Атмосфера фронттары

Атмосфе́ра фронты (от. бор. грек. ατμός — быу, σφαῖρα — шар һәм лат. frontis — маңғай, алғы яҡ), атмосфераның түбәнге ҡатламдарындағы (тропосфера) һалҡын һәм йылы һауа массалары араһындағы күсмә зоналар.

Высоко-слоистые облака. Нередко наблюдаются в зонах атмосферных фронтов

Атмосфера фронттары оҙонлоғо бер нисә мең км, киңлеге бер нисә тиҫтә км, ҡалынлығы бер нисә йөҙ метрға етә. Ер өҫтөнә ҡарата ауышып үтәләр. Формалашыу районы буйынса арктик, поляр, тропик; физик үҙенсәлектәре буйынса йылы, һалҡын, окклюзия (циклонда йылы һәм һалҡын атмосфера фронттары берләшеүе) атмосфера фронттарына айырыла. Башҡортостан биләмәһендә арктик һәм поляр aтмосфера фронттары хас. Атмосфера фронттары үткәндә һауа торошо киҫкен үҙгәрә: ҡышын йылы aтмосфера фронттары үткәндә йылытыу, буран, боҙлауыҡ, йәйен — баҫып яуған һәм ҡойма яуым-төшөм, йәшен, боҙ яуыу һ.б. күҙәтелә. Атмосфера фронттары — синоптик метеорологияның өйрәнеү предметы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Атмосфера фронттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә