Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы

ғалим химик-органик
(Райхана Ҡунаҡова битенән йүнәлтелде)

Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы (9 сентябрь 1946 йыл) — ғалим-химик-органик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты (2011), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), химия фәндәре докторы (1989), профессор (1991).

Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Беләүтамаҡ, Медногорск ҡалаһы ҡала округы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик
Уҡыу йорто Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Джемилев Усеин Мәмәт улы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Рәсми сайт anrb.ru/blog/alias/sp
Ғалимдәр Рәйхана Ҡунаҡова (һулдан 1-се), Айһылыу Юнысова, Мәхмүзә Ғәйнуллина һәм Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең ул ваҡыттағы рәйесе Гүзәл Ситдиҡова. 2009

Биографияһы

үҙгәртергә

Райхана Вәлиулла ҡыҙы Ҡунаҡова 1946 йылдың 9 сентябрендә[1] (икенсе мәғлүмәттәр буйынса[2] 1947 йылдың 1 февралендә) Ырымбур өлкәһенең Медногорск һәм Ҡыуандыҡ ҡалалары араһындағы Беләүтамаҡ ҡасабаһында (әлеге ваҡытта Медногорск ҡалаһы составында) тыуа. Күп балалы ғаиләлә кинйә ҡыҙ була. Әсәһе Ҡунаҡова Маһира Сәйфетдин ҡыҙы — йорт хужабикәһе, атаһы Ҡунаҡов Вәлиулла Төркәй улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, яу юлдары менән Берлинға барып етә, һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас, колхозда эшләй. Бөтә балалары ла юғары белем ала[3].

1964 йылда Медногорск ҡалаһында 6-сы урта мәктәпте тамамлағандан һуң Р. В. Ҡунаҡова Урал политехник институтына (Свердловск ҡалаһы) инә, уны 1969 йылда тамамлай. Өфө элемтә аппаратураһы заводында инженер-технолог (1969—1970), СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Химия институтының (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институты) кесе (1973—1978), өлкән (1978—1990) ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1974 йылда — кандидатлыҡ, 1989 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1990 йылдан — Өфө сервис технологияһы институтында (хәҙер Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты) факультет деканы (1994—1997), фәнни эш буйынса проректор (1997—2003), бер үк ваҡытта (1991 йылдан) — махсус химия технологияһы кафедраһы мөдире.[4] Институтта «шарап эшләүҙә әсетеү производстволары технологияһы» тигән яңы специальносты фәнни һәм матди тәьмин итеү менән шөғөлләнә.

1998 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, 2012 йылдан — академигы.[5] 2006—2011 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының баш ғилми секретары, 2011 йылдан — вице-президенты. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең идара ағзаһы[6].

Р. В. Ҡунаҡованың улы Илшат Мамаев — техник фәндәр кандидаты, Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ҡунаҡованың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһе: синтетик органик химия, металл комплекслы катализ һәм тәбиғи биополимер материалдарҙың химик модификацияһы.

Яңы фәнни йүнәлеште — көкөрттөң органик берләшмәләре химияһында металл комплекслы катализ йүнәлешен барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша. Был өлкәлә уның тарафынан яңы химик реакциялар һәм диендарҙың һәм алкиндарҙың мөһим сульфидтар, сульфоксидтар, сульфондар алыу менән барған гетероциклизацияланыуы ысулдары асылған.

Химияның перспективалы йүнәлештәренең береһе булып торған эйәртеүле диендар һәм алкиндар менән реакцияларҙа бәләкәй молекулаларҙың һәм атомдарҙың каталитик активлашыуы йүнәлешен үҫтереүгә өлөш индерә. Күн һәм тире иләү өсөн яңы химик материалдар уйлап таба.

Р. В. Ҡунаҡова — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Нефть химияһы һәм катализ институтының диссертация советы ағзаһы, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Нефть химияһы һәм катализ институтының ғилми советтары ағзаһы, Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия йәмғиәтенең идара ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегияһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Вестник АН РБ» (2005—2006 йылдарҙа баш мөхәррире), «Инновационный Башкортостан», «Башкирский экологический вестник» журналдарының мөхәрририәт ағзаһы.

Ҡунаҡова тарафынан 20 фән кандидаты һәм 2 фән докторы әҙерләнгән. Ул 360-тан ашыу ғилми хеҙмәттең, шул иҫәптән 124 патент, 10 монография, 9 уҡыу әсбабы (Рәсәй классик университет белеме биреү буйынса уҡытыу-методик берекмә грифы менән) һәм дәреслек (Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы грифы менән) авторы һәм авторҙашы[7].

Төп публикациялары

үҙгәртергә
  • Металлокомплексный катализ в синтезе серосодержащих соединений (обзор) // Organomet. Chem, 1993, 450, № 1-2. P. 1-25 (соавтор).
  • Многокомпонентная конденсация алифатических аминов с формальдегидом и сероводородом // Известия РАН. Сер. хим. 2005. № 3. С. 423—427.
  • Применение спектроскопии в органической химии. М.: Химия, 2007 (соавтор).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1990)
  • Рәсәй Федерацияһы почётлы фән һәм техника хеҙмәткәре (2006)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)[8]
  • Башҡортостан Республикаһының Фән, урта һәм юғары профессиональ белем биреү буйынса дәүләт комитетының Почёт грамоталары (1996, 2001)

Ижтимағи эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Рәйхана Вәлиулла ҡыҙы Ҡунаҡова Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен барлыҡҡа килтерешеүселәрҙең береһе булды. Ул ойошманың эшмәкәрлегендә, идара ағзаһы булараҡ, милли байрамдар, конкурстар, фәнни-ғәмәли конференциялар, балалар йорттарына хәйриә ярҙамы күрһәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм башҡа төрлө йәмәғәт саралары үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша[9].

  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
  • Башкирская энциклопедия: В 7 т. Т. 3: З — К. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә