Джергин ҡурсаулығы
Джергин дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный запове́дник «Джерги́нский») — Бүрәт Республикаһының Курумкан районындағы ҡурсаулыҡ.
«Джергин» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 238 088 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1992 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
55°06′51″ с. ш. 111°27′32″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Бүрәт Республикаһы |
Яҡындағы ҡала | Северобайкальск |
jerginsky.ru | |
Джергин ҡурсаулығы Викимилектә |
Үҙәк усадьба Майский ауылында, ҡурсаулыҡтың көньяҡ сиктәренән 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Географияһы
үҙгәртергәБаргузин йылғаһы үрендә өс ҙур тау массивы — Баргузин, Икат һәм Көньяҡ-Муй һырттары тоташҡан ерҙә урынлашҡан. Көньяҡта сик — Сея йылғаһы үҙәне, көнбайышта Баргузиндың һул яры буйлап үтә.
Ҡурсаулыҡтың майҙаны 238 088 гектар тәшкил итә; шуның 894 гектары һыу менән ҡапланған. Уның тирәләй дөйөм майҙаны яҡынса 7,5 миллион гектар тәшкил иткән 2 саҡрымлыҡ һаҡ зонаһы булдырылған. Рельефы таулы һәм барып етеүе ауыр булыуы арҡаһында ҡурсаулыҡ территорияһыны кеше эшмәкәрлеге зыян килтермәгән тиерлек.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы киҫкен континенталь, ҡырыҫ һәм ҡоро булыуы менән характерлана. һыуыҡ булмаған осоро уртаса 83 көн тәшкил итә.
Флора һәм фаунаһы
үҙгәртергәУрман бүлкәтендә ҡарағас урмандары өҫтөнлөк итә. Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡта 650-нән ашыу төр көпшәле үҫемлек, 29 төр һирәк һәм эндемик үҫемлек асыҡланған. Умыртҡалыларҙың 201 төрө теркәлгән: балыҡтар — 6 төр, ер-һыу хайуандары — 3, һөйрәлеүселәр — 4, ҡоштар — 145, һөтимәрҙәр — 43. Ҡурсаулыҡта мышы, ҡабарга, изюбрь, ҡабан, себер ҡоралайы, һирәкләп төньяҡ боланы тереклек итә.
Галерея
үҙгәртергә-
Баргузин һырты
-
Баргузин йылғаһы Амут ҡаҙанһыуында
-
Баргузин йылғаһы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт заповедника 2020 йыл 25 февраль архивланған.