Гавр
Гавр (франц. Le Havre, [lə ˈɑːvʀ] ) — Францияның төньяғындағы ҡала һәм коммуна, Нормандия төбәгендә, Сена Приморская департаментындағы супрефектура. Гавр порты — Францияның иң эре порттарының береһе.
Географияһы
үҙгәртергәГавр Сенаның уң яҡ ярында, уның янында ғына — Эстуария. Ҡаланан туранан-тура диңгеҙгә һәм Ла-Манш боғаҙығына сығырға мөмкин. Гаврҙы күрше Онфлёр ҡалаһынан Сена ғына айырып ята. Гаврҙан төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан — Па-де-де-Кале боғаҙы ярҙары.
Ҡала ике өлөшкә: Үрге һәм Түбәнге ҡалаға бүленә. Уларҙың сиктәре Феликс Фор һәм Де Гобеликс урамдары, 329-сы һәм Марешаль Жоффре, Сальвадора Альенде һәм Аристид Бриан, Пабло Неруда һәм Вёдун урамдары араһында ятҡан ҡаялар буйынса үтә. Көнсығышта ҡаялар сиге Гавр вокзалының тимер юл линияһы буйлап үтә.
Гавр — порт ҡалаһы. Ғәмәлдә Түбәнге ҡала тулыһынса диңгеҙ һыуы менән уратып алынған һәм бассейндар менән йырғысланған. Үҙәктә (Түбәнге ҡала): Вобан бассейны, Сауҙа, Дю Рой бассейны, Де ла Бар, Да ла Цитадель. Портта түбәндәге бассейндар (гавандар) урынлашҡан: Ла Манш, Бейллот, Эр, Ватин, Флювиаль, Теофиль Дюкрок, Рене Коти, Дю Пацифик, Ветиляр, Губерт Рауль-Дюваль, шулай уҡ Марсель Деспуоль һәм Төшөрөү бассейны (Гаврҙың көнсығыш сигендә)
Гаврҙың иң ҙур бассейны — Губерт Рауль-Дюваль[24]. Ул Гаврҙың һәм Гавр портының көньяҡ сигендә урынлашҡан; Сена ҡултығынан плотина менән айырылған.
Сәғәт бүлкәте
үҙгәртергәГавр халыҡ-ара стандарттар буйынса Урта Европа ваҡыты тип билдәләнгән сәғәт бүлкәтенә ҡарай. Бөтә донъя координацияланған ваҡыттан айырма +1:00 генә.
Климаты
үҙгәртергәГаврҙа уртаса океан (диңгеҙ) климаты. Ла-Манш боғаҙы бик күптән Гавр тирәһендәге һауа торошона йоғонто яһай.
Йыл дауамында яуым-төшөм бер төрлөрәк миҡдарҙа була, тик көҙөн генә бер аҙға арта.
Боғаҙ климат үҙгәрешенә ныҡ йоғонто яһай. Һауа торошо бик үҙгәреүсән. Гаврға дауылдар һәм йәшендәр хас (ҡышҡы осорҙа йыш ҡына була).
1987 йылдың 16 октябрендә Гаврҙың Кап-де-ла-Гев биҫтәһендә диңгеҙ еленең максималь тиҙлеге 180 км/сәғәткә етә[25].
Ай | Ғинуарҙа | Февраль | Март | Апрель | Май | Июнь | Июль | Август | Сентябрь | Октябрь | Ноябрь | Декабрь | Йыл |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Уртаса температура (°C) | 4,6 | 4,9 | 6,8 | 8,8 | 12,1 | 14,8 | 17 | 17,2 | 15,7 | 12,6 | 8,2 | 5,6 | 10,7 |
Яуым-төшөм һаны (мә) | 62,6 | 49 | 54,3 | 42,9 | 52,7 | 52,6 | 50,2 | 48,5 | 64,5 | 74,1 | 88,1 | 69,4 | 708,6 |
Ҡояш сәғәте һаны/көнө | 62,9 (2,62) | 87,7 (3,65) | 136,2 (5,68) | 179,5 (7,48) | 214,6 (8,94) | 224,4 (9,35) | 237,8 (9,91) | 218,5 (9,10) | 168,3 (7,01) | 124,5 (5,19) | 74,7 (3,11) | 56,7 (2,36) | 1878 |
Сығанаҡ: Климат Гавр[26] |
Тарихы
үҙгәртергәГаврға кешеләр неолит дәүерендә килеп төпләнгән булырға тейеш. Тимер быуатта был ерҙәргә кельт ҡәбиләләре килеп йәшәй. Галло-Рим дәүерендә Сена тамағында Лилльбоннды Ла-Манш ярҙары менән тоташтырыусы юлдар ҙа була. IX быуатта бында Гравиль аббатлығына нигеҙ һалына, XI быуатта диңгеҙ яры буйҙарында Лёр ауылы һәм уның янындағы порт ҡалҡып сыға. Был порт суднолар Сена буйлап Арфлер портына үтеү өсөн диңгеҙ һыуының күтәрелеү мәлен көтә торған урын хеҙмәтен үтәй. Шул уҡ ваҡытта Англияны Норманд баҫып алыуында ҡатнашҡан Гийом Мале Гравилела замок төҙөй, әммә был замок Йөҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында бөтә оборона нығытмалары менән бергә юҡҡа сыға, ә тирә-яҡтағы биләмә ташландыҡ хәлгә килә.
XVI быуатта, Сена тамағына ләм ултырғанлыҡтан, традицион Арфлёр һәм Онфлёр портарын файҙаланыу торған һайын ҡыйынлаша. Шуға ла Гаврға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта. 1517 йылдың 8 октябрендә король Франциск I Ла-Манш боғаҙы ярында яңы ҡала һәм порт төҙөү тураһындағы указға ҡул ҡуя. Тәүҙә ҡала король хөрмәтенә Franciscopolis тип атала, аҙаҡ шул ваҡытта төҙөлгән Notre-Dame-de-Grâce сиркәүе хөрмәтенә Le Havre-de-Grâce («Бәрәкәт Гавань») тип атайҙар.
Франция өсөн Гавр тиҙ арала Яңы донъяға алып сығыусы төп ҡапҡаға әйләнә. Бразилияла француз колонияһына нигеҙ һалған Николя де Виллеганьон 1555 йылда тап Гаврҙан оҙон юлға сыҡҡан була. француз колонияһына (Форт-Колинья) нигеҙ һала. 1564 йылда икенсе бер гугенот, René Goulaine de Laudonnière, Гаврҙан Төньяҡ Америкаға сығып китә һәм хәҙерге Джэксонвиллға яҡын ғына урынлашҡан Каролина Форты француз колонияһына нигеҙ һала. XVI быуат аҙағынан портҡа америка тауарҙарын (тире, шәкәр, тәмәке) тейәгән сауҙа караптары килә башлай.
Гаврҙы дини һуғыштар етди тетрәтә — 1562 йылдың 8 майында гугеноттар ҡаланы үҙ ҡулдарына ала, сиркәүҙәрҙе талай һәм католиктарҙы ҡаланан ҡыуып сығара. Король армияһының контрһөжүменән ҡурҡып, улар Англияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, һәм Англия ярҙамға үҙенең ғәскәрен ебәрә. Франция короле Карл Туғыҙынсының коннетабль Анна де Монморанси командалыҡ иткән ғәскәре Гаврҙы ҡамап ала һәм 1563 йылдың 29 июлендә Гаврҙан инглиздәрҙе ҡыуып сығара. Король фарманына ярашлы инглиздәр төҙөгән форт емертелә, Нотр-Дам ғибәҙәтханаһының башняһы бейеклеге тәпәшәйтелә.
Гаврҙың крепостной нығытмалары XVI быуатта, кардинал Ришелье ҡала губернаторы итеп ҡуйылғас, ҡайтанан тағы ла көсәйтелә. Һуңынан был бастион Фронданың юлбашсылары принцтар — герцог де Лонгвиль, принцтар Конде һәм Конти.
XVII—XVIII быуаттарҙа Америка колониялары менән сауҙа итеү арҡаһында, Гавр сәскә ата; Нанта һәм Ла-Рошелинан һуң ул ҡолдар һатыу күләме буйынса француз порттары араһында өсөнсө урынды биләй. Иҫке порт Моненың «Тәьҫорат. Ҡалҡыусы ҡояш» (1872) картинаһында һүрәтләнә, был картина импрессионистар хәрәкәтенә исем бирә. Иҡтисади бум ҡала халҡының артыуына килтерә; Гаврҙа тәмәке фабрикалары, верфтар, сауҙа биржалары асыла. XIX быуат аҙағынан урындағы эшҡыуарҙар үҙ фабрикаларында эшләтеү өсөн Италия, Польша һәм Төньяҡ Африканан эмигранттарҙы ылыҡтыра башлай. 1850 йылдан 1914 йылға тиклемге осор Гаврҙың «Алтын быуаты» була — сауҙа сәскә ата, ҡалала яңы төҙөлөштәр ҡалҡып сыға (мэрия бинаһы, суд, яңы фонд биржаһы), матур бульварҙар һалына. XIX быуат аҙағына Парижда йәшәүселәр араһында Гавр диңгеҙ янындағы курорт булараҡ киң популярлыҡ ала; яр буйы төҙөкләндерелә, Мари-Кристин казиноһы, Регата һарайы һәм башҡа ҡоролмалар төҙөлә, пляждар кабиналар менән йыһазландырыла.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Гавр1940 йылдың яҙынан алып немец ғәскәре тарафынан оккупациялана һәм ҡала Англияға баҫып итеү өсөн база булараҡ күҙҙә тотола. Ҡала халҡының күбеһе ҡаланы ташлап китә йәки Ҡаршылыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. 1944 йылда немецтар сигенгән саҡтарында порт инфраструктураһын шартлата, әммә Гавр британ авиацияһы 5 һәм 6 сентябрҙә ҡаланы бомбаға тотҡан саҡта айырыуса зыян күрә, порт һәм ҡала үҙәге юҡ ителә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡаланың үҙәк өлөшө архитектор Огюст Перре проекты буйынса аҡ төҫтәге заманса йорттар менән ҡаплана. Совет «хрущёвкалары» өсөн был проект өлгө булып тора. 2005 йылдың 15 июлендә ЮНЕСКО Гаврҙың үҙәген «бетон мөмкинлектәрен инновациялы ҡулланған» өсөн Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерә.
Транспорты
үҙгәртергәГаврҙа ер өҫтө транспорт төрҙәре киң үҫтешкән, бында шулай уҡ фаникулер системаһы ла эшләй.
Гаврҙағы транспорттың күп өлөшө транспорт компанияһына ҡараған «ЛИА СТРО» (Veolia Transport-тың бүлендек компанияһы). Хәҙерге ваҡытта 19 автобус линияһы бар, трамвай линиялары, фаникулер системаһы эшләй.
Гавр вокзалы
үҙгәртергәГавр вокзалы (франц. Gare du Havre) — Гаврҙа үҙәк тимер юл станцияһы.
Вокзал 1847 йылда Париж — Гавр тимер юл һыҙығында асыла. Станцияны архитектор Анри Пасон 1932 йылда үҙгәртеп ҡора.
Бина эсендә платформа | Пассажир платформаларында | Гавр. вокзалы 1882 йыл |
Сәнәғәте һәм иҡтисады
үҙгәртергәГавр — илдең иң ҙур порттарының береһе (йөк әйләнеше 50 миллион таннанан ашыу, башлыса нефть). Франция һәм Америка, Көнбайыш Африка илдәре менән тышҡы сауҙа әйләнешенең күп өлөшө Гавр аша үтә.
Халыҡ мәшғүллеге структураһы:
- ауыл хужалығы — 0,1 %
- сәнәғәт — 9,6 %
- төҙөлөш — 4,7 %
- сауҙа, транспорт һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә — 51,5 %
- дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр — 34,1 %
Эшһеҙлек кимәле (2014) — 21,4 % (Франция буйынса дөйөм алғанда — 13,5 %, Приморская Сенала — 15,2 %). 1 кешегә уртаса килем, еврола (2014) — 18 244 (Франция буйынса дөйөм алғанда — 20 150, Приморская Сенала — 19 978).
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәДемографияһы
үҙгәртергәХалыҡ һаны динамикаһы, кеше
Туғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергә- Далянь (ҡыт. трад. 大連, упр. 大连, пиньинь: Dàlián), Ҡытай
- Пуэнт-Нуар (франц. Pointe-Noire), Конго Республикаһы
- Саутгемптон (ингл. Southampton), Англия, Бөйөк Британия
- Тампа (ингл. Tampa), АҠШ
- Санкт-Петербург, Рәсәй (1965)
Данлыҡлы кешеләре
үҙгәртергә- Жак-Анри Бернарден де Сен-Пьер</a> (1737—1814), яҙыусы, сәйәхәтсе һәм аҡыл эйәһе, атаҡлы «Поль һәм Виржини» повесы авторы.
- Рене Коти (1882—1962), франция президенты
- Раймон Кено (1903—1976), яҙыусы, шағир, эссе яҙыусы, тәржемәсе, сюрреалистик хәрәкәттә ҡатнашыусы, нигеҙ һалыусыларҙың береһе УЛИПО-ға нигеҙ һалыусыларҙың береһе
- Патрик Демаршелье (1943), билдәле фотограф
Гавр кинематографта
үҙгәртергәФин режиссеры Аки Каурисмякиҙың 2011 йылда төшөргән шул исемдәге фильмында ваҡиғалар Гаврҙа бара.
Гавр әҙәбиәттә
үҙгәртергәФранцуз философы һәм яҙыусыһы Жан-Поль Сартрҙың «Ерәнеү» романында ваҡиғалар Гаврҙың прообразы булған Бувиль ҡалаһында бара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ http://cassini.ehess.fr/cassini/fr/html/fiche.php?select_resultat=16833
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ https://web.archive.org/web/20240528143447/https://www.ovpm.org/members/cities/
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 7,0 7,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 8,0 8,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ https://www.lehavre.fr/actualites/la-fete-de-leurope-lheure-de-lamitie-franco-allemande
- ↑ 10,0 10,1 10,2 https://www.lehavre.fr/ma-ville/un-reseau-vivant-de-villes-partenaires
- ↑ https://www.magdeburg.de/PDF/St%C3%A4dtepartnerschaftsvertrag_mit_Le_Havre_deutsch.PDF?ObjSvrID=37&ObjID=24053&ObjLa=1&Ext=PDF&WTR=1&_ts=1688544036
- ↑ http://www.wb.dl.gov.cn/index.php/home/index/news_list/id/890/column_id/2.html
- ↑ https://www.lehavre.fr/actualites/le-jumelage-le-havre-dalian-30-ans
- ↑ https://wlj.dl.gov.cn/art/2022/5/9/art_2062_2017404.html
- ↑ https://www.lehavre.fr/espace-presse/rock-challenge-la-danse-pour-rapprocher-les-jeunes
- ↑ https://kvs.gov.spb.ru/en/cooperation-with-foreign-cities-and-regions/
- ↑ https://www.sovetika.ru/fra/zykov26.htm
- ↑ https://www.lehavre.fr/actualites/de-nouveaux-liens-entre-le-havre-et-tampa
- ↑ https://archives.lehavre.fr/culture-sciences-loisirs-et-celebrations
- ↑ https://www.adiac-congo.com/content/cooperation-decentralisee-pointe-noire-et-le-havre-reaffirment-leur-accord-de-jumelage-69777
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ 22,0 22,1 22,2 Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 23,0 23,1 23,2 https://lannuaire.service-public.fr/normandie/seine-maritime/mairie-76351-01
- ↑ Рауль Губерт Бассейны-Дюваль. Викимапия
- ↑ Мәғлүмәт «Метеофранс» 2007 йыл 2 декабрь архивланған.
- ↑ Cap de la Hève, Seine maritime(76), 100 m — [1961—1990] .
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Булдаков Г. Н., Лейбошиц Н. Я. Гавр / Оформление художника М. А. Бычкова; Ленинградская организация ордена Ленина Союза архитекторов СССР. — Л.: Стройиздат. Ленингр. отд-ние, 1974. — 112 с. — (Города-побратимы Ленинграда). — 15 000 экз. (полтава, суперобл.)