельсон Вивас урынына «Кильмес» командаһының тренеры була. Был клубта Джунта Блас өс ай ғына эшләп өлгөрә: команда «Годой-Крус» клубынан еңелгәндән һуң, чемпионат етәкселеге Джунтаны клуб менән идара итеүҙән ситләтә, сөнки чемпионаттағы туғыҙ уйында ул етәкләгән команда бер генә тапҡыр еңеүсе була.

2019 йылдың декабрендә ул «Бока Хуниорс» тренерҙар штабына инә һәм унда йәш таланттар әҙерләү өсөн яуаплы була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Blas Armando Giunta // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  2. Blas Giunta // FBref.com (билдәһеҙ)
  3. BLAS ARMANDO GIUNTA // https://bdfa.com.ar/jugadores-1074.html (исп.)