Джордано Бруно
Джорда́но Бру́но (итал. Giordano Bruno; исеме: Филиппо, ҡушаматы — Бруно Ноланец; 1548 йылда, Неаполь янындағы Нола ҡалаһында тыуған — 1600 йылдың 17 февралендә Римдә вафат булған) — Италия философы һәм шағиры, пантеизм вәкиле. Католик дини хеҙмәткәре булараҡ, Джордано Бруно неоплатони́зм йүнәлешен үҫтерә, Коперник тәғлимәтенә яңы аңлатма бирә. Бруно үҙе йәшәгән заманды күпкә үҙып киткән күҙаллауҙар биргән, был фараздар һуңынан астрономик асыштар менән нигеҙләнгән: йыһандың сикһеҙ булыуы, йыһандағы йондоҙҙар алыҫтағы ҡояш кеүек, Ҡояш системаһында әлегәсә асылмаған планеталар булыуы, йыһанда беҙҙең Ҡояш кеүек есемдәрҙең сикһеҙ булыуы, сит планеталарҙа Ерҙәге кеүек «йәшәү» мөмкин булыуы.
Джордано Бруно | |
Giordano Bruno | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Кампо деи Фиори, Рим |
Ғилми даирәһе | |
Бала сағы
үҙгәртергәФилиппо Бруно 1548 йылда Неаполдән йыраҡ түгел Нола тигән төбәктә тыуа. 11 йәшендә уны әҙәбиәт, логика һәм диалектиканы өйрәнергә Неаполгә алып киләләр. 1563 йылда 15 йәшендә ул Изге Доминака монастырына уҡырға килә. Бына 1565 йылда монах дәрәжәһен һәм Джоржано ҡушаматын ала. Тиҙҙән йәндең кәүҙәлә булыуына, Дева Марияның яралғыланыуына шикләнгәне өсөн етәкселәр уның эшмәкәрлеген тикшерә башлай. Тикшереү һөҙөмтәләрен көтөп тормайса, ул Римға ҡаса, хәүефһеҙерәк тип Италияның төньяғына күсенә. Бында ул дәрес биреп эшләй башлай, бер урында ярты йылдан артыҡ булмай.
Европа буйлап гиҙеү
үҙгәртергәБашта 35 йәшлек фәлсәфәсе Лондонда, һуңынан Оксфордта, ундағы профессорҙар менән бәхәсләшкәндән һуң киренән Лондонға күсә. Бер нисә хеҙмәтен яҙа, улар араһында иң мөһиме — «Ғаләмдең һәм донъяның сикһеҙ булыуы тураһында» (1584 йыл). Уны Англия хөкүмәте ҡурсалауға ҡарамаҫтан, ул ике йылдан Францияға ҡасырға мәжбүр була. Һуңынан Германияла уға лекциялар уҡыу тыйыла. Бруно үҙенә дошмандар таба торған иҫ киткес һәләткә эйә була. Ул аҡылы ҡабул итмәгән барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттән баш тарта, бәхәсләшеүсегә туранан-тура уның ахмаҡ, йүләр булыуын әйтә. Үҙен донъя гражданины, Ҡояш һәм Ер улы, академияһыҙ академик тип иҫәпләй.
Хөкөмө һәм үлеме
үҙгәртергә1591 йылда йәш аристократ Джованни Мочениго саҡырыуы буйынса Венецияға мнемоника (хәтерҙе үҫтереү сәнғәте) буйынса дәрес бирергә килә. Тиҙҙән Джованни Мочениго менән мөнәсәбәттәре боҙола. 1592 йылдың 25 майында Мочениго Венеция инквизицияһына ялыу ебәрә.[1][2] Бынан һуң фәйләсуф ҡулға алына. Урындағы инквизиторҙар уны, фекеренән баш тартырға күндерә алмай, Римдағы коллегаларына тапшыра.
7 йыл буйы төрмәлә ултырып сыҡҡас, 1600 йылдың 17 февралендә Джордано Бруно хөр фекерлелек өсөн католик сиркәү тарафынан еретик булараҡ инквизиция усағында яндырыла.
Өс йөҙ йыл үткәс, 1889 йылда Джодано Бруно яндырылған урында уға һәйкәл ҡуйыла.
Әммә дүрт йөҙ йыл үткәс тә Рим католик сиркәүенең башлығы уңы аҡлау мәсьәләһе менән килешмәй.[3][4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Инквизиция Тарих хөкөмө алдында
- ↑ Джордано Бруно перед судом инквизиции (Краткое изложение следственного дела Джордано Бруно) // Вопросы истории религии и атеизма, 1958, с. 349—416.
- ↑ «Папа Иоанн-Павел минең менән русса һөйләште. Ул миңә минең Джордано Бруноны аҡлау тәҡдимемде ҡабул итергә ярамай, сөнки, Галилейҙан айырмалы рәүештә, Бруно дөрөҫ булмаған, уның тереклек булған донъяларҙың күплеге тураһында тәғлимәте Изге Яҙмаға ҡаршы килмәй, тигән теологик раҫлауы өсөн хөкөм ителгән, тине. „Бына, йәнәһе лә, сит планета йән эйәләрен табығыҙ — шул ваҡытта Бруноның тәғлимәте дәллилләнәсәк һәм аҡлау тураһындағы һорауҙы күтәрергә мөмкин буласаҡ“». Андрей Ваганов Джаз тарихы — Алгебра курсы урынына. Академик Владимир Арнольд менән интервью // «Независимая газета», 2001-12-27
- ↑ «В. ГИНЗБУРГ: Джордано Бруноны ны аҡламанылар, сөнки…». Светлана Сорокина «Эхо Москвы» радиостанцияһының тура эфиры. Академик Виталий Гинзбург менән интервью // «Эхо Москвы», 15.01.2006
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Антоновский Ю. М. Джордано Бруно. Его жизнь и философская деятельность. СПб., 1892.
- Барбур И. Религия и наука: история и современность. М.: ББИ, 2000.
- Горфункель А. Х. Джордано Бруно. М., 1973. −175 с. (Мыслители прошлого).
- Джордано Бруно. Избранное. Самара: Агни, 2000.
- Йейтс Ф. Джордано Бруно и герметическая традиция. М.: Новое литературное обозрение, 2000.
- Карсавин Л. П. Джордано Бруно. Берлин, 1923.
- Кузнецов Б. Г. Джордано Бруно и генезис классической науки.
- Койре А. От замкнутого мира к бесконечной вселенной: Пер. с англ. Серия: Сигма. 2001. In English: The New Astronomy and the New Metaphysics (глава из книги, посвященная космологии Джоржано Бруно)
- Лавджой А. Великая цепь бытия. М.: Дом интеллектуальной книги, 2001. Лекция IV. Принцип изобилия и новая космография (в значительной мере посвящена космологическим идеям Дж. Бруно)
- Менцин Ю. Л. «Земной шовинизм» и звёздные миры Джордано Бруно //Вопросы истории естествознания и техники. 1994, № 1.
- Философско-религиозные истоки науки. Отв. редактор П. П. Гайденко. М.: Мартис, 1997.
- Ордине Нуччо. Границы тени. Литература, философия и живопись у Джордано Бруно. Пер. с итальянского А. А. Россиуса. Спб., 2008.-407 с.
- Gatti H. Giordano Bruno and Renaissance Science, 2002 (содержит критику взгляда на Дж. Бруно как на герметиста).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Джордано Бруно. 2009 йыл 18 февраль [https://web.archive.org/web/20090218213938/http://sophia.nau.edu.ua/library/text/bruno_ob.html архивланған. О бесконечности, Вселенной и мирах]
- Джордано Бруно Ренессанс Фәлсәфә китапханаһында. Биографияһы, хеҙмәттәре, библиография, тикшереүҙәр.
- Джордано Бруно в библиотеке о. Якова Кротова
- Протоколы судебного допроса Джордано Бруно
- Франсес Йейтс. Джордано Бруно и герметическая традиция. — М.: Новое литературное обозрение, 2000
- Менцин Ю. Л. Загадки процесса Джордано Бруно
- Менцин Ю. Л. «Земной шовинизм» и звездные миры Джордано Бруно. 2011 йыл 20 август архивланған.
- Лернер Л., Госселин Э. Галилей и призрак Джордано Бруно 2007 йыл 14 май архивланған.
- Легойда В. За что сожгли Джордано Бруно 2008 йыл 22 сентябрь архивланған.
- Левитан Е. За что сожгли Джордано Бруно
- Оренина И. Тайна гибели Джордано Бруно
- Искры и пепел от костра Джордано Бруно 2005 йыл 19 декабрь архивланған.
- Философские труды Джордано Бруно: О героическом энтузиазме. О причине, начале и едином. О бесконечности, вселенной и мирах
- Кураев А. Коперник, Бруно, Галилей: Аудиолекция(недоступная ссылка)
- D. W. Singer D. W. Giordano Bruno: His life and thought 2014 йыл 20 октябрь архивланған.
- Kessler J. Giordano Bruno: The Forgotten Philosopher
- Giordano Bruno.info
- Giordano Bruno // Catholic Encyclopedia
- Hollister W. Giordano Bruno and the Infinite Universe
- Pogge R. W. The Folly of Giordano Bruno 2007 йыл 6 апрель архивланған.
- Giordano Bruno на IMDB