Гәүһәр
Гәүһәр — ҡатын-ҡыҙҙар исеме. Гәүһәр, Гәүһәриә — башҡорттарҙа, башҡа төрки халыҡтарҙа, мосолмандарҙа таралған ҡатын-ҡыҙ исемдәре.
Гәүһәр | |
Гауһар | |
Яҙыу | Кирил алфавиты |
---|
Этимологияһы
үҙгәртергәГәүһәр исеме башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән. Мәғәнәһе ынйы бөртөгө, аҫыл таш, ынйы бөртөгөндәй матур, ҡәҙерле тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәЗәйнуллина Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы (16 август 1935 йыл) — телсе ғалим. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы (22 декабрь 1965 йыл) — тележурналист, дәүләт хеҙмәткәре. 2011 йылдан «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы (10 июнь 1924 йыл — 6 апрель 1987 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1954—1979 йылдарҙа Баймаҡ районы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы һауынсыһы. РСФСР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1963). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Гәүһәриә әүлиә — Мораҙым старшинаның бер туған апаһы. Ул да был тирәлә үҙенең уҡымышлығы, ғилемлеге менән дан тотҡан, мәҙрәсәлә уҡытҡан. Уны ла халыҡ, хөрмәтләп, Әүлиә тауынан көньяҡтараҡ, Ослотау битенә ерләгән. Ул ятҡан изге урында әлеге ваҡытта һылыу ҡуш ҡайындар үҫә. Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн аят, доғалар уҡып, Гәүһәриә инәй рухына доға бағышлап шул ҡайындарҙы ҡосаҡлап торһаң, ҡатын-ҡыҙҙан сир китә, ғаиләгә бәхет ҡайта, йортҡа ҡот ҡуна, теләге тормошҡа аша, тигән ырым-ышаныу бар. Уның да шишмәһе булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нефть эҙләп, был тирәләрҙе быраулап, ерҙе соҡоп бөтөрөү арҡаһында, башҡа күп шишмәләр һымаҡ, Гәүһәриә шишмәһе лә юҡҡа сыҡҡан.
Гәүһәр-хатун, Гәүһәрхан-солтан (төр. Gevherhan Sultan), шулай уҡ Гәүһәр-хатун (төр. Gevher Hatun) йәки Гәүһәр-солтан (төр. Gevher Sultan ; 1455 йылға тиклем, Әдирнә — 1477 йылдан һуң, Истанбул) — ғосман солтаны Мәхмәт II Яулап алыусы һәм уның ҡатыны Гөлбаһар-хатундың ҡыҙы. Аҡ Ҡуйлылар династияһынан принцҡа кейәүгә бирелә.
Гәүһәр батыр, Гауди Токтаулқызы — XVIII быуатта хәҙерге Ҡаҙағстан ерендә йәшәгән батыр ҡыҙ. Ҡаракирәй Ҡабанбай ҡатыны, батыр Малайһарының һеңлеһе. Ире менән бергә бер нисә алышта ҡатнаша. Арғын ҡәбиләһенең Басенин нәҫеленән. Ысын исеме — Мәйсәрә.
Гәүһәршат, Gəwhərşat (1546 йыл) — Ҡазан ханлығы батшабикәһе, ханбикә. 1531—1545 йылдарҙа Ҡазан ханлығында ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашыусы, бәлиғ булмаған хан Джан-Али янындағы регент (1531—1533). Ибраһим хан һәм Нур-Солтан бикәнең ҡыҙы, Ҡазан хандары Мөхәммәт-Әмин һәм Абдул-Латифтарҙың һеңлеһе.
«Принц Бәҙәр һәм принцесса Гәүһәр Самандалы»— Мең дә бер кисә йыйынтығындағы әкиәттәрҙең береһе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәГәүһәр Шад мәсете, Гәүһәршад мәсете (фарс. مسجد گوهرشاد) — Иранда Мәшһәд ҡалаһында урынлашҡан мәсет, Имам Реза кәшәнәһе комлексының бер өлөшө. Мәсетте 1418 йылда Гоһаршад әмере буйынса батша һарайы архитекторы Ғәүәмеддин Ширази төҙөгән.
«Гәүһәр ҡул» — билдәле һәм бөтәһе лә яратҡан режиссер Леонид Гайдайҙың бөйөк фильмы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |