Гончаров Александр Георгиевич

Гончаров Александр Георгиевич (28 сентябрь 1910 йыл — 4 ноябрь 1952 йыл) — рус совет яҙыусыһы, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Гончаров Александр Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 сентябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Ейск[d], Ейский отдел[d], Кубан өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 ноябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыны Ҡырым, Ҡырым өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө әҙәби эшмәкәрлек[d][1] һәм журналистика[1]
Жанр проза
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Георгиевич Гончаров 1910 йылдың 28 сентябрендә хәҙерге Краснодар крайының Ейск ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа һәм үҫә. Биш йәшендә етем ҡала. Дондағы Ростовтағы туғандарында тәрбиәләнә. 15 йәшендә электростанцияла слесарь йомошсоһо булып хеҙмәт юлын башлай. 19301931 йылдарҙа Төньяҡ Кавказ коммунистик хәрәкәтле балалар йортонда, 1932 йылда «Рабочий Ростова», артабан «Ударник» гәзите редакцияһына эшкә күсә.

1933 йылда ҡала комсомол комитеты Александр Гончаровты тимер юлсыларҙың «Звезда» гәзите редакцияһына эшкә ебәрә. Унда А. Гончаров туғыҙ йыл буйына хеҙмәт һала. Ошо йылдарҙа «Белое золото» (1931), «Ровесники Октября» (1932), «Долг» (1941) һәм башҡа очерктар, хикәйәләр йыйынтыҡтарын сығара.

1941 йылдың сентябрендә Төньяҡ Кавказ тимер юл идаралығы А. Гончаровты партия ағзалығына кандидат итеп ҡабул итә, ә 1942 йылдың мартында ул үҙ теләге менән фронтҡа китә.

Александр Гончаров армия гәзитенең хәрби хәбәрсеһе була, һуғыш тураһында мәҡәләләр, очерктар, хикәйәләр, фельетондар яҙа. «Памяти друга» мәҡәләһендә (1970 йыл) яҙыусы Виталий Александрович Закруткин уның тураһында былай тип иҫкә ала:

 
«Армияның бер туҡтауһыҙ һуғышып, көндән-көн һирәкләнеп стигенеүҙәре ваҡытында редакцияла эшләү бик ауыр булды. Хәбәрселәрҙең араһында иң тынғыһыҙы һәм башҡарыусаны Гончаров, Саша (уны шулай тип атап йөрөтәләр ине) булды... Ғәскәрҙең һәр саҡ хәрәкәттә булыуына ҡарамаҫтан, ул бик күп батальондарҙа һәм роталарҙа булып өлгөрә һәм редакцияға иң яңы хәбәрҙәрҙе килтерә ине... Кистәрен арыған, юл туҙанына батып ҡайтҡан Гончаров ашығыс ҡына йыуына ла, ҡулына гитараһын алып, моңло йырҙар йырлай ине.»

Кавказда барған ҡаты һуғыш ваҡытында, 1942 йылдың октябрендә, А. Гончаров коммунист булырға ҡарар итә һәм коммунистар партияһы сафына ҡабул ителә. Ә бер йылдан һуң армия гәзитендә алды-ялды белмәй тынғыһыҙ эше өсөн командование Александр Георгиевич Гончаровты «За боевые заслуги» миҙалы менән бүләкләй. Капитан А. Г. Гончаров хаҡлы рәүештә был наградаға лайыҡ була, ләкин ауыр сире уны хәрби хеҙмәтте ҡалдырып китергә мәжбүр итә.

1943 йылда ул «Звезда» гәзите редакцияһына яуаплы мөхәррир урынбаҫары булып әшкә ҡайта. Бында ул ике йыл буйына эшләй. 1945 йылда ул өлкә партияһына эшкә күсә, артабан әҙәби-нәфис «Дон» альманахының яуаплы мөхәррире итеп раҫлана.

1946 йылда Ростов китап нәшриәтендә уның «Перед праздником» хикәйәләр китабы сыға. 1947 йылда сире А. Гончаровты түшәккә йыға. Ҡаты ауырыуын еңеп, яҙыусы «Наш корреспондент» повесын яҙа. Китап Дондағы Ростовта, Мәскәүҙә,ә һуңғараҡ — Софияла һәм Варшавала (болгар һәм поляк телдәренә тәржемә ителеп) баҫыла.

Ижади тормошоноң сәскә атҡан осоронда Александр Георгиевич Гончаров бик иртә донъянан китә, ләкин уның иҫтәлеге булып ул яҙған әҫәрҙәр тора. А. Г. Гончаров әҫәрҙәрен Виталий Александрович Закруткин, Борис Николаевич Полевой һәм башҡалар юғары баһалай.

1952 йылдың 4 ноябрендә Александр Георгиевич Ҡырымда, санаторийҙа вафат була. Бер нисә көндән уны меңләгән Ростов кешеләре Туғандар ҡәберенә ерләгән саҡта, ҡала киоскыларында уның «Наш корреспондент» повесы яҙылған «Октябрь» журналының ноябрь һаны донъя күрә. Журналдың был һанын яҙыусының күкрәгенә һалалар.

А. Г. Гончаров әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Отдельные издания

  • Перед праздником. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1946.
  • Наш корреспондент. — М.: Советский писатель, Гослитиздат, Воениздат, Ростиздат, 1953.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Gončarov, Aleksandr Georgijevič // Чешская национальная авторитетная база данных