Ганс Хасс
Ганс Хасс (нем. Hans Hass (Haß), тулы исеме Julius Heinrich Hans Hass; 23 ғинуар 1919 йыл — 16 июнь (22 июнь) 2013 йыл) — Австрия диңгеҙ тикшеренеүсеһе, ғалим-биолог, дайвинг инновациялары пионеры һәм авторы.
Ганс Хасс | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Австрия[2] |
Тыуған көнө | 23 ғинуар 1919[1][3][4][…] |
Тыуған урыны | Вена, Германия Австрияһы[d][1][5][6] |
Вафат булған көнө | 16 июнь 2013[1][3][4][…] (94 йәш) |
Вафат булған урыны | Вена, Австрия[1][6] |
Дата погребения или кремации | 22 июнь 2013[7] |
Ерләнгән урыны | Хитцинг зыяраты[d][7] |
Хәләл ефете | Ханнелоре Шрот[d] һәм Лотта Гасс[d] |
Балалары | Ганс Хасс[d] |
Һөнәр төрө | фотограф, кинопродюсер, зоолог, сценарий яҙыусы, телетапшырыуҙар алып барыусы, кинорежиссёр |
Уҡыу йорто |
Тереза академияһы[d] Терезианум[d] |
Архивы хранятся в | Тәбиғәт фәне музейы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми блог | hans-hass.de |
Защитник авторских прав | reproduction right not represented by CISAC member[d][8][9] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Ганс Хасс Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәГанс хасс 1919 йылдың 23 ғинуарында Венала Ганс Хасс (Hans Haß) һәм уның ҡатыны Мета Хасс (Antonia Margaretha Haß, ҡыҙ фамилияһы Brausewetter) ғаиләһендә тыуған.
Веналағы Терезианум гимназияһында уҡый, уны 1937 йылда тамамлай. Шул уҡ йылда Франция Ривьераһында сәйәхәт иткәндә һыу аҫты һунары һәм һыу аҫты фотоға төшөрөү менән шөғөлләнеү арҡаһында диңгеҙ биологияһына ҡыҙыҡһыныу тыуа.
1939 йылда ул Кариб диңгеҙендәге Кюрасао һәм Бонэйр утрауҙарында (Нидерланд Антиль утрауҙары) үҙенең дуҫтары Альфред фон Вурзиан (Alfred von Wurzian) һәм Йорг Белер (Jörg Böhler) менән бергә була һәм шундаүҙенең беренсе фильмын төшөрә. Икенсе донъя һуғышы башланыу менән өсәүһе лә Германияға әйләнеп ҡайта. Аяҡ ҡан тамырҙары ауырыуы (Рейно синдромы) айҡанлы Ганс Хасс вермахтҡа хеҙмәткә саҡырылмай. 1940 йлдың көҙөнән Өсөнсө рейх киноиндустрияһы үҙәктәренең береһе UFA документаль фильмдар сығарыу буйынса компанияла эшләй, шуға күрә ул unabkömmlich статусына эйә була һәм һуғыш тамамланғансы армияға алынмай. 1940 йылда Хасс зоологияны өйрәнә башлай, 1944 йылдың февралендә Гумбольдт исемендәге Берлин университеты биология буйынса докторлыҡ дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Ошо ваҡыт эсендә ул ҡуртымға алған карапта Эгей диңгеҙендәге Грецияға ҙур экспедицияла булып өлгөрә һәм һуғыш тамамланғанға тиклем башлыса үҙенең фильмы өҫтөндә эшләй.
Икенсе донъя һуғышынан һуң уның тикшеренеү карабы тартып алына. Хасс антропология һәм эволюцион биология менән шөғөлләнә башлай. Артабан Herzog-Film (Мюнхен) һәм Sascha-Film (Вена) менән контракттар төҙөлә һәм ул Хаrjfa карабында Ҡыҙыл диңгеҙгә ике экспедиция ойоштора. Бынан һуң Көнсығыш Африкаға һәм Көньяҡ Азияла экспедициялар башҡарыла. 1970-се йылдарҙа Ганс Хасс экология һәм иҡтисади проблемалар менән шөғөлләнә һәм, вузда эшләмәһә лә, 1977 йылда профессор дәрәжәһен ала. 1983 йылда ул үҙенең күп йыллыҡ тикшенереүҙәрен башлай һәм диңгеҙ йыртҡыстары инстинктары буйынса семинарҙар үткәрә. 1989 йылда экология мәсьәләләренә кире ҡайта.
2005 йылдың ғинуарында цунами эҙемтәләрен тикшереү өсөн Мальдивта була. 2007 йылдың ғинуарында Судандың төньяҡ-көнсығышындағы Порт-Суданға круизда ҡатнаша һәм оло йәшендә унда һыу төбөнә төшә. 2006 йылдың апреленән Ганс Хасс Венала йәшәй һәм шунда 2013 йылдың 16 июнендә вафат була, 2013 йылдың 22 июнендә Хитцинг зыяратында ерләнә[10]. Үҙ мөлкәтенең бер өлөшөн Веналағы Тәбиғәт тарихы музейына васыят итә.
Үҙенең күп йыллыҡ эшмәкәрлеге өсөн Ганс Хасс күп наградаларға һәм исемдәргә лайыҡ була, улар араһында: Веналағы Фотография йәмғиәтенең алтын миҙалы (Photographische Gesellschaft) (1950); Немец аквалангистар ассоциацияһының почетлы ағзаһы (Verband Deutscher Sporttaucher, 1974); Cayman Islands International Scuba Diving Hall of Fame Дан залы Премияһы (2006); күңел асыу өлкәһендә DIVA немец наградаһы.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәИке тапҡыр өйләнә:
- беренсе ҡатыны — Ханнелоре Шрот — 1945 йылдың 30 июненән 1950 йылдың апреленә тиклем; улдары Ганс (1946—2009) актёр һәм музыкант була.
- Икенсе ҡатыны — Лотте Байерл — 1950 йылдың 29 ноябренән; ҡыҙҙары — Мета (Meta, 1957 йылғы).
Хәтер
үҙгәртергә- Вольфганг Клаузевитц һәм {Ирениус Эйбл-Эйбесфельдт 1959 йылда Мальдивта табылған йыланбалыҡты уның карабы хөрмәтенә Xarifa — hassi Xarifania тип атайҙар (һуңыраҡ был төрҙөң исеме Heterocongrinae тип үҙгәртелә);
- Мальдивта дайвинг урындарының береһенә 1995 йылда «Hans Hass Place» исеме бирелә;
- 2002 йылда Тарихи дайвинг йәмғиәте Ганс Хасс премияһын булдыра;
- 2018 йылда Вена ҡалаһында бер парк уның исемен йөрөтә башлай — «Hans-Hass-Park».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118708945 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ http://www.theguardian.com/books/2001/jul/28/scienceandnature.sportandleisure
- ↑ 3,0 3,1 Hans Hass // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
- ↑ 4,0 4,1 Hans Hass // filmportal.de — 2005.
- ↑ https://soundcloud.com/hans-hass
- ↑ 6,0 6,1 Gradwohl-Schlacher K. HASS Hans // Literatur in Österreich 1938-1945 — Böhlau Verlag, 2018. — Б. 323—325. — ISBN 978-3-205-20492-3
- ↑ 7,0 7,1 https://www.friedhoefewien.at/verstorbenensuche-detail?fname=Hans+Heinrich+Julius+Hass&id=0904FC4AIU&initialId=0904FC4AIU&fdate=2013-06-22&c=018&hist=false
- ↑ https://www.adagp.fr/en/identities/hans-hass-856011
- ↑ Hass, Hans // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=59afb274-7bac-e011-bbfc-002264c49834
- ↑ Hans Hass, Early Undersea Explorer, Dies at 94