Ғәйнуллина Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы

табип, йәмәғәтсе
(Гайнуллина Махмуза Калимовна битенән йүнәлтелде)

Ғәйнуллина Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы (6 сентябрь 1937 йыл) — ғалим-профпатолог, йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1999). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1997). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022). Нуриман районының почётлы гражданы

Ғәйнуллина Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 6 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (87 йәш)
Тыуған урыны Яңы Күл, Нуриман районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө тикшеренеүсе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты[1]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d][1]
Ойошма ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары — Нуриман районында. Ғәйнуллина Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы райондаштары менән осрашыуҙа (уңдан 2-се). 2009
Йәмәғәт эшмәкәрҙәре (Һулдан уңға) — ғалимдәр Райхана Ҡунаҡова, Айһылыу Юнысова, Мәхмүзә Ғәйнуллина һәм шағир Гүзәл Ситдиҡова

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы Ғәйнуллина 1937 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Яңы Күл ауылында тыуған.

1973 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын уңышлы тамамлағас, ике йыллыҡ клиник ординатурала уҡый.

1975 йылдан Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтында хеҙмәт юлын башлай. 1985—2002 йылдарҙа унда клиниканың баш табибы була.

1987 йылда «медицина фәндәре кандидаты», ә 1999 йылда «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1974—1999 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһындағы «Һаулыҡ» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы була. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1997).

2002 йылдан «Эшләп йөрөүселәрҙең репродуктив һаулығын һаҡлау» лабораторияһы етәксеһе[2][3].

2022 йылдың декабрендә Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[4].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эштәре нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәтендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын тикшереүгә бағышланған. 93 фәнни хеҙмәт авторы, 1 монография яҙған[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Мединститутта уҡығанда факультеттың комсомол ойошмаһы секретары, һуңыраҡ институттың ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары була. Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтында эшләгән йылдарында партия бюроһы секретары итеп һайлана (1982—1989), КПСС-тың Киров райкомының бюро ағзаһы була (1989—1990).

Башҡортостандың Профсоюздар Федерация Советы ағзаһы (2000 йылдан), ФНПР Генсоветының Гендер сәйәсәте буйынса эксперт советы ағзаһы (2000 йылдан), Башҡортостан Профсоюздар Федерацияһының Ҡатын-ҡыҙҙың социаль тигеҙлеге мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе (2001 йылдан), Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте идараһы ағзаһы (1998 йылдан)[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1999)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1989)
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт Грамотаһы (1973)
  • СССР-ҙың «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1974)
  • РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почёт Грамотаһы (1999)
  • «Рәсәй Профсоюздарына 100 йыл» миҙалы (2005).
  • Салауат Юлаев ордены (2022).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәйнуллина Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 25 август 2017)
  3. Известные ученые [1]
  4. Медицинские работники Башкортостана получили региональные награды. ИА «Башинформ», 7 декабря 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2022)
  5. Известные ученые [2]
  6. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы мең йыллыҡтар сигендә. Өфө, 2000

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә